Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙЫЛАНЫШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНЫШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан‑Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 96 км алыҫлыҡта Йыланыш й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 265 кеше; 1959 — 273; 1989 — 185; 2002 — 221; 2010 — 195 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЙЫЛАНТӨП, Дыуан р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНТӨП, Дыуан р‑нындағы ауыл, Өлкөндө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 423 кеше; 1920 — 753; 1939 — 399; 1959 — 405; 1989 — 141; 2002 — 119; 2010 — 85 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

ЙЫЛАНЛЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ЙЫЛАНЛЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Йыланлы й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2031 кеше; 1920 — 2201; 1939 — 1950; 1959 — 1297; 1989 — 870; 2002 — 893; 2010 — 796 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ЙЫЛАНҠУҘАҠ

ЙЫЛАНҠУҘАҠ (Lotus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда күренмәгән Й. (күп йыллыҡ) һәм украин Й. (бер йыллыҡ) үҫә. Һабаҡтары йәйенке, күтәрелеүсән йәки төҙ, бейеклеге 10—40 см. Япраҡтары парһыҙ ҡауырһынлы, 5 кире йомортҡа...

ЙЫЛАНДАР

ЙЫЛАНДАР (Serpentes, йәки Ophidia), һөйрәлеүселәр отряды. Яҡынса 3 мең төрө, 13 ғаиләһе билдәле. Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа туҙбаш йыландар (баҡыр йылан, таш йыланы, һыу туҙбаш йыланы һәм ябай туҙбаш Й.) һәм ҡара Й. (ябай һәм дала ҡара йыландары) ғаиләләренә ҡараған 6 төрө бар....

ЙЫЛАНБАШ

ЙЫЛАНБАШ (Dracocephalum), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 45 төрө билдәле, башлыса Евразияның тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Бер, ике, күп йыллыҡ үләндәр. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Һабаҡтары төҙ, тармаҡлы, ҡайһы берҙә аҫҡы өлөштәре ағасҡа әйләнә, бейеклеге 10—70 см....

ЙЫЛАН КӨПШӘҺЕ

ЙЫЛАН КӨПШӘҺЕ (Echium), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Урта диңгеҙ буйында, Атлантика утрауҙарында, Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда ябай Й.к. үҫә. Ике йыллыҡ ҡаты төклө үлән. Һабағы төҙ, ныҡ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 30— 100 см. Япрағы...

ЙЫЛАН АБАҒАҺЫ

ЙЫЛАН АБАҒАҺЫ (Ophioglossum), йылан абағаһы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 45 төрө билдәле, ике ярымшарҙа ла таралған. Башҡортостанда ябай Й.а. үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 5—35 см. Тамырһабағы ҡыҫҡа, һутлы, оҙон итләс тамырлы. Япраҡтың (1—2) вегетатив (стериль) өлөшө бөтөн ситле, тупаҡ,...

ЙЫЛАН

ЙЫЛАН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: иҙел‑Й., ҡыр‑Й., эске‑Й. Тамғалары — . Этник яҡтан Алтайҙың төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Й. формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 13—14 бб. йыландар Баҙы й. үҙәндәренә, Ағиҙел һәм Тере Танып йй. — түбәнге, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Сөн йй....

ЙЫЛАЙЫР, кратер

ЙЫЛАЙЫР, Марс өҫтөндәге кратер. Диам. 48 км. Планетаның көньяҡ ярымшарында урынлашҡан; координаттары: көньяҡ киңлектең 32,1° һәм көнбайыш оҙонлоҡтоң 33,0°. 1979 й. “Маринер-9” йыһан аппаратынан (АҠШ) фото төшөрөү ваҡытында асыла. Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а....

ЙЫЛАЙЫР, йылға

ЙЫЛАЙЫР, Урман Йылайыры, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Ҡыҙыл Ҡушыҡ утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уралтау һыртының көньяҡ битләүендә башлана. Йылайыр, Хәйбулла р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Һаҡмар й. (тамағынан 472 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 158 км, басс....

