Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛЕРМАН Исай Абрамович

ЛЕРМАН Исай Абрамович (23.1. 1884, Киев губ. Бердичев ҡ. — 13.2. 1954, Өфө), фармаколог. Мед. ф. д‑ры (1940), проф. (1940). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Женева ун‑тын тамамлағандан һуң (1915) тыл һәм фронт хәрби‑мед. учреждениеларында, 1920...

ЛЕРМАН Берта Моисеевна

ЛЕРМАН Берта Моисеевна (23.8.1931, Гомель ҡ.) химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1987). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) 1961 й. тиклем Өфө синтетик спирт з‑дында үҙәк лаб. мөдире. 1964—94 йй. Органик химия ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, төркөм етәксеһе, 1993—2000 йй. Башҡорт...

ЛЕПТОСПИРОЗ

ЛЕПТОСПИРОЗ, кешелә һәм хайуандарҙа Leptospira interrogans бактериялары тыуҙырған киҫкен инфекцион ауырыу. Инфекция сығанағы: ауырыу һәм ауырыу кисергән, ш. уҡ бәүел аша тышҡы мөхиткә лептоспиралар сығарған бактерия йөрөтөүсе хайуандар. Кеше Л. Перкутан (йәрәхәтләнгән тире аша) һәм алиментар юл м‑н...

ЛЕПЛЯНИН Геннадий Викторович

ЛЕПЛЯНИН Геннадий Викторович (25.8.1938, Алма‑Ата ҡ. — 29.5.2016, Мәскәү ҡ.), физик‑химик. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1984). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1983). Ленинград технология институтын тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА‑ның Органик...

ЛЕПИЛИНА Лариса Александровна

ЛЕПИЛИНА Лариса Александровна (5.9.1953, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры һәм проф. (1995). Ф.С.Хөсәйенованың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлаған (1976). 1979 й. алып шунда уҡ эшләй (1994 й. – традицион мед. каф. мөдире). 2014 й. башлап Проф. белем биреү ин-тының комплиментар мед. каф. мөдире (Өфө ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге...

ЛЕПЁШКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл

ЛЕПЁШКИН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 376 кеше; 1920 — 421; 1939 — 415; 1959 — 375; 1989 — 285; 2002 — 297; 2010 — 299 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Баймырҙа...

ЛЕПЁХИН Иван Иванович

ЛЕПЁХИН Иван Иванович (10.9.1740, С.‑Петербург — 6.4.1802, шунда уҡ), сәйәхәтсе, этнограф. Фәндәр һәм художестволар акад. академигы (1771). Академик экспедициялар етәксеһе. Башҡорт йәйләүҙәренең ҡоролошон, ит (бишбармаҡ, һалма), һөт (айран,ҡымыҙ, май) аҙыҡтары (ҡара: Башҡорт аш-һыуы) әҙерләү, уларҙы...

ЛЕОНТЬЕВ Иван Петрович

ЛЕОНТЬЕВ Иван Петрович (20.1. 1958, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Өйәҙебаш а.), агроном. А.х. ф. канд. (1994). БР-ҙың а.х. хеҙм-ре (2012). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Миәкә р‑нының “Яңы донъя” к‑зы баш агрономы. 1984 й. алып БР б-са селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау дәүләт комиссияһының федераль дәүләт...

ЛЕОНТЬЕВ Алексей Фёдорович

ЛЕОНТЬЕВ Алексей Фёдорович (27.3.1917, Түб. Новгород губ. Яковцево а. — 14.4.1987, Өфө), математик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1970), физика‑матем. ф. д‑ры (1948), проф. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1975). Горький ун‑тын тамамлаған (1939), 1942 й. алып шунда уҡ эшләй: 1948 й. башлап юғары матем. каф....

ЛЕНЧЕНКОВА Любовь Евгеньевна

ЛЕНЧЕНКОВА Любовь Евгеньевна (27.8.1956, Омск өлк. Ивановка а.), физик. Техник ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) ӨДНТУ‑ла эшләй (өҙөклөк м‑н). 1986—99 йй. Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда: 1994 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996 й. — лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре сығарыуы...

ЛЕНСКИЙ Владимир Анатольевич

ЛЕНСКИЙ Владимир Анатольевич (19.6.1947, Свердловск өлк. Кузино ҡсб), тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1996). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (2004). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ...

ЛЕННЫХ Иван Васильевич

ЛЕННЫХ Иван Васильевич (31.10.1901, Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Троицкое а. — 9.10.1961, Өфө ҡ.), тау инженеры. Урал политехник институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1930). 1928 й. алып “Уралзолото” тресының разведка начальнигы, 1930 й. — бүлек мөдире урынбаҫары, партия начальнигы, 1936 й. —...

ЛЕННИКОВА Татьяна Ивановна

ЛЕННИКОВА Татьяна Ивановна (4.1.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны, Преображенский а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а., – 28.11. 1993, Мәскәү), актриса. РСФСР‑ҙың халыҡ (1968) һәм атҡ. (1959) артисы. Моссовет ис. театр эргәһендәге театр студияһын тамамлағандан һуң (1948) Үҙәк транспорт театры, 1950...

ЛЕНИНСКИЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ЛЕНИНСКИЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мишкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 9 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 106 км алыҫлыҡта Соҡаяҙ й. (Бөрө й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 175 кеше; 1959 — 130; 1989 — 334; 2002 — 348; 2010 — 306 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мишкә...

ЛЕНИНСКИЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

ЛЕНИНСКИЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Балтика а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 970 кеше; 1959 — 319; 1989 — 225; 2002 — 243; 2010 — 268 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б....

ЛЕНИНСК, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ЛЕНИНСК, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 170 кеше; 1959 — 416; 1989 — 333; 2002 — 355; 2010 — 358 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Романовка урта мәктәбе филиалы), балалар...

ЛЕНИНГРАД АРТИЛЛЕРИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ЛЕНИНГРАД АРТИЛЛЕРИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ. 1918 й. 14 апр. Петроградта Икенсе артиллерия уч‑щеһы булараҡ ойошторола; хәҙ. көндә Коломна юғары артиллерия команда уч‑щеһы. 1941 й. авг. — 1945 й. авг. Белорет ҡ. урынлаша. Ошо осорҙа офицерҙарҙың 26 сығарылышы (4,5 меңдән ашыу кеше) була: утсылар, топографтар, светометристар,...

ЛЕНИН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ЛЕНИН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 72 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 370 кеше; 1959 — 213; 1989 — 161; 2002 — 153; 2010 — 130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б....

ЛЕНИН Владимир Ильич

ЛЕНИН (Ульянов) Владимир Ильич (22.4.1870, Сембер ҡ. — 21.1.1924, Мәскәү губ. Горки ҡсб), революция хәрәкәте эшмәкәре, сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. С.‑Петербург ун‑тының хоҡуҡ ф‑тын тамамлаған (1891). Петербургта “Эшселәр синыфын азат итеү өсөн көрәш союзын” төҙөүҙә ҡатнаша. 1895 й. дек....

ЛЕНИН В.И. ҺӘЙКӘЛЕ

ЛЕНИН В.И. ҺӘЙКӘЛЕ, В.И.Ленин һәйкәле ансамбле, монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы (ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттары). Өфөлә урынлашҡан (Ленин һәм Коммунистик урамдары мөйөшөндәге сквер). Уралда В.И.Ленинға арналған тәүге монументаль һәйкәлдәрҙең береһе, техник‑төҙөүсе Д.М.Ларионов проекты б‑са эшләнә. 1924...