Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОКОРИН Виталий Васильевич

КОКОРИН Виталий Васильевич (3.1.1975, Силәбе ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Латипов). Шәхси ярышта Рәсәй чемп. (1994—95), команда ярышында Рәсәй кубогын яулаусы (1995). Үҫмер спортсылар...

КОКОРИН Виктор Дмитриевич

КОКОРИН Виктор Дмитриевич (1887—1959), архитектор. СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Мәскәү, Алма‑Ата, Сочи, Ташкент, Тбилиси һ.б. ҡалаларҙа бик күп архитектур проекттар; Өфөлә Соц. мәҙәниәт һарайы (1934—37, төҙөлөш тамамланмай; 1986 й. архитекторҙар Р.И.Кирайдт, Р.Р.Әүсәхов проекты б‑са яңыртыла; хәҙ....

КОКИН Павел Владимирович

КОКИН Павел Владимирович [21.7.1974, Тирлән ҡсб (Белорет ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а.], спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). БДПИ‑ны тамамлаған (1997). Нефтекама ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.Х.Хаҡов), 1992—2005 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш...

КОКАНД ПОХОДТАРЫ (1852, 1853)

КОКАНД ПОХОДТАРЫ (1852, 1853), 1847—76 йй. Рәсәйҙең Коканд ханлығын баҫып алыуы осоронда рус ғәскәрҙәре экспедицияһы. Ырымбур айырым корпусы көстәре ҡатнаша, һуңыраҡ Себер казак ғәскәре ҡушыла. 1852 й. 3 июлендә Ырымбур губернаһының Арал нығытмаһынан Коканд ханлығының Аҡмәсет ҡәлғәһенә табан полк. И.Ф.Бларамберг...

КОЙНЕ

КОЙНЕ (гр. koine — дөйөм), даими соц. бәйләнеш шарттарында ҡәрҙәш телдәрҙә йәки диалекттарҙа һөйләшеүселәрҙең төп аралашыу сараһы булараҡ ҡулланылған функциональ типтағы тел; өҫтөнлөк иткән тел йәки диалект базаһында формалаша. Күп кенә ғалимдарҙың фекере б‑са, орхон-йәнәсәй ҡомартҡылары теле байтаҡ...

КОЗЛОВСКИЙ Яков Абрамович

КОЗЛОВСКИЙ Яков Абрамович (29.7.1921, Мәскәү губ. Воскресенск ҡ. — 1.6.2001, Мәскәү), шағир, тәржемәсе. “Һуҡмаҡ” (“Тропа”; 1964), “Арена” (1972), “Төрлө ырыу имеш-мимештәре” (“Разноплеменная молва”; 1992) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” (1967), “Ҡыҙ урлау” (1969), “Айгөл...

КОЗЛОВА Татьяна Николаевна

КОЗЛОВА Татьяна Николаевна (29.11.1931, Урал өлк. Красноуральск эшселәр ҡсб), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1988). Урал политехник ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1954). 1967 й. алып Өфөлә эшләй: “Хеҙмәт” ДСО‑һы ДЮСШ‑ының, 1975 й. башлап “Зенит” ДСО‑һы тренеры, 1978 й. —...

КОЗЛОВА Планета Павловна

КОЗЛОВА Планета Павловна (28.7.1945, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Ғәҙелша а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) 9‑сы урта мәктәп һәм 2‑се тәрбиә-хеҙмәт колонияһы уҡытыусыһы (бөтәһе...

КОЗЛОВ Илларион Александрович

КОЗЛОВ Илларион Александрович (6.2.1878, Ҡазан — 4.12.1933, шунда уҡ), комп., скрипкасы, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1900). Төрки музыка ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡ. һәм татар халыҡ музыкаһын өйрәнеүсе һәм пропагандалаусы. Әҫәрҙәре араһында кантаталар, скрипка...

КОЗЛОВ Евгений Григорьевич

КОЗЛОВ Евгений Григорьевич (3.1.1933, Наро‑Фоминск ҡ.), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1989), бөтә Союз категориялы судья (1973). ӨАИ‑ны тамамлаған (1964). 1957 й. алып Өфөлә эшләй: “Уңыш” ДСО‑һы, 1959 й. башлап Респ. йәштәр спорт мәктәбе тренеры, 1961—71 йй. — “Хеҙмәт” ДСО‑һы,...

