Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛАТЕКСТАР

ЛАТЕКСТАР, макромолекулаларының глобуляр агрегаттары өҫкө йөҙҙә актив матдәләр м‑н стабилләштерелгән полимерҙарҙың йәки сополимерҙарҙың һыуҙағы йәки коллоидтағы дисперсияһы. Сығышы б‑са тәбиғи, синтетик һәм яһалма Л. айырыла. Синтетик Л. полимер төҙөүсеһенең тәбиғәте б‑са эластомер һәм термопластиктарға,...

ЛАТВИЯ

ЛАТВИЯ, Латвия Республикаһы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 64,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Рига. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 2,22 млн кеше (2011): латыштар (59%), урыҫтар (27%), белорустар (3,6%) һ.б.; 270 башҡорт йәшәй (2011). Рәсми тел — латыш теле. Диндарҙарҙың күпселеге —...

ЛАСКИН Иван Андреевич

ЛАСКИН Иван Андреевич [1.11.1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Васильевка а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 1.7.1988, Минск], хәрби эшмәкәр. Ген.-лейтенант (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Хәрби мәктәпте (Киев, 1923), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1934), К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад....

ЛАРИОНОВ Николай Геннадьевич

ЛАРИОНОВ Николай Геннадьевич (11.12.1939, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1979). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). М.Горький ис. Владивосток драма театры эргәһендәге Театр студияһын тамамлаған (1963; Г.И.Антошенков курсы). 1960 й. алып Мари АССР‑ының Респ. урыҫ драма театры (Йошкар-Ола), 1961...

ЛАРИОНОВ Александр Леонтьевич

ЛАРИОНОВ Александр Леонтьевич, хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор. Дворяндарҙан. Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1773 й. алып Ҡазан губернаһының һәм Ырымбур губернаһының гарнизон командалары обер-кригскомиссары. 1774 й. ғин. башлап Ҡазан улан корпусы командиры. Кама аръяғында һәм Ҡазан даруғаһының көнбайышында...

ЛАРИН Юрий Анатольевич

ЛАРИН Юрий Анатольевич (2.2.1922, Стәрлетамаҡ ҡ. — 27.7.1981, Өфө ҡ.), артиллерист, өлкән лейтенант (1952). Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлаған (1949). 1938—39 йй. “Динамо” спорт йәмғиәте (Өфө ҡ.) инструкторы булып эшләй. 1940 й....

ЛАПЫШТЫ ЗАВОДЫ

ЛАПЫШТЫ ЗАВОДЫ, 1897 й. Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы башҡорттары ерендә Лапышты й. (Оло Инйәр й. ҡушылдығы) буйында С.П.Дервиз суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Дервиз, Инйәр тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте (1898 й. алып). Инйәр тау округына ингән. 1898 й. эшләй башлай. Домна мейесе,...

ЛАПТЕВ М.А. ЙОРТО

ЛАПТЕВ М.А. ЙОРТО, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Гоголь урамы, 27). 1913 й. сауҙагәр‑урман сәнәғәтсеһе М.А.Лаптев заказы, архитектор А.А.Щербачёв проекты б‑са төҙөлә. 20 б. башындағы усадьба архитектураһы өлгөһө булып тора (баҡса, беседка, мунса, бассейн,...

ЛАПТЕВ Владимир Викторович

ЛАПТЕВ Владимир Викторович (5.10.1937, Сызрань ҡ. — 7.2.2022, Өфө ҡ.), инженер‑геофизик. Техник фәндәр кандидаты (1967). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте...

ЛАПҠАН, һаҙлыҡ

ЛАПҠАН, Ҡармасан й. басс. һаҙлыҡ. Кушнаренко р‑ны Гуровка а. төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 150 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1 м, эшкәртелмәгән торф запасы 365 мең м3. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, ҡаҙ үләне, ҡара ерек, күрән, тал, һаҙ ҡырҡбыуыны,...

ЛАНДШАФТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

ЛАНДШАФТЫ ӨЙРӘНЕҮҒИЛЕМЕ, физик географияның ҡатмарлы тәбиғи һәм тәбиғи-антропоген геогр. системаларын (тәбиғи‑терр. комплекстар), географик ландшафтарҙың барлыҡҡа килеүен, төҙөлөшөн һәм динамикаһын, хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә уларҙың үҫеше, урынлашыуы һәм үҙгәреүе закондарын өйрәнгән бүлеге. 20...

