Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЕЗОЗОЙ

МЕЗОЗОЙ (мезо... һәм грексанан zōē — тормош), мезозой эратемаһы, мезозой эраһы, фанерозойҙың урта бүлексәһе. Эраның башы — 251 млн йыл, тамамланыуы — 65 млн йыл. Триас, юра һәм аҡбур системаларына (осорҙар) бүленә. М. хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы үҙгәрә: аммониттар һәм белемниттар, динозаврҙар эволюция...

МЕЗО..., МЕЗ...

МЕЗО..., МЕЗ... (гр. mејsos – урта, аралағы), ҡушма һүҙҙәрҙең “урта, аралағы торошта булған йәки нимәгә лә булһа урта, сикле күләм хас булыуын” аңлатҡан өлөшө (мәҫ. мезолит, мезофиттар).  Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

МЕЖЛУМОВ Оник Арсеньевич

МЕЖЛУМОВ Оник Арсеньевич (24.7.1902, Баҡы губ. Мирикенд а. — 26.1.1976, Мәскәү), нефтсе. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1963), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе. Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1932). 1920 й. алып Батуми, Баҡы ҡҡ. нефть сәнәғәте пр‑тиеларында эшләй; 1942 й. — “Башнефтеразведка” тресының...

МЕЖЕНЬ

МЕЖЕНЬ, йылға режимы фазаһы, был осорҙа йылғала торғонлоҡ‑тотороҡло түбән кимәл һәм һыу сығымы кәмеүе күҙәтелә. Йыл әйләнәһендә йәйге‑көҙгө (ташҡындарҙың аҙағы — ҡышҡы осорҙоң башы) һәм ҡышҡы (һыу туңыу башы — ташҡындарҙың аҙағы) М. айырыла. М. ваҡытында йылғалар грунт һыуҙары м‑н туйына. Ғәҙәттә М....

МЕЖГОРЬЕ, ҡала

МЕЖГОРЬЕ, БР‑ҙағы ҡала, ябыҡ адм.‑терр. берәмек. Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа 230 км һәм Юшат. юл ст. төньяҡҡа табан 35,7 км алыҫлыҡта Кесе Инйәр й. буйында, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сиктәрендә урынлашҡан. Майҙаны — 940 км2. Халҡы (мең кеше): 1989 й. — 1,0; 2002 — 19,1; 2010 — 17,3. Милли составы: урыҫтар...

МЕЖА МӘҘӘНИӘТЕ

МЕЖА МӘҘӘНИӘТЕ, һуң бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 12—7 бб. ҡарай, межа (12— 9 бб.) һәм березовка (8—7 бб. башы) осорҙарына айырыла. Бәгәрәк й. (Силәбе өлк.) ярындағы Межовка торағы исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Ағиҙел, Дим, Өфө, Ыҡ йй. басс. тупланған. 100‑ҙән ашыу М.м. ҡомартҡыһы...

МЕДИЦИНА‑САНИТАРИЯ БҮЛЕКТӘРЕ

МЕДИЦИНА‑САНИТАРИЯ БҮЛЕКТӘРЕ, сәнәғәт, төҙөлөш һәм транспорттың эре пр‑тиелары эшселәренә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары комплекстары. М.‑с.б. эшмәкәрлеген ойоштороу, үҙгәртеп ҡороу һәм финанслау пр‑тиелар аҡсаһы иҫәбенә башҡарыла. М.‑с.б. составына цех участкалары...

МЕДИЦИНА‑ГЕНЕТИКА КОНСУЛЬТАЦИЯҺЫ

МЕДИЦИНА‑ГЕНЕТИКА КОНСУЛЬТАЦИЯҺЫ, халыҡҡа нәҫел ауырыуҙарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән махсус мед. ярҙамы күрһәтеүсе мед. учреждениеһы. М.‑г.к. дөйөм профиллегә (эре күп профилле дауалау учреждениелары эргәһендә терр. принцип б‑са ойошторолған йәиһә үҙ аллы) һәм махсуслашҡанға (эре ғилми‑тикшеренеү мед....

МЕДИЦИНА ҮҘӘКТӘРЕ

МЕДИЦИНА ҮҘӘКТӘРЕ. Башҡортостан медицина профилактикаһы үҙәге. Өфөлә урынлашҡан. 1921 й. Респ. санитар‑ағартыу йорто булараҡ нигеҙ һалына, 1989 й. алып Респ. һаулыҡ үҙәге, 1992 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Составына ойоштороу‑методика, ойоштороу һәм дауалау‑иҫкәртеү ойошмалары м‑н профилактика эшен координациялау,...

МЕДИЦИНА УЧИЛИЩЕҺЫ №2

МЕДИЦИНА УЧИЛИЩЕҺЫ №2, Өфөлә урынлашҡан. 1952 й. Черниковск ҡ. шәфҡәт туташтары мәктәбе булараҡ асыла, 1954 й. алып мед. уч‑щеһы (1956 й. башлап 2‑се һанлы). 2005 й. уҡыу йорто Башҡ. медицина колледжы составына инә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше (1976 й. тиклем), шәфҡәт туташы эше, фармация,...

