Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙЫЛЫЛЫҠ МАШИНАҺЫ

ЙЫЛЫЛЫҠ МАШИНАҺЫ, йылылыҡ энергияһын механик эшкә йәки киреһенсә әүерелдереүсе ҡоролма. Әүерелдереү эш башҡарыусы есемдең (пар, газ, хладагент һ.б.) эске энергияһы үҙгәреүе иҫәбенә башҡарыла. Й.м. әйләнмәле термодинамик процесс (тура йәки кире) бара. Йылылыҡ двигателдәре һәм ҡулайламалары, компрессорҙар...

ЙЫЛЫЛЫҠ ДВИГАТЕЛЕ

ЙЫЛЫЛЫҠ ДВИГАТЕЛЕ, йылылыҡ энергияһын механик эшкә әүерелдереүсе ҡоролма; йылылыҡ машинаһының бер төрө. Конструкцияһының үҙенсәлектәре б‑са Й.д. поршенлы, реактив, роторлы һәм ҡатнаш (роторлы‑поршенлы, турбореактив һ.б.); эш башҡарыусы есемгә йылылыҡ килтереү ысулы б‑са эске яныулы двигатель һәм тышҡа...

ЙЫЛЫЛЫҠ АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ

ЙЫЛЫЛЫҠ АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ, нығыраҡ йылынған йылылыҡ биргестән аҙыраҡ йылынғанына йылылыҡ күсерә торған ҡоролмалар. Йылылыҡ биргестең төрө б‑са һауа‑, газ‑, шыйыҡлыҡ‑ һәм пар‑шыйыҡлыҡ, пар‑газ һәм газ‑һауа Й.а.а.; эшләү принцибы б‑са — регенератив (йылытыу майҙанының өҫтө сиратлап йылытыусы һәм...

ЙЫЛЛЫҠ АҠМА

ЙЫЛЛЫҠ АҠМА, бер йыл эсендә йылға ағымы киҫелеше аша үткән һыу күләме. Й.а. төп күрһәткестәре — аҡманың ҡатламы (һыу йыйыу ҡоролмаһынан бер йыл эсендә ағып төшкән һәм майҙан өҫтөнә тигеҙ итеп бүленгән һыу ҡатламының күләме), нормаһы (уртаса күп йыллыҡ аҡма күләме, дауамлылығы оҙонайғанда әллә ни тиклем...

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ, ЙЫЛҠЫ ЗАВОДЫ ҺӘМ АТ СПОРТЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ, ЙЫЛҠЫ ЗАВОДЫ ҺӘМ АТ СПОРТЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, коммерцияға ҡарамаған ойошма. 1995 й. Өфөлә БР‑ҙың йылҡысылыҡ һәм ат спорты ассоциацияһы булараҡ ойошторола, 2004 й. алып БР‑ҙың Йылҡысылыҡ, йылҡы заводы һәм ат спорты ассоциацияһы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: һыбайлыларҙың спорт квалификацияһын...

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ ЗАВОДЫ №119

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ ЗАВОДЫ№119, ААЙ. Өфө р‑ны Ольховый а. урынлашҡан. Тоҡом аттарын (башҡорт аты һәм урыҫ юртаҡ тоҡомо) үрсетеү һәм үҫтереү, ҡымыҙ етештереү м‑н шөғөлләнә. 2012 й. 72 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 2027 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 1316 га. Иген культураларының уңдырышлылығы 26,0 ц/га...

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ, ат үрсетеү һәм уларҙы файҙаланыу; малсылыҡ тармағы. Ат а.х. һәм транспорт эштәрендә, ат спортында һәм туризмда, һөт, ит һәм тире алыу өсөн, ш. уҡ медицинала һәм ветеринарияла ҡулланылған дауалау сывороткалары һәм препараттары (ашҡаҙан һуты, грипҡа, дифтерияға, ботулизмға ҡаршы һ.б. сывороткалар)...

ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН ЭНЦЕФАЛОМИЕЛИТЫ

ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН ЭНЦЕФАЛОМИЕЛИТЫ, киҫкен вируслы ауырыу, уға үҙәк нервы системаһы эшмәкәрлегенең ҡаҡшауы, ашҡаҙан‑эсәк юлы һәм бәүел ҡыуығы парезы, һары ауырыуы хас. Тыуҙырыусыһы — классификацияланмаған вирус. Ауырыуҙың көслө, тыныс, һирәгерәк латент (симптомһыҙ) формалары айырыла. Йылҡы, һирәгерәк...

ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН АНЕМИЯҺЫ

ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН АНЕМИЯҺЫ, йомро тояҡлыларҙың инфекцион ауырыуы, уға ҡабатланыусы биҙгәк, анемия, шешенеүҙәр һәм оҙайлы вирус йөрөтөүсәнлек хас. Ауырыуҙы Retroviridae ғаиләһенә ҡараған вирус тыуҙыра. Ауырыуҙың үтә киҫкен, киҫкен, киҫкенгә яҡын, хроник һәм латент (йәшерен) ағышы айырыла. Йылҡы, һирәгерәк...

