Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КЛОКОВ Дмитрий Вячеславович

КЛОКОВ Дмитрий Вячеславович (18.2.1983,  Балашиха ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2005). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2006). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2008). 2001—13 йй. Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгеөсөн сығыш...

КЛОКОВ Всеволод Иванович

КЛОКОВ Всеволод Иванович [25.6.1917, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡытаутамаҡ заводы а. (Силәбе өлк. Ҡытаутамаҡ ҡ.) — 11.10.2004, Киев], инженер, тарихсы. Советтар Союзы Геройы (1945). Украина ССР‑ы ФА-ның мөхбир ағзаһы (1978), тарих ф. д‑ры (1962), проф. (1965). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1977)....

КЛОБУКОВА‑АЛИСОВА Евгения Николаевна

КЛОБУКОВА‑АЛИСОВА Евгения Николаевна (24.7.1889, Вятка губернаһы Варзняк а. — 12.1.1962, Мәскәү ҡ.), ботаник. 1934 й. алып Өфө ҡ.: Тупраҡ‑ботаника институтында, Башҡортостан үҙәк тыуған яҡты өйрәнеү музейында, 1937 й. башлап Ботаника баҡсаһында (1944—57 йй. гербарий мөдире). К.‑А. тарафынан республиканың...

КЛИРИНГ

КЛИРИНГ (ингл. clearing — таҙар-тыу), үҙ-ара иҫәпләшеп түләү, иҫәп-хисап ысулы, ҡатнашыусыларҙың аҡса дәғүәһе (дебитор бурысы) үҙҙәренең үк аҡса йөкләмәләре (кредиторлыҡ бурысы) м‑н реаль аҡсаны файҙаланмайынса түләнә. К. банкылар, махсус булдырылған иҫәпләшеү үҙәктәре, палаталары, йорттары, бүлектәре...

КЛИМОВА Нина Ивановна

КЛИМОВА Нина Ивановна (16.06.1950, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1977 й. алып Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында: 1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1991—97 йй. сектор мөдире, 2000 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2004—06 йй....

КЛИМОВ Юрий Семёнович

КЛИМОВ Юрий Семёнович (21.9.1961, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Мораҡ а. — 9.1.2000, Чечен Республикаһының Аргун а. янында, Новосибирск ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). Милиция подполковнигы (1996). 1995—96 йй. һәм 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Новосибирск...

КЛИМОВ Владимир Яковлевич

КЛИМОВ Владимир Яковлевич (23.7.1892, Мәскәү — 9.9.1962, шунда уҡ), конструктор. СССР ФА акад. (1953). Соц. Хеҙмәт Геройы (1940, 1957). Инженер‑авиация хеҙмәте ген.-майоры (1944). Мәскәү юғары техник уч‑щеһын тамамлаған (1918). 1935 й. алып 26‑сы Рыбинск мотор з-дының, 1941—46 йй. — 26‑сы Дәүләт союз...

КЛИМЕНТ

КЛИМЕНТ (донъяуи исеме Верниковский Константин Александрович; 2.2.1863, Минск губ. Погорелое а. — 19.9.1909, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1902—03). Дини тәғлимәт канд. (1890). Архимандрит (1891). Монахлыҡ ҡабул иткән (1889). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1890) Холм дини...

КЛИМЕНОК Борис Васильевич

КЛИМЕНОК Борис Васильевич (2.5.1911, Минск губернаһы Ивенец а. — 22.12.1986, Өфө ҡ.), физик‑химик. Химия фәндәре докторы (1951), профессор (1951). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968). МДУ‑ны тамамлаған (1938). 1944—49 йй. И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтында уҡыта. 1951—83 йй....

КЛИМАТОЛОГИЯ

КЛИМАТОЛОГИЯ (климат һәм ...логия), арауыҡ‑ваҡыт эсендәге климат процестары үҙгәрешен һәм айырым терр‑ялағы күрһәткестәрҙе өйрәнгән география бүлеге. К. климатографияға, дөйөм, физик, аэро-, микро- һәм палеоклиматологияға, ш. уҡ агроклиматологияға, биол., курорт, мед., а.х., техник һ.б. бүленә. Биогеография,...

КЛИМАТ РЕСУРСТАРЫ

КЛИМАТ РЕСУРСТАРЫ, терр‑яның хужалыҡта, сәнәғәттә һ.б. маҡсаттарҙа ҡулланыла торған климат мөмкинлектәре запасы. Бөтмәҫ тәбиғәт ресурстарына ҡарай. К.р. үҫемлектәр үҫешен тәьмин иткән һәм кешелеккә комфортлы (дискомфортлы) йәшәү шарттарын тыуҙырған ҡояш энергияһы; бер йыл эсендәге һәм вегетация осорондағы...

