Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛОҠМАНОВА Гөлнур Ишмырҙа ҡыҙы

ЛОҠМАНОВА Гөлнур Ишмырҙа ҡыҙы (1.1.1962, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Сиҙәм а.), паразитолог. Мед. ф. д‑ры (2008). БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). И.Х.Һиҙиәтовтың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Респ. балалар клиник дауаханаһында, 1987 й. алып Өфөнөң 33‑сө поликлиникаһында эшләй. 1989 й. башлап...

ЛОҠМАНОВ Сабир Закирйән улы

ЛОҠМАНОВ Сабир Закирйән улы (9.4.1906, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Йәркәй а., хәҙ. БР‑ҙың Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а., — 27.10.1967, Өфө), анатом, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Мед. ф. д‑ры (1943), проф. (1943). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1956), РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943)....

ЛОҠМАНОВ Давид Дамостан улы

ЛОҠМАНОВ Давид Дамостан улы (27.9.1959, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Үкәрле а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2010). Ростов ун‑тын тамамлаған (1986). 1976—78 йй. Үкәрле урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1986 й. алып БДАУ‑ҙа: 1995—2001 йй. бухгалтер хисабы, аудит һәм финанс ф‑ты, 2005 —...

ЛОҠМАНОВ Ғаян Лоғоман улы

ЛОҠМАНОВ Ғаян Лоҡман улы [30.6.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яугилде а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 19.10.1988, шунда уҡ], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөрө уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған (1951). Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй: 1944 й. алып Яугилде тулы булмаған урта...

ЛОКОТКИ, ауыл, Өфө составында

ЛОКОТКИ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искин а/с ҡарай. Өфөнән К. табан 25 км һәм Өршәк т. юл ст. 10 км алыҫлыҡта, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 91 кеше; 1920 — 136; 1939 — 163; 1959 — 166; 1989 — 114; 2002 — 119; 2010 — 153 кеше.Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға...

ЛОКАЛЬ ҺУҒЫШТАР

ЛОКАЛЬ ҺУҒЫШТАР, бер нисә дәүләтте солғап алған йәки ил эсендә барған һуғыш. Л.һ. дәүләттең бер ни тиклем көсө һәм мөмкинселеге (ҡуйылған маҡсаттарҙан сығып ҡораллы көстәр, иҡт., сәйәси һәм дипломатик алымдар) файҙаланыла. 20 б. 1‑се ярт. Л.һ. 2 күрше дәүләт араһында була [(Ҡытай-Көнсығыш т. юлында...

ЛОЗОВАЯ Галина Фёдоровна

ЛОЗОВАЯ Галина Фёдоровна (1.3.1939, Приморско‑Ахтарск ҡ.), провизор. Фарм. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). Харьков фарм. ин‑тын (1961), Башҡ‑н идара итеү академияһын (1992) тамамлаған. 1961—66 йй. Харьков өлк. һәм Краснодар крайында эшләй, 1970 й. алып мед. һәм фарм. ин‑ттарында уҡыта (Хабаровск ҡ.)....

ЛОЗИН Евгений Валентинович

ЛОЗИН Евгений Валентинович (19.9.1937, Грозный ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1994), профессор (2000). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), РФ Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2007). Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1961)...

ЛОЗБЕНЬ Иван Феофанович

ЛОЗБЕНЬ Иван Феофанович (1.6.1905, Седлец губернаһы Сбережье а. — 1.4.1976, Щёлково ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. Техник фәндәр кандидаты (1935). Г.В.Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын (1926), Юғары химик‑технология училищеһын (Мәскәү ҡ., 1930) тамамлаған. 1949 й. алып Стәрлетамаҡ...

ЛОГУНКОВА Елена Владимировна

ЛОГУНКОВА Елена Владимировна (15.5.1973, Өфө — 16.12.2010, Мәскәү), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1998). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.С. Саяпов, В.Д.Чистонов). Кикбоксинг б‑са донъя...

