Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИШЕНЁВ Герасим Михайлович

МИШЕНЁВ Герасим Михайлович [1876, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 16.7.1906, Һарытау ҡ.], рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1896 й. алып РСДРП ағзаһы. Благовещен уҡытыусылар семинарияһын тамамлаған (1894). 1899 й. Златоуст өйәҙенең Һатҡы Заводы ҡасабаһында, Златоуст, Ҡазан,...

МИШӘРҘӘР

МИШӘРҘӘР, Волга һәм Урал буйы татарҙарының субэтник төркөмө. Башлыса ТР‑ҙа, БР‑ҙа, Һамар, Ульяновск, Пенза, Ырымбур өлк. йәшәйҙәр. БР‑ҙа Ауырғазы, Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Саҡмағош, Шишмә, Әлшәй р‑ндарында тупланып йәшәйҙәр. М. теле татар теленең көнбайыш диалектына ҡарай. Диндар...

МИШӘР, Шаран р‑нындағы ауыл

МИШӘР, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 274 кеше; 1920 — 304; 1939 — 355; 1959 — 324; 1989 — 200; 2002 — 204; 2010 — 179 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

МИШӘР, Балтас р‑нындағы ауыл

МИШӘР, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 489 кеше; 1920 — 470; 1939 — 400; 1959 — 339; 1989 — 198; 2002 — 208; 2010 — 164 кеше. Башҡорт‑ тар йәшәй...

МИШӘР ПОЛКТАРЫ

МИШӘР ПОЛКТАРЫ, мишәрҙәрҙең 1788—1814 йй. рус армияһының ҡайһы бер тактик берләшмәләренә беркетелгән еңел атлы хәрби частары. Ойошторолған ваҡытта Ырым‑ бур айырым корпусы ком. буйһонған. Тарихы 17—18 бб. мишәр отрядтары һәм командаларына барып тоташа. Һәр полк 5 сотнянан (ғәскәри старшина, 2—3 яҫауыл,...

МИЧУРИНСК, Шаран р‑нындағы ауыл

МИЧУРИНСК, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 252 кеше; 1989 — 365; 2002 — 372; 2010 — 328 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

МИЧУРИН Вениамин Николаевич

МИЧУРИН Вениамин Николаевич (7.4.1965, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). Һуҡырҙар йәмғиәте уҡыу‑производство пр‑тиеһы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренерҙары В.А.Пегов,...

МИҺРАНОВ Наил Ғәлихан улы

МИҺРАНОВ Наил Ғәлихан улы (6.3.1953, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). М.Ғ.Миһрановтың ағаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә эшләй, 1976—79 йй. БДУ‑ла ВЛКСМ ком‑ты секретары урынбаҫары,...

МИҺРАНОВ Марс Шәрифулла улы

МИҺРАНОВ Марс Шәрифулла улы (6.3.1964, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) шунда уҡ эшләй: 2000—03 йй. һәм 2005 й. алып авиация технология системалары ф‑ты деканы урынбаҫары, 2015 й. башлап механизм һәм машиналар ҡороу нигеҙҙәре каф....

МИҺРАНОВ Марат Ғәлихан улы

МИҺРАНОВ Марат Ғәлихан улы (6.4.1955, Өфө ҡ.), зоолог. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002). Н.Ғ.Миһрановтың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Биология институтында, 1981 й. алып Биохимия һәм цитохимия...

МИҺЕЛЕ, күл

МИҺЕЛЕ, Миндәк й. басс. күл. Учалы р‑ны Миндәк а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 2,6 км2, оҙонлоғо 1,7 км, уртаса киңлеге 1,5 км, уртаса тәрәнлеге 3,6 м (макс. 5,3 м), һыу күләме 9,4 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 12 км2. Тектоник күл, ордовик (перидотит), урта һәм өҫкө девон (эффузив, саҡматаш),...

МИХЛЯЕВ Степан Андреевич

МИХЛЯЕВ Степан Андреевич [10.12.1919, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 28.3.2001, шунда уҡ], артиллерист, майор. Советтар Союзы Геройы (1944). РСФСР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. Мәскәү хәрби‑сәйәси уч‑щеһын (1941), К.А.Тимирязев ис. Башҡ....

МИХЕЛЬСОН Иван Иванович

МИХЕЛЬСОН Иван Иванович (1740, Рига губ. — 5.8.1807, Бухарест, Витебск губ. Иваново а. ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Кавалериянан ген. (1797). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар-мар итеүҙә, 1768—74 йй. һәм 1806—12 йй. рус-төрөк һуғышында,...

МИХЕЛЁВ Борис Андреевич

МИХЕЛЁВ Борис Андреевич [20.7. 1921, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны Ермолаевка а. (хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 8.3.2005, Ғафури р‑ны Красноусол а.], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (Чимкент ҡ., 1951) Красноусол...

МИХЕЙ, дин әһеле

МИХЕЙ (донъяуи исеме Алексеев Михаил Фёдорович; 23.1.1851, С.‑Петербург — 3.2.1931, Козельск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1912—13). Дворяндарҙан. Дини тәғлимәт кандидаты (1896). Архимандрит (1898). Монахлыҡ ҡабул иткән (1892). Мәскәү дини акад. тамамлағандан һуң (1896) Мәскәү патриархияһы...

МИХЕЕВ Григорий Григорьевич

МИХЕЕВ Григорий Григорьевич [12.11.1912, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Афанасьевское а. (Свердловск өлк. Әшит р‑ны) — 15.7.1994, Өфө], журналист. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1966). Журналистар союзы ағзаһы (1958). ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1952) тамамлаған.__ 1939—53...

МИХЕЕВ Василий Архипович

МИХЕЕВ Василий Архипович [1.1. 1899, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бишбүләк а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 31.7.1988, Өфө], селекционер. А.х. ф. канд. (1947). СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1949). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һамар а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1927) шунда уҡ эшләй, 1930 й. алып Ырымбур зооветеринария...

МИХАЛЁВ Сергей Михайлович

МИХАЛЁВ Сергей Михайлович (5.10.1947, Силәбе өлк. Шершни ҡсб — 21.4.2015, Мәскәү—Силәбе автомобиль юлының 1599‑сы км, Тольятти ҡ. ерләнгән), тренер. РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры, шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1974). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2007). БАХИ‑ны (1974), Үҙәк физик культура...

МИХАЙЛОВСКИХ Василий

МИХАЙЛОВСКИХ Василий, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһы казактарынан. 1774 й. ғин.—февр. полк. Е.К.Патысьев м‑н берлектә Екатеринбург ҡ. тирәһендә һуғыша. Апр. полк. С.Л.Билдин м‑н берлектә Силәбе ҡәлғәһе һәм уның тирә-яғында ихтилал хәрәкәтенә етәкселек...

МИХАЙЛОВСКИЙ Николай Константинович

МИХАЙЛОВСКИЙ Николай Константинович (19.12.1903, Тверь губ. Матвеево а. — 19.1.1965, Мәскәү), инженер‑геолог. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1935). 1945—53 йй. “Туймазанефть” тресының геол. бүлеге начальнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы м‑н бәйле. М. етәкс. Туймазы...