КЛИМАТ МИҘГЕЛДӘРЕ

КЛИМАТ МИҘГЕЛДӘРЕ, климат билдәләре (термик режим, дымланыу шарттары, атмосфера циркуляцияһы) б‑са бүленгән һәм бер нисә айға һуҙылған йыл осорҙары. Йылды К.м. бүлеү климат бүлкәттәре б‑са эшләнә. Экватор бүлкәтендә К.м. бүленмәй; субэкватор, тропик һәм субтропик бүлкәттәрҙә оҙонлоғо м‑н айырылған ҡоро...

КЛИМАТ БУЙЫНСА РАЙОНЛАШТЫРЫУ

КЛИМАТ БУЙЫНСА РАЙОНЛАШТЫРЫУ, бер үк климат шарттары йәки климат үҙенсәлектәре б‑са ерҙәрҙе терр‑яларға бүлеү. Ф.Ш.Килмәтова тарафынан климат үҙенсәлектәренең бер төрлөлөгө нигеҙендә БР терр‑яһы 8 климат районына бүленгән (1995; БДУ), уларҙың сиктәре изогиета б‑са билдәләнгән (ҡара: табл.). Шулай уҡ...

КЛИМАТ

КЛИМАТ (гр. klima — ауышлыҡ), билдәле бер урынға хас һауа торошоноң күп йыллыҡ режимы, физик- геогр. шарттарҙың, атмосфера күренештәренең бер‑береһенә йоғонто яһау һөҙөмтәһе булып тора. Микро‑ һәм макроклимат, ҙур ҡалаларҙа ҡала К. бүленә. К. төп күрһәткестәре: атмосфера баҫымы, һауа дымлылығы, ел тиҙлеге...

КЛИМАНОВ Владимир Владимирович

КЛИМАНОВ Владимир Владимирович (17.2.1942, Бәләбәй ҡ. — 18.6.2018, Өфө ҡ.), балалар хирургы. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1993). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Республика клиник дауаханаһында эшләй (1970 й. алып бүлек мөдире), 1972 й. алып Республика...

КЛИКИЧ Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы

КЛИКИЧ Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (2.8.1954, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2006), проф. (2013). Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалын тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ уҡыта. 1987 й. алып Мурманск өлк. Заозёрск ҡ. хакимиәтендә эшләй. 1995 й. башлап БДАУ‑ҙа (2008—09 йй. аграр...

КЛЕПИНИН Валерий Николаевич

КЛЕПИНИН Валерий Николаевич (16.12.1944, Баймаҡ ҡ.), композитор. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2002). Композиторҙар союзы ағзаһы (1980). Одесса консерваторияһын тамамлағандан һуң (1973; Т.С.Сидоренко-Малюкованың композиция класы, С.Л.Могилевскаяның фп. класы) 1981 й. тиклем — Норильск музыка уч‑щеһында,...

КЛЕМЕНТ Александр Васильевич

КЛЕМЕНТ Александр Васильевич (1.9.1948, Ҡырғыҙ ССР‑ы Ҡаджи-Сай ҡсб), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлаған (1978). 1966—71 йй. һәм 1981—83 йй. Шилка, Свердловск ҡҡ. сәнәғәт пр‑тиеларында, 1978—80 йй. “Башкиргражданпроект” ин‑тында, 1983 й. алып БАССР‑ҙың...

КЛЕКОВКИНА Наталья Аркадьевна

КЛЕКОВКИНА Наталья Аркадьевна (11.12.1950, Белорет ҡ.), инженер-металлург. Техник ф. канд. (1985). БР-ҙың атҡ. металлургы (2011). Магнитогорск тау‑металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) Белорет металлургия комб‑тында эшләй: 1977 й. алып өлкән инженер, 1985 й. — лаб. нач., 1996—2011 йй. Үҙәк тикшеренеү...

КЛЕЙМЁНОВ Евгений Олегович

КЛЕЙМЁНОВ Евгений Олегович (11.5.1947, Өфө — 1.9.1992, Мәскәү), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1985). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1973; педагогтары П.Д.Покаржевский, К.А.Тутеволь). К. фәлсәфәүи һәм эстетик ҡараштары реалистик сәнғәттең классик традицияларына нигеҙләнгән ижадында...