Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӨНТҮГЕШ, Балтас р‑нындағы ауыл

КӨНТҮГЕШ, Балтас р‑нындағы ауыл, Көнтүгеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 82 км алыҫлыҡта Маты й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 906 кеше; 1920 — 1046; 1939 — 799; 1959 — 570; 1989 — 346; 2002 — 276; 2010 — 247 кеше....

КӨНСЫҒЫШ ФРОНТ

КӨНСЫҒЫШ ФРОНТ. Граждандар һуғышы барышында РСФСР ХКС декреты б‑са 1918 й. июнендә Екатеринбург, Омск, Төмән, Силәбе (Төньяҡ Урал-Себер фронты), Ҡазан, Пенза, Һамар, Сембер һәм Сызрань (Волга буйы фронты) ҡҡ. тирәһендә, Өфө—Ырымбур (Урал-Ырымбур фронты) һәм Һарытау—Урал (Урал фронты) йүнәлештәрендә...

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ МӘҘӘНИ-АҒАРТЫУ ЙӘМҒИӘТЕ

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ МӘҘӘНИ-АҒАРТЫУ ЙӘМҒИӘТЕ, 1915 й. 30 мартында епископ Андрей инициативаһы б‑са ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Етәксе органы — Совет. Йәмғиәттең төп маҡсаттары: “Рәсәйҙең көнсығыш өлөшөндәге урыҫ халҡының рухи һәм матди көстәренең үҫеүенә, урындағы башҡа милләт халыҡтарының урыҫ халҡы м‑н...

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ, баҫымһыҙ һәм баҫымлы ҡатлам һыуҙарын үҙ эсенә ала, Көнсығыш Европа ҡатлам (ҡабыҡ‑блок һәм блок‑ҡатлам) һыуҙары бассейндары системаһының беренсе бассейны. Геологик‑гидрогеологик үҙенсәлектәре буйынса Кама‑Вятка баҫымлы ҡатлам (блок‑ҡатлам) һыуҙары бассейнының икенсеһенә...

КӨНСЫҒЫШ ИҠТИСАДИ-ЮРИДИК ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯҺЫ

КӨНСЫҒЫШ ИҠТИСАДИ-ЮРИДИК ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯҺЫ, дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорто. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. Көнсығыш экстернат гуманитар ун‑ты булараҡ нигеҙ һалына, 1994 й. алып Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ ин‑ты, 2007 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Акад....

КӨНСЫҒЫШ ЕВРОПА ПЛАТФОРМАҺЫ

КӨНСЫҒЫШ ЕВРОПА ПЛАТФОРМАҺЫ, У р ы ҫ п л а т ф о р м а һ ы, боронғо (рифейға тиклем) платформаларға ҡараған континенталь ер ҡабығының ҙур участкаһы. Географик урыны башлыса Көнсығыш Европа тигеҙлегенә тура килә. К.Е.п. йыйырсыҡлы өлкәләр (Урал, Карпат, Добруджа, Свентокшис тауҙары, Скандинавияның тау...

КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТ

КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТ, ҡыуаҡан диалекты, башҡорт теле диалекттарының береһе. Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Учалы, Әбйәлил р‑ндарында, БР‑ҙың Баймаҡ һәм Бөрйән р‑ндарының төньяҡ‑көнбайышында, ш. уҡ улар м‑н сиктәш Ҡурған, Свердловск һәм Силәбе өлк. таралған. К.д. 7 һөйләш айырыла: арғаяш, асыуҙы...

КӨНСЫҒЫШ ӘҘӘБИӘТЕ

КӨНСЫҒЫШ ӘҘӘБИӘТЕ, Көнсығыш халыҡтары әҙәбиәте. К.ә. формалашыу һәм үҫеү осорҙары бер төрлө түгел: б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡта — мысыр һәм шумер, б.э.т. 2‑се мең йыллыҡта — һинд һәм ҡытай, б.э.т. 2—1‑се мең йыллыҡтарҙа фарсы әҙәбиәттәре барлыҡҡа килә; урта быуаттарҙа ғәрәп, япон һ.б. әҙәбиәттәр формалаша....

КӨНКҮРЕШ ХИМИЯҺЫ ЕТЕШТЕРЕҮ

КӨНКҮРЕШ ХИМИЯҺЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, йыуыу, таҙартыу, ағартыу, дезинфекциялау саралары, мастикалар, лак-буяу материалдары, эпоксид ыҫмалалар, ш. уҡ минераль ашламалар һәм ваҡлап үлсәп төрөлгән үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары һ.б. етештереү б‑са химия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда К.х.е. химия, нефтехимия...

КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ

КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ.  Өфө губернаһында 20 б. башында халыҡҡа К.х. һөнәрселәр һәм яңғыҙ кустарҙар тарафынан күрһәтелгән (ҡалаларҙа — 23 меңдән, ауылдарҙа 17,5 меңдән ашыу кеше). Өфөлә хәрби гарнизон эргәһендә — мунса һәм кер йыуыу йорто, ҡала башҡармаһы ҡарамағында 2 мунса, шәхси бөҙрәханалар эшләгән. 20 б....

КӨНДӘШЛЕ, Балтас р‑нындағы ауыл

КӨНДӘШЛЕ, Балтас р‑нындағы ауыл, Көндәшле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 97 км алыҫлыҡта Шишмә й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1813 кеше; 1920 — 2365; 1939 — 1830; 1959 — 1551; 1989 — 962; 2002 — 784; 2010 — 597...

КӨНГӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл

КӨНГӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл, Көнгәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 60 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 150 км алыҫлыҡта Көнгәк й. (Сарыс й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 923 кеше; 1920 — 1129; 1939 — 954; 1959 — 746; 1989 — 718; 2002 — 718; 2010 — 602 кеше....

КӨНГӘК ЗАКАЗНИГЫ

КӨНГӘК ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник. 2002 й. һаҙ гөбөргәйеле йәшәгән мөхитте һаҡлау, хайуандарҙың ҡиммәтле һәм һирәк төрҙәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола. Мәләүез ҡ. көньяҡ- көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта, Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 3,8 мең га, 80%‑ын урман биләй. Рельефы...

КӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК

КӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Илеш, Йәрмәкәй, Миәкә, Саҡмағош, Туймазы, Шаран, Әлшәй административ райондарын, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Октябрьский, Туймазы ҡҡ. берләштерә (2006). Төбәктең майҙаны 26364 км2...

КӨНБАЙЫШ АРМИЯ

КӨНБАЙЫШ АРМИЯ, 1919 й. ғин. Рус армияһының Юғары баш командующийы адмирал А.В.Колчак бойороғо б‑са ойошторола. К.а. составына Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө (март—май), 2‑се һәм 8‑се Өфө армия корпустары, 3‑сө Урал тау уҡсылары корпусы һәм 6‑сы Урал армия корпусы (ғин.—май), 1‑се Волга буйы армия корпусы...

КӨНБАҒЫШ

КӨНБАҒЫШ (Helianthus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑гә яҡын төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫтерелә: май биргән К. һәм топинамбур. Май биргән К. — бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы төҙ, бейеклеге 1—3 м. Япрағы эре, овал‑йөрәк формаһында, оҙон...

КӨНБАҒЫР

КӨНБАҒЫР (Tragopogon), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса, субтропик бүлкәттәрендә ( К ө н с ы ғ ы ш Азиянан башҡа) һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: көнсығыш К., шикле К., дала К. Бейеклеге 30—120 см булған бер һәм ике йыллыҡ...

КӨМӨШ

КӨМӨШ (Argentum), Ag, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы, затлы металл. К. — йылы үткәреүсәнлеге, электр үткәреүсәнлеге яҡшы булған ялтырауыҡлы аҡ металл, tиреү 961,93°С, tҡайнау 2167°С; тығыҙлығы 10491 кг/м3. Ирекле галогендар, көкөрт, көкөртлө водород тәьҫиренән К. өҫкө йөҙөндә...

КӨМӘРЛЕ, Архангел р‑нындағы ауыл

КӨМӘРЛЕ, Архангел р‑нындағы ауыл, Липовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 290 кеше; 1920 — 258; 1939 — 370; 1959 — 457; 1989 — 351; 2002 — 319; 2010 — 296 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп...

КӨМӘРҘӘК, һырт

КӨМӘРҘӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑нында Оло Инйәр й. тамағы киңлегенән алып Цыбров шишмәһе киңлегенә тиклем Йүрүҙән й. уң яры буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 17 км, киңлеге — 4 км. Абс. бейеклеге 1354 м. Һыртта 1000 м ашыу бейеклектәге 3 түбә айырылып...