Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КЛЕВЕР

  КЛЕВЕР (Trifolium), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияла, Америкала, Австралияла һәм Африканың таулы райондарында таралған. Башҡортостанда К. 11 төрө үҫә: болон, йәки ҡыҙыл; гибрид, йәки алһыу; һырылыусан, йәки аҡ һ.б. Күп йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабаҡтары...

КЛАССЕН Эрих Гергардович

КЛАССЕН Эрих Гергардович (14.11.1935, Ырымбур өлк. Черно‑Озёрное а.), философ. Филос. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ырымбур өлк. Луговое урта мәктәбе, 1965 й. алып Октябрьский ҡ. 1‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1966 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ӨДНТУ‑ның Октябрьский...

КЛАРК Павел Иванович

КЛАРК Павел Иванович (19.6.1863, Ырымбур губ. Өфө өйәҙе Һатҡы заводы ҡсб, хәҙ. Силәбе өлк. Һатҡы ҡ., — 1940, Ленинград), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1880 йй. “Халыҡ ихтыяры” ойошмаһы, 1905—07 йй. Социал‑революционерҙар партияһы, 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Революцияла (1905—07) ҡатнашыусы. Өфө ир балалар...

КИШЕР

КИШЕР (Daucus), сельдерей һымаҡтар (сатыр һымаҡтар) ғаиләһенә ҡараған ике, һирәкләп бер йыллыҡ үлән заты. 60‑ҡа яҡын төрө билдәле, Австралияла, Америкала, Африкала, Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда ситтән килтерелгән үҫемлек булараҡ һирәкләп ябай К. осрай, уның культуралы формалары (сәсеү...

КИТМАНОВ Роальд Викторович

КИТМАНОВ Роальд Викторович (23.1.1930, Улан‑Батор ҡ. — 5.5.2007, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр кандидаты (1978). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтен комплекслы автоматлаштырыу ғилми‑тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ...

КИТАПХАНАЛАР

КИТАПХАНАЛАР, тиражлы документтарҙың ойошторолған фонды булған һәм уларҙы физик, юридик шәхестәргә ваҡытлыса файҙаланыуға биреп тороусы мәғлүмәти, мәҙәни, белем биреү учреждениелары. Учреждениеның ойоштороу тәртибенә һәм милек формаһына ярашлы дәүләт, муниц., ведомстволы, профсоюз, шәхси К. бүленә....

КИТАПХАНА ЭШЕ ҺӘМ КИҢ ЭЛЕМТӘ КОЛЛЕДЖЫ

КИТАПХАНА ЭШЕ ҺӘМ КИҢ ЭЛЕМТӘ КОЛЛЕДЖЫ, 1937 й. Стәрлетамаҡ ҡ. мәҙәниәт‑ағартыу уч‑щеһы нигеҙендә Респ. башҡ. сәйәси китапхана техникумы булараҡ асыла. 1941—44 йй. эшләмәй, 1944 й. Өфөгә күсерелә һәм Өфө китапхана техникумы тип атала башлай (1996—99 йй. техникум‑колледж), 2005 й. алып К.э.һ.к.э.к., 2014 й....

КИТАПОВА Суфия Мирғәлим ҡыҙы

КИТАПОВА Суфия Мирғәлим ҡыҙы [12.11.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Сабай а. (хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Сабай а.) — 24.12.1997, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1959). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 2 йыллыҡ өлкә партия мәктәбен (1948), К.А.Тимирязев...

КИТАП‑ҠУЛЪЯҘМАЛАР ФОНДЫ

КИТАП‑ҠУЛЪЯҘМАЛАР ФОНДЫ, Башҡортостанда табылған ҡулъяҙма китаптар һәм иҫке баҫма китаптар йыйылмаһы. К.‑ҡ.ф. археографик экспедициялар ваҡытында йыйылған, башҡа китапханаларҙан һәм айырым шәхестәрҙән алынған китаптар иҫәбенә туплана; айырым китап йәки уның фрагменты, ҡулъяҙма бит йәки биттәр төпләме...

КИТАП ПАЛАТАҺЫ

КИТАП ПАЛАТАҺЫ, милли фонд һаҡлағыс. 1928 й. дек. Өфөлә Башҡ‑н үҙәк китап палатаһы булараҡ ойошторола [1930—34 йй. БАССР‑ҙың Үҙәк халыҡ китапханаһы (ҡара: Милли китапхана) бүлеге], 1941 й. алып БАССР‑ҙың Китап палатаһы, 1954 й. – БАССР‑ҙың Дәүләт китап палатаһы, 2003 й. — БР‑ҙың К.п., 2018 й. — Милли...