ЙЫЛҠЫБАЙ, Өфө составында ауыл

ЙЫЛҠЫБАЙ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында. Калинин р‑нының Фёдоровка а/с ҡарай. Өфөнән К.‑Көнс. 47 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 105 кеше; 1920 — 128; 1939 — 195; 1959 — 180; 1989 — 40; 2002 — 28; 2010 — 61 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө...

ЙЫЛҠЫ БОРСАҒЫ

ЙЫЛҠЫ БОРСАҒЫ (Onobrychis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 130‑ҙан ашыу төрө билдәле, Евразияла һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: ғәҙәти, йәки кәрешкә япраҡлы Й.б. һәм ҡомлоҡ Й.б. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, күтәрелеүсән, тармаҡлы, яҡшы япраҡланған (яҡынса 40%‑ы),...

ЙЫЛҒАЛАР

ЙЫЛҒАЛАР, үҙҙәре һалған юл б‑са аҡҡан, үҙҙәренең һыу йыйыу бассейнының ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙары м‑н туйынған һыу ағымдары. Рельефтың уйпат формаларында — үҙәндәрҙә ағалар. Й. башы (башланған урыны) һәм тамағы (диңгеҙгә ҡойған йәки башҡа Й. м‑н ҡушылған урыны) айырыла. Й. күлдәрҙән, һаҙлыҡтарҙан,...

ЙЫЛҒА УЧИЛИЩЕҺЫ

ЙЫЛҒА УЧИЛИЩЕҺЫ, 1970 й. Өфө команда йылға уч‑щеһы булараҡ асыла, 2005 й. алып Мәскәү һыу транспорты акад. филиалы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: ташыуҙы ойоштороу һәм транспортта идара итеү, хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу, суднолар йөрөтөү,...

ЙЫЛҒА ТРАНСПОРТЫ

ЙЫЛҒА ТРАНСПОРТЫ, эске һыу юлдары буйлап пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы тормошҡа ашырған транспорт төрө. Ырымбур губернаһында 18 б. төп бәйләнеш юлдары булып йылғалар торған. Яҙғы ташҡын ваҡытында йылғалар буйлап ауыр йөклө үҙе йөрөмәгән судноларҙа Урал тау заводтары продукцияһы сығарыла. Һәр бер судно...

ЙЫЛҒА ҠОНДОҘО

  ЙЫЛҒА ҠОНДОҘО (Castor fiber), кимереүселәр отрядының ҡондоҙҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның урман зонаһынан алып дала зонаһына тиклем таралған. Кәүҙә оҙонлоғо — 120 см тиклем, ауырлығы 35 кг тиклем. Йөнө ҡуйы, асыҡ көрәндән алып ҡара көрәнгә тиклем, һыуланмай. Ҡолаҡ япраҡтары һәм танау...

ЙЫЛҒА ДРЕЙССЕНАҺЫ

ЙЫЛҒА ДРЕЙССЕНАҺЫ (Dreissena polymorpha), ҡабырсаҡтар төрө. Башлыса сөсө һыуҙа, ш. уҡ Каспий, Азов, Арал һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙә таралған. Ҡабырсағы өсмөйөш формаһында, оҙонлоғо 3—5 см, йәшкелт һары төҫтә, көрән һыҙатлы. Йоҙаҡ тештәре юҡ. Мантияһында аяғын һәм биссусын (беркетеүсе еп) сығарыу өсөн тишек...

ЙЫЛҒА БАҒЫРЫ

ЙЫЛҒА БАҒЫРЫ (Salmo trutta morpha fario), һөмбаш һымаҡтар отрядының һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Аҡ, Балтик, Баренц, Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәр басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо — 35 см тиклем, ауырлығы 0,2—0,8 кг. Кәүҙәһе һомғол, торпеда формаһында, ваҡ тығыҙ тәңкә м‑н ҡапланған. Төҫө үҙгәреүсән, ғәҙәттә...

ЙЫЛБОЛАҠТАМАҠ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ЙЫЛБОЛАҠТАМАҠ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Йылболаҡтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Йылболаҡ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 836 кеше; 1920 — 1048; 1939 — 821; 1959 — 640; 1989 — 720; 2002 — 741; 2010 — 623 кеше. Татарҙар,...

ЙЫЛБОЛАҠ‑МАТВЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ЙЫЛБОЛАҠ‑МАТВЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Ключёвка й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1023 кеше; 1920 — 1041; 1939 — 610; 1959 — 489; 1989 — 394; 2002 — 435; 2010 — 371 кеше. Сыуаштар...

ЙЫЛАНЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 36 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 531 кеше; 1920 — 853; 1939 — 521; 1959 — 498; 1989 — 259; 2002 — 317; 2010 — 343 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...