Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛЛОЙДИЯ

ЛЛОЙДИЯ (Lloydia), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда көҙгө Л. үҫә. Япрағы күп һанлы ҡоро еңсәләр м‑н ҡапланған оҙонса‑конус формаһындағы һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы ябай, төҙ, 5—40 см бейеклектә;...

ЛИШАЙНИКТАР

ЛИШАЙНИКТАР (Lichenes), бәшмәктәр (аскомицеттар йәки базидиомицеттар) һәм ылымыҡтарҙың (йәшел ылымыҡтар, һары‑йәшел ылымыҡтар, зәңгәрһыу‑йәшел ылымыҡтар, йәки цианобактериялар һ.б.) берләшмәһе булып торған организмдар. 2 класҡа бүленә: муҡсалы һәм базидиаль. Яҡынса 26 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында...

ЛИЦЕЙҘАР

ЛИЦЕЙҘАР (гр. lykeion — Афина эргәһендә Аполлон Ликейский ҡорамына ҡараған сауҡалыҡ исеме), 1) 1917 й. тиклем Рәсәйҙә дворян балаларынан дәүләт чиновниктары әҙерләй торған өҫтөнлөклө урта йәки юғары уҡыу йорттары; 2) РФ‑та үҙ уҡыу программалары б‑са эшләгән (1988 й. алып) ҡайһы бер урта дөйөм белем...

ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТ

ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТ. Дыуан р‑нының Мәсәғүт а. урынлашҡан. 1996 й. 117‑се проф. уч‑ще базаһында мәктәп‑интернат булараҡ асыла, 1997 й. алып Республика лицей‑интернаты. Китапханаһы, компьютер класс‑лабораторияһы, лингафон һәм 3 мультимедиа кабинеты, этнография музейы, тамаша, бейеү, уҡыу, көрәш, тренажёр һәм...

ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТ

ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТ. Дыуан районының Мәсәғүт а. урынлашҡан. 1996 й. 117‑се профессиональ училище базаһында мәктәп‑интернат булараҡ асыла, 1997 й. алып Республика лицей‑интернаты. 2019 й. Т.Йосопов исеме бирелә. Китапханаһы, компьютер класс‑лабораторияһы, лингафон һәм 3 мультимедиа кабинеты, этнография музейы,...

ЛИЦЕЙ №136

ЛИЦЕЙ №136. Өфөлә 1994 й. 136‑сы Башҡорт лицейы булараҡ асыла, 2007 й. йәмәғәт эшмәкәре М.Ғ.Исҡужин исеме бирелә. Китапханаһы, тамаша һәм бейеү залдары, слесарь һәм тегеү оҫтаханалары, мед., стоматология һәм 2 компьютер кабинеты, тәжрибә‑етештереү участкаһы бар. Лицейҙа 2‑се балалар сәнғәт мәктәбе филиалы...

ЛИХОДЕД Виталий Алексеевич

ЛИХОДЕД Виталий Алексеевич (14.6.1944, Запорожье ҡ.), провизор. Фарм. ф. д‑ры (1993), проф. (1993). Запорожье мед. ин‑тын тамамлаған (1970), 1971 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ш. уҡ эшләй. 1984 й. алып БДМУ‑ла биотехнология курсын алып бара, фарм. технологияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге мед. препараттарының...

ЛИХОВ Виталий Кузьмич

ЛИХОВ Виталий Кузьмич (1.5.1926, Мәскәү губ. Дмитриевское а.), инженер‑металлург. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1987). Себер металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң  (Новокузнецк ҡ., 1951) 1994 й. тиклем Белорет металлургия комб‑тында эшләй: участка нач., 1953 й. алып бүлек нач. урынбаҫары, 1954 й. — смена нач.,...

ЛИТОСФЕРА ПЛИТАЛАРЫ ТЕКТОНИКАҺЫ

ЛИТОСФЕРА ПЛИТАЛАРЫ ТЕКТОНИКАҺЫ, плейт-тектоника, Ер литосфераһын хәрәкәт итеүсе плиталар системаһы булараҡ ҡараған геол. теория. Континенттарҙың күсеп йөрөүе теорияһы нигеҙендә барлыҡҡа килә (А.Вегенер, 1912), 1968 й. концепция рәүешендә формалаша (Б.Изакс, К. Ле Пишон, Дж.Морган, Дж.Оливер, Л.Сайкс һ.б.)....

ЛИТОЛОГИЯ

ЛИТОЛОГИЯ (лито... һәм ...логия), тау тоҡомдарының һәм улар менән бәйле файҙалы ҡаҙылмаларҙың составын, структураһын, текстураһын һәм генезисын өйрәнгән геология бүлеге. 1910‑сы йй. дөйөм петрографиянан айырылып сыға. Л. үҫешенә Л.Б.Рухин, Н.М.Страхов, В.Н.Шванов, М.С.Швецов һ.б. ҙур өлөш индерә. Л. бүлектәре:...