КИТАП НӘШЕР ИТЕҮ ЭШЕ

КИТАП НӘШЕР ИТЕҮ ЭШЕ, китаптарҙы әҙерләү, сығарыу, таратыуға бәйле мәҙәниәт һәм етештереү тармағы. БР‑ҙағы төп китап нәшер итеүселәр: “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы, “Башҡортостан”, “Белая река”, “Китап” нәшриәттәре. К.н.и.э. тарихы ҡулъяҙма китаптарға барып тоташа. Ырымбур губ. тәүге...

КИТАП ГРАФИКАҺЫ

КИТАП ГРАФИКАҺЫ, китаптың художество төҙөлөшөн эшләү системаһы, ул китапты иллюстрациялауҙы, кәрәкле шрифты һайлауҙы, дөйөм ҡоролошто (төпләү, китап тышы, супертышлыҡ һ.б.) һәм биҙәүҙе (авантитул, титул бите, виньетка, башбиҙәк һ.б.) үҙ эсенә ала. Революцияға (1917) тиклем Башҡортостанда К.г. ике йүнәлеше:...

КИҪТӘНЛЕ‑БОҒҘАН

КИҪТӘНЛЕ‑БОҒҘАН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Баҙлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Киҫтәнле й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1443 кеше; 1920 — 1436; 1939 — 1322; 1959 — 1019; 1989 — 662; 2002 — 587; 2010 — 483 кеше. Сыуаштар...

КИҪТӘНЛЕ-ИВАНОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

КИҪТӘНЛЕ‑ИВАНОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Киҫтәнле й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 625 кеше; 1920 — 711; 1939 — 721; 1959 — 725; 1989 — 377; 2002 — 350; 2010 — 290...

КИҪКЕН РЕСПИРАТОР АУЫРЫУҘАР

КИҪКЕН РЕСПИРАТОР АУЫРЫУҘАР, кеше һәм хайуандар ауырыуҙары төркөмө, уға башлыса тын алыу системаһының өҫкө бүлектәре (йотҡолоҡ өҫтө, тамаҡ, боғарлаҡ, үпкә көпшәһе) зарарланыуы хас. Сәбәптәре: вирустар, бактериялар, ш. иҫ. шартлы‑патоген микроорганизмдар, микоплазмалар һ.б. Кешенең К.р.а. араһында иң...

КИҪӘКСӘЛӘР

КИҪӘКСӘЛӘР, айырым һүҙҙәргә, һүҙ формаларына, һүҙбәйләнештәргә һәм һөйләмдәргә төрлө мәғәнә, эмоциональ‑экспрессив һәм модаль мәғәнә төҫмөрө биргән ярҙамсы һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә К. грамматик (сикләүҙе, һорауҙы, билдәләүҙе, сағыштырыуҙы, оҡшашлыҡты һ.б. асыҡлай) һәм модаль (фаразлау, икеләнеү,...

КИҪӘКҠАЙЫН, Яңауыл р‑нындағы ауыл

КИҪӘКҠАЙЫН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Киҫәкҡайын а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Бәҙрәшбаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 552 кеше; 1920 — 610; 1939 — 583; 1959 — 587; 1989 — 446; 2002 — 552; 2010 — 519 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

КИССЕЛЬГОФ Иосиф Сергеевич

КИССЕЛЬГОФ Иосиф Сергеевич (14.9.1908, Тверь губ. Торопец ҡ. — 19.5.1973, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1967), проф. (1968). А.И.Герцен ис. Ленинград пед. ин‑тын тамамлаған (1938), 1947—51 йй. шунда уҡ уҡыта. 1941 й. алып Вологда пед. ин‑ты деканы, яңы тарих каф. мөдире, 1951 й. — БДУ‑ла уҡыта (1957 й....

КИСЛОТАЛЫ ЯМҒЫРҘАР

КИСЛОТАЛЫ ЯМҒЫРҘАР, әсе ямғырҙар, һауала көкөрт диоксиды, азот оксиды, хлорлы водородтың һ.б. тейешенән артыҡ булыуы сәбәпле әселәндерелгән (рН...

КИСЛОТАЛАР

КИСЛОТАЛАР, һыуҙағы эретмәләрҙә водород ионы барлыҡҡа килтереп диссоциацияланыу м‑н характерланған химик берләшмәләр. Диссоциация дәрәжәһе б‑са — көслө (һыуҙағы эретмәләрҙә тулыһынса диссоциациялана) һәм көсһөҙ (аҙ дәрәжәлә диссоциациялана), металл м‑н алмаштырыла алған водород атомдарының һаны б‑са...