Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КЯК Владимир Константинович

КЯК Владимир Константинович (8.2.1941, Өфө ҡ. — 23.5.2017, шунда уҡ), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1975), велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1964). Ҡаҙаҡ физик культура институтын тамамлаған (Алма‑Ата ҡ., 1966). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы...

КҮТӘРЕМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

КҮТӘРЕМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) үрге ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1153 кеше; 1920 — 1234; 1939 — 962; 1959 — 961; 1989 — 1044; 2002 — 1141; 2010 — 1081 кеше. Урыҫтар...

КҮҪӘЛӘР, Салауат р‑нындағы ауыл

КҮҪӘЛӘР, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 67 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 527; 1939 — 401; 1959 — 367; 1989 — 202; 2002 — 241; 2010 — 171 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

КҮҪӘЛӘР КӨКӨРТЛӨ ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ

КҮҪӘЛӘР КӨКӨРТЛӨ ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ, Ҡутҡантау төркөмөндәге урғылыусы минераль һыу сығанағы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны 2‑се Иҙелбай һәм Күҫәләр аа. араһында Йүрүҙән й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Күҫәләр а. көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта минераль һыу сығанаҡтарының 1‑се (төп) төркөмө...

КҮСТЕРӘ

КҮСТЕРӘ (Bromus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә яҡынса 25 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер, ике йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 15—100 см. Япраҡтары — ҡыяҡ, яҫы, ябыҡ еңсәле. Башаҡтары эре (3 см тиклем), күп сәскәле, ян-яҡтан ҡыҫылған, һеперткеләргә...

КҮСМӘ ТОРМОШ

КҮСМӘ ТОРМОШ, номадизм, халыҡ м‑н малдың миҙгелгә ҡарап күсеп йөрөүенә нигеҙләнгән хужалыҡ итеү формаһы. К.т. Евразияның тау‑дала ҡәбиләләре араһында б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта барлыҡҡа килә. Төбәктең физик‑геогр. һәм тәбиғәт‑климат шарттары Көньяҡ Урал терр‑яһында иртә тимер быуатта К.т. таралыуына булышлыҡ...

КҮСКЕНСЕЛЕК ХӘРӘКӘТЕ

КҮСКЕНСЕЛЕК ХӘРӘКӘТЕ, күскенселек, Рәсәйҙә 16 б. уртаһы — 20 б. башында иҡт. йәки сәйәси факторҙар арҡаһында халыҡтың хөкүмәт тарафынан ойошторолған йәки тәбиғи күсеүе. Халыҡ миграцияһының бер төрө һәм эске колониялаштырыуҙың төп сараһы. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, башлыса Волга буйынан...

КҮСЕМОВА Суфия Ғилман ҡыҙы

КҮСЕМОВА Суфия Ғилман ҡыҙы (5.3.1944, Өфө), театр белгесе, театр эшмәкәре. Сәнғәт ғилеме канд. (1974), проф. (1997). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1984), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1999). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Ғ.В. Ниғмәтйәновтың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1966; Б.И.Ростоцкий...

КҮСЕМОВ Таһир Тайып улы

КҮСЕМОВ Таһир Тайып улы [14.2.1909, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Күсем а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 10.5.1986, Өфө], кавалерист, ген.-майор (1969). Советтар Союзы Геройы (1944). 1941 й. Иран походында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1947) һәм К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад....

КҮСЕМОВ Т.Т. МУЗЕЙЫ

КҮСЕМОВ Т.Т. МУЗЕЙЫ, Әбйәлил р‑ны Күсем а. урынлашҡан. 1975 й. Хәрби дан музейы булараҡ ойошторола, 1985 й. Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы тип үҙгәртелә, 1993—2006 йй. Милли музей филиалы, 1994 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Музей фондында 600‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Т.Т.Күсемовтың шәхси әйберҙәре...

