Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЕРӘҪОВ Рәхим Зәки улы

МЕРӘҪОВ Рәхим Зәки улы (14.1.1940, БАССР‑ҙың Стәрлебаш районы Әмир а.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ (өҙөклөктәр менән) эшләй: 1970—75 йй.,...

МЕРӘҪ, Краснокама р‑нындағы ауыл

МЕРӘҪ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Бура а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 61 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта Тектәм й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 110 кеше; 1939 — 146; 1959 — 132; 1989 — 87; 2002 — 98; 2010 — 81 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

МЕРӘҪ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

МЕРӘҪ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Мерәҫ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 12 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 211 кеше; 1920 — 360; 1939 — 232; 1959 — 293; 1989 — 696; 2002 — 738; 2010 — 655 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

МЕРӘСЕМ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

МЕРӘСЕМ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш‑Битулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 100 км алыҫлыҡта Мерәсем й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1687 кеше; 1920 — 1638; 1939 — 1207; 1959 — 833; 1989 — 473; 2002 — 347; 2010 — 243...

МЕРӘСЕМ ҠУРҒАНДАРЫ

МЕРӘСЕМ ҠУРҒАНДАРЫ, 11— 12 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡариҙел р‑ны Мерәсем а. янында урынлашҡан. 1963—66 йй. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 4,5—10 м, бейеклеге 0,15— 0,47 м) ҡарай. 22 ҡурғандан тора, һәр береһенең аҫтында 1—4 ҡәбер бар. Таштан һалынған ҙур булмаған...

МЕОС Владислав Эдуардович

  МЕОС Владислав Эдуардович (6.5.1940, Силәбе ҡ. — 19.10.2020, Өфө ҡ.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2007) һәм атҡаҙанған (1994) рәссамы. Рәссамдар союзы (1980), Журналистар союзы (1995) ағзаһы. В.Ф.Меостың улы. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (1966; педагогтары А.М.Кудрявцев, Л.В.Кузнецов). Урыҫ реалистик...

МЕОС Валентина Фёдоровна

МЕОС (Суровцева) Валентина Фёдоровна [5.7.1913, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иглин а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 29.10.2006, Өфө], рәссам. “Союзоргучёт” Бөтә Союз берекмәһе курстарын тамамлаған (Силәбе ҡ., 1940). 1937—55 йй. Омск, Силәбе, Черниковск (хәҙ. Өфө эсендә) ҡҡ. төрлө учреждениеларында бухгалтер...

МЕҢЪЯПРАҠ

МЕҢЪЯПРАҠ (Achillea), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Һабаҡтары төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, төбөндә ағасҡа әйләнеүсән, бейеклеге 10— 100 см. Япраҡтары сиратлы, формалары ҡыяҡ...

МЕҢЛЕ, Борай р‑нындағы ауыл

МЕҢЛЕ, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Апаша й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 440 кеше; 1920 — 560; 1939 — 627; 1959 — 553; 1989 — 233; 2002 — 212; 2010 — 165 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

МЕҢЙЕТӘР, Иглин р‑нындағы ауыл

МЕҢЙЕТӘР, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 13 км алыҫлыҡта Лобовка й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы 1906 й. — 776 кеше; 1920 — 826; 1939 — 765; 1959 — 571; 1989 — 466; 2002 — 511; 2010 — 514 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

МЕҢБАШ

МЕҢБАШ (Vaccaria), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 5 төрө билдәле, Үҙәк һәм Көнсығыш Европаның, Азияның уртаса бүлкәттәрендә, ш. уҡ Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда пирамидаль М. үҫә. Бер йыллыҡ үлән, бейеклеге 30—60 см. Һабаҡтары төҙ, шыма, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы....

МЕҢ ИКЕ ЙӨҘ ТУҠҺАН ИКЕНСЕ ТАНКЫҒА ҠАРШЫ ИСТРЕБИТЕЛЬ АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКЫ

МЕҢ ИКЕ ЙӨҘ ТУҠҺАН ИКЕНСЕ ТАНКЫҒА ҠАРШЫ ИСТРЕБИТЕЛЬ АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКЫ, 1943 й. июлендә Көньяҡ Урал хәрби округы командующийы бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Алкин а. 17‑се запас уҡсылар бригадаһы базаһында Салауат Юлаев ис. 1292‑се Башҡ. танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы булараҡ ойошторола....