ЛИТО…, …ЛИТ

ЛИТО…, …ЛИТ, ҡушма һүҙҙәрҙең 1) (гр. lithos – таш) “ташҡа ҡағылышлы”, “таш шикелле” (мәҫ., литология, энеолит); 2) (гр. lytos – тарҡалыусан, иреүсән) “иреү, тарҡалыу продукты” (мәҫ., полиэлектролиттар) мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө. Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ЛИТВИНОВ Сергей Александрович

ЛИТВИНОВ Сергей Александрович (15.8.1925, Себер крайы Карташёво а. – 19.11.2003, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1997). Рәссамдар союзы ағзаһы (1970). Свердловск төҙөлөш техникумын тамамлағандан һуң (1949) Өфөнөң проект ин‑ттарында архитектор, 1960 йй. уртаһынан – 80‑се йй. тиклем Башҡ‑н ижади производство...

ЛИТВА, ПОЛЬША ҺӘМ РӘСӘЙҘӘГЕ ЙӘҺҮД ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ДӨЙӨМ СОЮЗЫ

ЛИТВА, ПОЛЬША ҺӘМ РӘСӘЙҘӘГЕ ЙӘҺҮД ЭШСЕЛӘРЕНЕҢ ДӨЙӨМ СОЮЗЫ, Бунд, Рәсәй империяһының көнбайыш өлөшөндә йәшәгән йәһүд эшселәре һәм һөнәрселәре мәнфәғәтен күҙәткән социал-демократик партия. 1897 й. Вильно ҡ. ойошторола. 1898—1903 йй. һәм 1906 й. алып РСДРП составында меньшевиктар программаһын яҡлаған автономиялы...

ЛИТВА

ЛИТВА, Л и т в а Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европалағы, Балтик буйындағы дәүләт. Майҙаны — 65,2 мең км2. Баш ҡалаһы — Вильнюс. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 3,1 млн кеше (2011): литвалар (83,9%), урыҫтар (5,4%), поляктар (6,6%) һ.б.; яҡынса 1 мең башҡорт йәшәй (2002). Рәсми тел — литва...

ЛИСТЕРИОЗ

ЛИСТЕРИОЗ, кешелә һәм хайуандарҙа Listeria monocytogenes бактерияһы тыуҙырған инфекцион ауырыу. Инфекция сығанағы: бәүел, тиҙәк һәм башҡа биол. шыйыҡсалар аша тышҡы мөхиткә Л. сығарған кимереүселәр, бөжәк ашаусылар, үлән ашаған хайуандар һәм ҡоштар. Кеше Л. Күбеһенсә алиментар (инфицирланған аҙыҡ‑түлек...

ЛИСТВЕНИТ, тау тоҡомо

ЛИСТВЕНИТ, метасоматик тау тоҡомо. Карбонаттарҙан һәм кварцтан тора, составында пирит, хлорит, фуксит, гематит ҡушылмалары була. Структураһы гранобластлы йәки лепидогранобластлы, текстураһы массив йәки таплы. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә. Биҙәү ташы, йөҙләү ташы булараҡ ҡулланыла. Башҡортостанда Учалы...

ЛИСОВСКИЙ Николай Кузьмич

ЛИСОВСКИЙ Николай Кузьмич [3.12.1914, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән-Петровск а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 25.5. 1987, Силәбе ҡ.], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1966), проф. (1967). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974). Силәбе пед. ин‑тын (1941), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (1947) тамамлаған....

ЛИПКИН Семён Израилевич

ЛИПКИН Семён Израилевич (6.9. 1911, Одесса ҡ. – 1.4.2003, С.‑Петербург), яҙыусы, тәржемәсе. “Шаһит” (“Очевидец”; 1967), “Яҙыу тамғалары” (“Письмена”; 1991) шиғри йыйынтыҡтары, “Декада” (1989), “Кешелә фатирҙа тороусы яҙмалары” (“Записки жильца”; 1992) һ.б. повестар авторы. Көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәрен...

ЛИПИДТАР

ЛИПИДТАР (гр. lipos — май), барлыҡ тере күҙәнәктәрҙең дә составына ингән майға оҡшаш матдәләр. Ябай (майлы к‑таларҙың ҡалдыҡтарынан, ҡайһы берҙә улар урынына альдегидтарҙан һәм спирттарҙан тора) һәм ҡатмарлы (майлы к‑таларҙың эфирҙарынан, күп атомлы спирттарҙың ҡалдыҡтарынан һәм шәкәрҙәрҙең ҡалдыҡтарынан —...

ЛИПАТОВ Олег Николаевич

ЛИПАТОВ Олег Николаевич (28.7. 1965, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1992) Респ. клиник онкология диспансерында эшләй, бер үк ваҡытта 1994 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. башлап Дипломдан һуң белем биреү ин-тының онкология һәм патологик анатомия курсы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...