МЕДИЦИНА УНИВЕРСИТЕТЫ

МЕДИЦИНА УНИВЕРСИТЕТЫ, 1932 й. Өфөлә БДМИ (1933 й. алып ВЛКСМ‑дың 15 йыллығы ис. йөрөтә) булараҡ асыла, 1995 й. Башҡ. дәүләт мед. ун‑ты, алып 2012 й. башлап РФ‑тың һаҡлау министрлығына ҡарай. Составында 6 ф‑т (дауалау, педиатрия, стоматология, фармацевтика, дауалау һәм соц. эш бүлеге м‑н шәфҡәт туташы...

МЕДИЦИНА СТРАХОВКАЛАУЫ

МЕДИЦИНА СТРАХОВКАЛАУЫ, һаулыҡ һаҡлауҙа халыҡ мәнфәғәттәрен соц. яҡлау формаһы, страховка осрағы килеп тыуғанда мед. ярҙамы алыуҙы һәм иҫкәртеү сараларын финанслауҙы гарантиялай. РФ граждандарының мотлаҡ М.с. һәм ирекле М.с. хоҡуғы бар. Мотлаҡ М.с. дәүләт социаль страховкалауының бер өлөшө булып тора;...

МЕДИЦИНА СӘНӘҒӘТЕ

МЕДИЦИНА СӘНӘҒӘТЕ, дарыуҙар, медицина приборҙары, мед. өсөн тәғәйенләнгән әйберҙәр һәм техника етештергән сәнәғәт. Үҙ эсенә химик‑фарм. һәм мед.‑инструменттар сәнәғәттәрен, быяла, фарфор һәм пластик массанан мед. әйберҙәре эшләү производствоһын ала. Башҡортостанда М.с. барлыҡҡа килеүе 1905 й. Өфөлә...

МЕДИЦИНА РЕНТГЕНОЛОГИЯҺЫ ҺӘМ РАДИОЛОГИЯҺЫ

МЕДИЦИНА РЕНТГЕНОЛОГИЯҺЫ ҺӘМ РАДИОЛОГИЯҺЫ, кеше ағзалары һәм системалары төҙөлөшөн, функцияларын тикшереү, ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өсөн рентген нурҙарын ҡулланыуҙы (рентгенология); кеше организмына ионлы нурланыштың тәьҫирен, дауалау йәки диагностика өсөн радиоактив элементтар файҙаланыуҙы,...

МЕДИЦИНА ПРИБОРҘАРЫ

МЕДИЦИНА ПРИБОРҘАРЫ, ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау өсөн файҙаланылған мәғлүмәттәрҙе үлсәү, анализлау, эшкәртеү, күрһәтеү, һаҡлау, ш. уҡ мед. системаларын көйләү өсөн тәғәйенләнгән техник яйланмалар. Ҡулланыу өлкәһе б‑са М.п. түбәндәге төркөмдәргә бүленә: йылылыҡ физикаһы, электр, магнит, оптик,...

МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, БДМУ составында

МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1934 й. өлкә теш дауалау мәктәбе булараҡ асыла. 1954 й. алып Өфө респ. мед. уч‑щеһы, 1991 й. — БДМИ эргәһендәге мед. уч‑щеһы, 1994 й. хәҙ. статусын ала, 2000 й. башлап Өфө мед. колледжы, 2011 й. — М.к. исеме м‑н БДМУ составында. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә ортопедик стоматология, шәфҡәт...

МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1908 й.

МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1908 й. Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар акушер-фельдшерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла. 1926 й. фарм. мәктәбе м‑н берләшкәндән һуң, Н.Нариманов ис. Баш‑н мед. техникумы, 1954 й. алып 1‑се Өфө мед. уч‑щеһы, 1992 й. — Башҡ. М.к. 2014 й. башлап Өфө медицина колледжы. 1934 й. шәфҡәт туташы һәм фельдшерлыҡ...

МЕДИЦИНА ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ

МЕДИЦИНА ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, медицина өлкәһендә тикшеренеү эштәре алып барған ғалимдарҙың һәм практик һаулыҡ һаҡлау эшселәренең ирекле берләшмәләре. Йәмғиәттә ағзалыҡ шәхси һәм коллектив нигеҙҙә бойомға ашырыла. Башҡортостанда 1882 й. Өфө табиптары йәмғиәте ойошторола, ул земство табиптарын, ветеринарҙарҙы...

МЕДИЦИНА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

МЕДИЦИНА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, һаулыҡ һаҡлау һәм мед. фәне өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу системаһы. 18— 19 бб. Башҡортостан өсөн урта мед. кадрҙары Ырымбур хәрби госпитале эргәһендәге фельдшерҙар мәктәбендә; 19 б. табиптар Ҡазан ун‑тында әҙерләнә, унда йыл...

МЕДИЦИНА

МЕДИЦИНА, халыҡ һаулығын һаҡлауға һәм нығытыуға, ғүмерҙе оҙайтыуға, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалауға йүнәлтелгән фән һәм практик эшмәкәрлек өлкәһе. М. нормала һәм патологияла кеше организмы төҙөлөшөн, уның йәшәү эшмәкәрлеге процестарын; тирә‑яҡ мөхит факторҙарының һаулыҡҡа йоғонтоһон; кешенең ауырыуҙарының...