МЕҢ ЗАВОДЫ

МЕҢ ЗАВОДЫ, 1779 й. Өфө өйәҙе Урман-Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Мең й. буйында (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) Я.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышев, Дурасовтар (1783 й. алып), Белосельский-Белозерскийҙар (1812 й., башҡа...

МЕҢ

МЕҢ (меңле), башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ил‑күл‑М., ҡырҡөйлө‑М., күл‑ил‑М., ҫыбы‑М., өршәк‑М., меркет‑М., илкәй‑М., ҡыбау‑М., М., ҫарылы‑М. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 2‑се мең йыллығы башында Һырдаръя й. тамағына һәм Арал буйына күсеп ултырған Көньяҡ Себер, Алтай һәм Урта Азияның монгол һәм төрки...

МЕННОНИТТАР

МЕННОНИТТАР, протестантлыҡта барлыҡҡа килгән йүнәлештәрҙең береһенә эйәреүселәр, 16 б. 30‑сы йй. Нидерландта Менно Симмонс (исеме шунан алынған) тарафынан нигеҙләнгән. М. өлкәндәрҙе суҡындырыу, башҡа диндәге кешеләр м‑н никахлашыуҙы тыйыу һ.б. хас. М. төп идара итеү органы — Бөтә донъя конференцияһы...

МЕНИНГОКОКК ИНФЕКЦИЯҺЫ

МЕНИНГОКОКК ИНФЕКЦИЯҺЫ, кешенең инфекцион ауырыуы, һауа аша йоға. Тыуҙырыусыһы: юғары һәм түбән т‑ратураларға, ҡояш яҡтыһына аҙ тотороҡло Neisseria meningitidis бактериялары. Инфекция сығанағы: ауырыуҙар һәм бактерия йөрөтөүселәр. Йышыраҡ 14 йәшкә тиклемге балалар ауырый (ауырыу осраҡтарының 80%‑ында...

МЕНЕДЖМЕНТ

МЕНЕДЖМЕНТ (ингл. management), ойошмаларҙың үҙҙәре башҡарған эштең һөҙөмтәле булыуын арттырыу өсөн эшләнгән һәм ҡулланылған идара итеүҙең принциптары, ысулдары, саралары һәм формаларының йыйылмаһы. М. етештереү, технологик, инновация, дәүләт, муниц., финанс, инвестиция һ.б. төрҙәрен айырып йөрөтәләр....

МЕНДЕЛЕЕВ Дмитрий Иванович

МЕНДЕЛЕЕВ Дмитрий Иванович (27.1.1834, Тубыл ҡ. — 20.1.1907, Петербург), химик, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Петербург ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1876), фән д‑ры һәм проф. (1865). Баш пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Петербург, 1855) шунда уҡ эшләй. М. фәнни эшмәкәрлеге химия, химик технологиялар, физика, метрология,...

МЕМУАРҘАР

МЕМУАРҘАР (фр. мemoires — хәтирәләр), автор үҙе ҡатнашҡан йәки шаһит булған реаль хәл-ваҡиғалар т‑да хикәйәләү. М. авторҙың тәьҫораттарына һәм хәтирәләренә, ш. уҡ төрлө яҙма сығанаҡтарға (көндәлектәр, хаттар) нигеҙләнә, автор үҙе йәки уның ҡарашы алғы планға сыға. М. йөкмәткеле булыуы авторҙың шәхесенә...

МЕЛЯКОВА Татьяна Викторовна

МЕЛЯКОВА Татьяна Викторовна (18.3.1955, Новокузнецк ҡ.) архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (2004). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1987). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) 1981 й. алып “Башкиргражданпроект” ин‑тында эшләй: архитектор, өлкән һәм 1987 й. — төп архитектор, 1989—90 йй....