ЙЫЛАЙЫР, ауыл, Йылайыр р‑нының үҙәге

ЙЫЛАЙЫР, ауыл, Йылайыр р‑нының һәм Йылайыр а/с үҙәге (1930— 63 йй. һәм 1965 й. алып). Өфөнән К.-Көнс. 410 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Йылайыр й. буйында, Магнитогорск—Ира, Йылайыр—Ҡананикольский—Иҫке Собханғол автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 2,7;...

ЙЫЛАЙЫР ЯЙЛАҺЫ

ЙЫЛАЙЫР ЯЙЛАҺЫ, Көньяҡ Урал яйлаһы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяғында, төньяҡта Ағиҙел й. киңлек ағымы, көньяҡта Гөбөрлө тауҙары, көнбайышта Оло Эйек й. үҙәне, көнсығышта Һаҡмар й. тиклемге арала урынлашҡан. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 300‑ҙән 600 м тиклем. Көнсығыш өлөшөндә рельефы тигеҙ, көнбайышында...

ЙЫЛАЙЫР УРТА МӘКТӘБЕ

ЙЫЛАЙЫР УРТА МӘКТӘБЕ, Йылайыр р‑ны. 1880 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1913 й. алып юғары башланғыс уч‑ще, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1928 й. — урта мәктәп, 1966 й. — Н.Р.Ириков ис. Й.у.м. 4 уҡыу оҫтаханаһы, а.х. машиналары, мәктәп музейы бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған...

ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ

ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының эре синморф тектоник структураһы. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ‑көнбайышта Башҡорт мегантиклинорийы, көнсығышта Уралтау зонаһы менән сиктәш, көньяҡ‑көнбайышта Урал алды бөгөлөнә асыла. Оҙонлоғо 300 км, киңлеге 50 км тиклем. Арҡыры киҫелешендә...

ЙЫЛАЙЫР СВИТАҺЫ

ЙЫЛАЙЫР СВИТАҺЫ, өҫкө девондың стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович айырып күрһәтә (1932). Ултырмаларҙың тасуирламаһын Д.Г.Ожиганов (1933), И.В.Хворова (1939), Б.М.Келлер (1949), Е.В.Чибрикова (1977, 1997) һ.б. бирә. Б.М.Келлер был ултырмаларҙы яуымбай, әстәш, әүәшле, ямашлы, мәзит свиталарынан торған...

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Бөрйән, көнсығышта — Баймаҡ, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Хәйбулла, көньяҡ‑көнбайышта — Ейәнсура, көнбайышта Күгәрсен р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Йылайыр кантоны улустары инә (ҡара: Административ район)....

ЙЫЛАЙЫР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ЙЫЛАЙЫР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1930 й. Йылайыр кантонының пед. курстары нигеҙендә пед. техникумы булараҡ асыла, 1936 й. башлап Й.п.у. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп (1947—52) уҡыу бүлектәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре б‑са алып барыла. Училищела тиҙләтелгән пед. курстары эшләгән. Йыл һайын...

ЙЫЛАЙЫР ҠӘЛҒӘҺЕ

ЙЫЛАЙЫР ҠӘЛҒӘҺЕ, Йылайыр, 1755 й. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ялан Йылайыры й. уң ярында нығытмалы хәрби торама булараҡ нигеҙ һалына. Исеме йылғанан алынған. 1773 й. гарнизон составында 70‑кә яҡын һалдат иҫәпләнә. Й.ҡ. аша Ырымбур—Екатеринбург тракты үткән. Крәҫтиәндәр...

ЙЫЛАЙЫР КАНТОНЫ

ЙЫЛАЙЫР КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. Бөрйән‑Түңгәүер кантонының — 14, Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантонының — 16, Үҫәргән кантонының 18 улусы нигеҙендә БАССР составында ойошторола. Төньяҡ‑көнбайышта Стәрлетамаҡ кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай кантоны, көнсығышта — Силәбе губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта, көньяҡта...