КОЗЛОВ Валерий Григорьевич

КОЗЛОВ Валерий Григорьевич (18.4.1951, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1994). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Химия ин‑тында эшләй. 1994 й. алып РФА Һамар фәнни үҙәгенең Волга бассейны экологияһы ин‑тында лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2000 й. Волга ун‑тында (икеһе лә — Тольятти ҡ.) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре...

КОЗЛОВ Анатолий Александрович

КОЗЛОВ Анатолий Александрович (21.8.1946, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Васильевка а. — 3.11.2004, Өфө), журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982). Журналистар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ла уҡыған (1964—67). 1967 й. алып “Советская Башкирия” гәз. (1982 й. — бүлек мөдире) хеҙм‑ре. Хәҙ. заман иҡт. мәсьәләләре...

КОЗЛОВ Алексей Павлович

КОЗЛОВ Алексей Павлович (1853, Ярославль губ. Никольский а. — 1909), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Думала эсерҙар фракцияһы ағзаһы. Өфө өйәҙ һәм губерна земстволары, ш. уҡ Өфө ҡала думаһы гласныйы. Өфөлә хосуси һәм хеҙмәткәрҙәр эшенә үҙ-ара ярҙам итеү йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың...

КОЗЛОВ Александр Фёдорович

КОЗЛОВ Александр Фёдорович (24.4.1922, Алыҫ Көнсығыш респ. Бровничи а. — 26.11.2004, Өфө), архитектор. РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы (1969). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Новосибирск инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) “Башкиргражданпроект” ин‑тының архитекторҙар...

КОЗИЦКИЙ Филипп Емельянович

КОЗИЦКИЙ Филипп Емельянович (23.10.1893, Киев губ. Летичевка а. — 27.4.1960, Киев), комп., музыка белгесе, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Украина ССР‑ының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1943). Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфөлә эвакуацияла була, 1941—43 йй. Композиторҙар союзы эшендә ҡатнаша. Башҡ. муз. фольклорын...

КОЖЕВНИКОВ Сергей Викторович

КОЖЕВНИКОВ Сергей Викторович (7.9.1958, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Талдыболаҡ ҡсб), спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982). Мәскәү финанс ин‑тын тамамлаған (1989). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Г.С.Лучинин). РСФСР чемп. (1981), СССР чемпионатының...

КОЖЕВНИКОВ Павел Андреевич

КОЖЕВНИКОВ Павел Андреевич (19.3.1942, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Сталин а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Мағаш а.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1960—62 йй. Өфөнөң 1‑се ТЭЦ‑ы балта оҫтаһы. 1965 й. алып “Башстройтранс” тресының 1‑се автобазаһы, 1994 й. — “Чародейка” ААЙ водителе. 1996—2006 йй. «“Эколог”...

КОЖЕВНИКОВ Алексей Венедиктович

КОЖЕВНИКОВ Алексей Венедиктович (6.3.1891, Вятка губ. Хабазы а. — 5.1.1980, Мәскәү), яҙыусы. “Һаумы, юл!” (“Здравствуй, путь!”; 1936), “Океан туғаны” (“Брат океана”; 1939), “Тере һыу” (“Живая вода”; 1950) һ.б. романдар авторы. Урал халыҡтарының рев‑цияға тиклемге тормошона арналған “Алтын ярлылар” [“Золотая...

КОЖАЙ‑ЫҠ БАШЫ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

КОЖАЙ‑ЫҠ БАШЫ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1005 кеше; 1920 — 1148; 1939 — 291; 1959 — 781; 1989 — 374; 2002 — 289; 2010 — 275 кеше. Сыуаштар...

КОЖАЙ‑СЕМЁНОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

КОЖАЙ‑СЕМЁНОВКА, Тимеш, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай-Семёновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.-Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Кожай й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 642 кеше; 1920 — 888; 1939 — 929; 1959 — 817; 1989 — 723; 2002 — 694; 2010 — 590 кеше....