ЛОГИНОВ Олег Николаевич

ЛОГИНОВ Олег Николаевич (17.5.1963, Өфө ҡ. — 21.12.2020, шунда уҡ), биотехнолог. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй, 1987 й. алып Биология институтында: 1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1997 й. — лаборатория мөдире; бер үк ваҡытта 1995...

ЛОГИНОВ Василий Григорьевич

ЛОГИНОВ Василий Григорьевич [22.4.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Николаевка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 29.1.2016, БР‑ҙың Туймазы районы Ҡандра а.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). ӨНИ‑не тамамлаған (1971). 1949 й. алып “Башнефть” ПБ‑нда...

ЛОГИНОВ Борис Георгиевич

ЛОГИНОВ Борис Георгиевич (4.8.1899, Бөрө ҡ. — 9.6.1993, Өфө), химик. Техник ф. канд. (1952). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1925) Башҡ‑н ХХС‑ның үҙәк химия лаб. мөдире. 1934 й. алып “Башнефть” берекмәһендә: Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире, дир., баш инженеры. 1947—66 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда:...

ЛОГИКА

ЛОГИКА (гр. logike), иҫбатлау һәм кире ҡағыу ысулдары т‑дағы фән; фекерләү асылы һәм уның закондары хаҡында фәнни теориялар йыйылмаһы. Фекерләү теорияһына (дедуктив һәм индуктив Л.), металогикаға, логик методологияға бүленә. Дедуктив Л. (логик зарурлыҡ һәм эҙмә-эҙлекле һығымталар т‑да теория) классик...

ЛОГВИНОВ Николай Христофорович

ЛОГВИНОВ Николай Христофорович (? — 2.12.1910), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник. Дворяндарҙан. Ҡырым һуғышында (1853—56) ҡатнашыусы. 1861 й. алып Пенза губ. мировой аралашсы, 1868 й. — Пенза крәҫтиән эштәре б‑са губерна присутствиеһы ағзаһы, 1890 й. — Пенза губ. Керенск өйәҙендә дворяндарҙың өйәҙ башлығы,...

ЛОБОДИН Герман Григорьевич

ЛОБОДИН Герман Григорьевич [20.11.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Архангел а. (БР‑ҙың Архангел р‑ны) — 4.6.1978, Өфө], спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1951) һәм бөтә Союз категориялы судья. П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1952). “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы (Өфө; тренерҙары...

ЛОБОВ Владимир Николаевич

ЛОБОВ Владимир Николаевич (22.7. 1935, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Борай а.), хәрби эшмәкәр. Хәрби ф. д‑ры (1987), проф. (1991). Армия ген. (1989). Чехословакиялағы ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусы (1968). Рязань артиллерия уч‑щеһын (1959), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1967) һәм СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының...

ЛОБАСТОВА Светлана Александровна

ЛОБАСТОВА Светлана Александровна (14.9.1949, Өфө), физик. Техник ф. канд. (1990). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Архангел урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1973 й. алып БДУ‑ла эшләй: 1985 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1998 й. — килешеү нигеҙендәге фәнни тикшеренеүҙәр етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге туң ер тоҡомдарының...

ЛОБАНОВ Сергей Александрович

ЛОБАНОВ Сергей Александрович (30.9.1957, Өфө), патофизиолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н), 1989—97 йй. Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда. 2003 й. алып БДПУ‑ла (2005—11 йй. физиология һәм физик тәрбиәнең мед.‑биологик нигеҙҙәре каф. мөдире)....

ЛОБАНОВ Владимир Геннадиевич

ЛОБАНОВ Владимир Геннадьевич (1.1.1959, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), скульптор. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2015). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлаған (1980; педагогы Н.А.Калинушкин). 1985—90 йй. БДПИ‑ла, 1995 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта. Ижады кешенең рухи донъяһына һиҙгер иғтибар, киң...