КҮСЕМОВ Салауат Таһир улы

КҮСЕМОВ Салауат Таһир улы (8.3.1942, Кировабад ҡ.), инженер‑электрик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), техник ф. канд. (1971), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (бөтәһе лә — 2002). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Т.Т.Күсемовтың...

КҮСЕМОВ Рәшит Йәмғетдин улы

КҮСЕМОВ Рәшит Йәмғетдин улы (8.10.1946, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Яңы Ҡатай а.), математик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1992). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1998), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2003), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе...

КҮСЕМЛЕЛЕК‑КҮСЕМҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

КҮСЕМЛЕЛЕК‑КҮСЕМҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, һөйләмдә тура тултырыусы функцияһын башҡарған, объектҡа йүнәлтелгән хәрәкәтте аңлатҡан ҡылымдарҙың синтаксик үҙенсәлеген (күсемлелек), йәки объектҡа мөнәсәбәте булмаған хәрәкәтте (күсемһеҙлек) сағылдырған грамматик категория. К.‑к.к. грамматик күрһәткестәре булмай,...

КҮСЕМ, Шишмә р‑нындағы ауыл

КҮСЕМ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 443; 1939 — 189; 1959 — 336; 1989 — 175; 2002 — 157; 2010 — 116 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар. Ауылға...

КҮСЕМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

КҮСЕМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 44 км һәм Ташбулат т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 398 кеше; 1920 — 516; 1939 — 362; 1959 — 270; 1989 — 430; 2002 — 309; 2010 — 419 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ташбулат...

КҮСЕМ ТҮЛӘКӘЕВ

КҮСЕМ ТҮЛӘКӘЕВ, башҡорт ихтилалы (1704—11) юлбашсыларының береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорто. Батыр. Аҡай Күсемовтың атаһы. К.Т. керҙәшлек хоҡуғында Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттары ерҙәрен файҙалана. 1707 й. Алдар м‑н берлектә Ҡазан һәм Нуғай даруғалары баш күтәреүселәренә етәкселек...

КҮСЕМ РУДНИГЫ АУЫЛЫ, Әбйәлил р‑нында

КҮСЕМ РУДНИГЫ АУЫЛЫ, Әбйәлил р‑нында, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Мауыҙҙы һәм Сабаҡты күлдәре буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 811 кеше; 1959 — 1296; 1989 — 735; 2002 — 352; 2010 — 342 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002)....

КҮСЕМ РУДНИГЫ

КҮСЕМ РУДНИГЫ, марганец мәғдәндәре сығарған. Әбйәлил р‑нында урынлашҡан. Мәғдәндең тәүге партияһы 1916 й. алына. Рудник 1930 й. алып асыҡ ысул м‑н, 1935 й. — шахта ысулы м‑н эшкәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 350‑гә яҡын кеше эшләгән, айына 4—5‑әр мең т мәғдән сығарылған. 1957 й. К.р. ябыла. Продукцияһы...

КҮСЕМ НӘҪЕЛЕ

КҮСЕМ НӘҪЕЛЕ, 17—18 бб. Себер һәм Ҡарағалпаҡ хакимдары династияһы. Сыңғыҙхан тоҡомона ҡарай. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Күсем. Улдары араһында киң билдәлеләре: Ғәли (?—1618, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1647), Себер ханы, атаман Ермак Тимофеевич һәм урыҫ воеводалары ғәскәрҙәре м‑н алышта ҡатнаша, 1608 й....

КҮСЕМ

КҮСЕМ (? — яҡынса 1598), Себер ханлығы хакимы (1563 й. алып). Сыңғыҙхан тоҡомонан, Күсем нәҫеленә нигеҙ һалыусы. Себер ханы Мортазаның улы. К. — Әхмәт-Гәрәйҙең ағаһы. 1550 йй. уртаһынан Тайбуғалар династияһынан Себер ханы Йәҙгәр м‑н көрәшә. Тәхеткә ултырғас, Себер ханлығы м‑н Рәсәй араһындағы яһаҡ мөнәсәбәттәрен...