ЛАНДШАФТАРҘЫҢ БЕЙЕКЛЕК БҮЛКӘТЛЕГЕ

ЛАНДШАФТАРҘЫҢ БЕЙЕКЛЕК БҮЛКӘТЛЕГЕ, ландшафтарҙың тауҙарҙағы бейеклектең үҙгәрә барыуына ҡарап тәбиғи зоналар һымаҡ алмашыныуы. Абс. бейеклек үҫкән һайын һауа температураһы, яуым‑төшөм миҡдары, атмосфера баҫымы, болотлолоҡ үҙгәрә. Климат шарттары, рельеф формалары үҙгәреү м‑н тупраҡ, аҡма шарттары, үҫемлектәр,...

ЛАНДШАФТ ИГЕНСЕЛЕГЕ

ЛАНДШАФТ ИГЕНСЕЛЕГЕ, агроландшафтың тотороҡлолоғон, тупраҡтың уңдырышлылығын тергеҙеүҙе һәм үҫтерелгән а.х. культураларының юғары уңышын алыуҙы тәьмин иткән ерҙе ҡулланыу системаһы. А.х. культураларын урынлаштырыу төр һәм сорттарҙың экологияһына, тупраҡтың һәм рельефтың(битләүҙәрҙең текәлеге һәм экспозицияһы)...

ЛАНДШАФТ АСИММЕТРИЯҺЫ

ЛАНДШАФТ АСИММЕТРИЯҺЫ, ландшафт төҙөлөш өлөштәренең морфология һәм структура б‑са бер‑береһенә тура килмәүе. Симметрик (дөрөҫ арауыҡ) төҙөлөштән тайпылыу сәбәбе булып геострофик, тектоген, геол. структура, ишелмә, циркуляция, инсоляция, топоген, антропоген факторҙар тора. Л.а. Башҡортостан (Көньяҡ)...

ЛАНДРАС, сусҡаның ит йүнәлешле тоҡомо

ЛАНДРАС (дат. Landrace, land — ил, ауыл ере һәм race — тоҡом), сусҡаның ит йүнәлешле тоҡомо. 20 б. башында Данияла урындағы яҡшыртылған һалынҡы ҡолаҡлы сусҡалар м‑н Англияла сығарылған сусҡаларҙы (башлыса эре аҡ тоҡом) ҡушыу юлы м‑н сығарыла. Рәсәйгә — 1948 й., Башҡортостанға 60‑сы йй. башында эре аҡ...

ЛАНДМИЛИЦИЯ

ЛАНДМИЛИЦИЯ (нем. land — ил һәм лат. militia — ғәскәр), 18 б. Рәсәйҙә ил сиген һаҡлау өсөн урынлаштырылған ғәскәр төрө. Башҡортостанда 1731 й. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығы ҡәлғәләрен һәм нығытмаларын (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) һаҡлау өсөн ойошторола. Кама аръяғы Л. однодворецтарҙан һәм хеҙмәтле кешеләрҙән...

ЛАНГЕ Александр Петрович

ЛАНГЕ Александр Петрович (21.12.1896, Киев — 16.12.1976, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. канд. (1950), проф. (1962). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1967). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Киев политехник ин‑тын тамамлаған (1920). 1953—72 йй. БАХИ‑ла (1954—66 йй. тракторҙар һәм автомобилдәр каф. мөдире)...

ЛАҠЛЫ, Салауат р‑нындағы ауыл

ЛАҠЛЫ, Салауат р‑нындағы ауыл, Лаҡлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 31 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т. табан 26 км алыҫлыҡта Лаҡлы й. (Әй й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1450 кеше; 1920 — 1703; 1939 — 1868; 1959 — 1449; 1989 — 1157; 2002 — 1124; 2010 — 925 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ЛАҠЛЫ МӘМЕРЙӘҺЕ

ЛАҠЛЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, Ташҡыуыш, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны Лаҡлы а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,6 км алыҫлыҡта Лаҡлы й. (Әй й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, өҫкө карбондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ йүнәлешле горизонталь залдар һәм галереялар системаһынан...

ЛАКЕЕВ Сергей Николаевич

ЛАКЕЕВ Сергей Николаевич (29.12. 1962, Өфө), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Органик химия ин‑тында эшләй (өҙөклөк м‑н): 1992 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — инновацион эҙләнеүҙәр бүлеге нач., 2001 й. — “Содействие” Башҡ‑н инновациялар үҙәге дир., 2009 й. —...