Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘСЕТЛЕ ШИФАХАНАҺЫ

МӘСЕТЛЕ ШИФАХАНАҺЫ. Мәсетле р‑нында, Оло Ыҡтамаҡ а. эргәһендә, Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ғин. уртаса т‑ра ‑16°С, июлдә — 17,5°С. 1944 й. асылған, 2010 й. алып БР‑ҙың ата-әсәләре м-н балалар өсөн Мәсетле шифаханаһы. Тын алыу системаһы ауырыуҙары булған балаларҙы...

МӘСЕТЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ

МӘСЕТЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ Салауат р-ны. 1924 1-се баҫҡыс мәктәбе булараҡ нигеҙләнә, 1947 йылдан тулы булмаған урта мәктәп, 1979 йылдан М.у.м., 2010 йылдан төп мәктәп. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡыу оҫтаханалары, спорт залы, уҡыу-тәжрибә участкаһы, география майҙансығы бар. Урта мәктәпте 2 меңдән...

МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫ

МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Свердловск өлк., көнсығышта — Балаҡатай, көньяҡта — Ҡыйғы, көнбайышта Дыуан р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 30 авг. Дыуан-Мәсетле р‑ны булараҡ ойошторола, составына Мәсәғүт кантоны улустары инә, 1932 й. 20 февр. алып хәҙ. исемен йөрөтә...

МӘСЕМ, һырт

МӘСЕМ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑ны буйлап Күжә й. (Ағиҙел й. басс.) алып Ағиҙел й. киңлек бүлеменә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 28 км, киңлеге 3—4 км. Абс. бейеклеге 1040 км (Мәсем тауы). Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан, кварцлы ҡомташтарынан...

МӘСЕМ, тау

МӘСЕМ, Ҡ ы ҙ ҙ а р т а ш ы, тау, Мәсем һыртының иң бейек урыны. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 14 км алыҫ‑ лыҡта “Алтын Солоҡ” заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1040 км, оҙонлоғо яҡынса 1 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге яҡынса 0,6 км, көньяҡ өлөшөнөң — яҡынса 0,3 км....

МӘСЕМ ХАН

МӘСЕМ ХАН, 15 б. 2‑се ярт. Ете башҡорт ырыуы берләшмәһе ханы. Фольклор сығанаҡтары, айырыуса “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосы, б‑са билдәле. Башҡ. риүәйәттәренә ярашлы, М.х. ставкаһы Мәсем тауы итәгендә (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. янында) урынлашҡан була. Ҡана й. (Ағиҙел й. һул ҡушылдығы) тамағында...

МӘСҒҮТ Ғ.

МӘСҒҮТ Ғ. [ысын исеме Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы; 22.6.1907, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Нөрлө а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 1944 й. ғин., Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1927 й. алып илдең төрлө пр‑тиеларында эшләй. 1937 й. башлап “Сталинсы” (ҡара: “Родник плюс”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре. “Ауыл ғишыҡтары”...

МӘСӘЛИМОВ Урал Тимербулат улы

МӘСӘЛИМОВ Урал Тимербулат улы (21.1.1959, БАССР‑ҙыңӘлшәй р‑ны Раевка ҡсб), график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). А.Т.Мәсәлимовтың ағаһы. Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлаған (1988; педагогы М.П.Митурич). 1989 й. алып Башҡ‑н “Китап” нәшриәтендә эшләй, 1992—95 йй. БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары...

МӘСӘЛИМОВ Тәлғәт Хәсән улы

МӘСӘЛИМОВ Тәлғәт Хәсән улы (27.1.1958, БАССР‑ҙың Миәкә районы Шатмантамаҡ а.), график. РФ‑тың (2022) һәм БР‑ҙың (2012) атҡаҙанған рәссамы, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Рәссамдар союзы (1991), Рәсәй дизайнерҙар союзы (2002) ағзаһы....

МӘСӘЛИМОВ Азат Тимербулат улы

МӘСӘЛИМОВ Азат Тимербулат улы (2.4.1962, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка ҡсб), спортсы. Дельтаплан спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2005) һәм республика категориялы судья (1999), үтә еңел авиация спорты буйынса бөтә Рәсәй категориялы судья (2017). РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү...

МӘСӘК, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

МӘСӘК, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Абзай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Ҡыйғы й. ҡушыл‑ дығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 435 кеше; 1920 — 476; 1939 — 404; 1959 — 311; 1989 — 199; 2002 — 213; 2010 — 225 кеше. Башҡорттар...

МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы

МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы (20.8.1946, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Исмаил а.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), геология‑минералогия фәндәре докторы (2006), профессор (2008). РФ‑тың (2017) һәм БР‑ҙың (2000) атҡаҙанған геологы, Рәсәйҙең почётлы таусыһы (2011), ятҡылыҡты беренсе асыусы...

МӘСӘҒҮТОВ Рәфҡәт Мәжит улы

МӘСӘҒҮТОВ Рәфҡәт Мәжит улы [27.7.1928, Урта Волга өлкәһе Дүсмәт а. (Ырымбур өлкәһе Пономарёвка районы) — 10.12.2020, Өфө], химик‑технолог. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1975). РСФСР‑ҙың (1989), БАССР‑ҙың (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы...

МӘСӘҒҮТОВ Радик Миҙхәт улы

МӘСӘҒҮТОВ Радик Миҙхәт улы (24.8.1965, Өфө), психиатр. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1988). 1990 й. алып Өфөлә эшләй: ҡала психо‑неврология диспансерында, 1993 й. башлап “Үҫмер” мед.‑пед. үҙәгендә, 1996 й. — БДМУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге балалар...

МӘСӘҒҮТ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

МӘСӘҒҮТ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Гәрәй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 347 кеше; 1920 — 435; 1939 — 434; 1959 — 265; 1989 — 228; 2002 — 209; 2010 — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ямаҙы урта мәктәбе...

МӘСӘҒҮТ, Дыуан р‑нындағы ауыл

МӘСӘҒҮТ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Дыуан р‑нының (1965 й. алып) һәм Мәсәғүт а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнс. 233 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Әй й. буйында, Кропачёво (Силәбе өлк.)—Мәсәғүт—Әшит автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,7; 1920 — 3,6 (Зарека,...

МӘСӘҒҮТ ТОРАҺЫ

МӘСӘҒҮТ ТОРАҺЫ, Суртанды мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағына ҡарай. Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. төньяҡ- көнбайышҡа табан 0,6 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм 1969 й., 1972 й., 1980 й. өйрәнелә. 92 м2 ер ҡаҙылған. Керамика ауыҙҙары...

МӘСӘҒҮТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

МӘСӘҒҮТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, Дыуан р‑нында урынлашҡан. 1929 й. Мәсәғүт башҡ. пед.__ техникумы булараҡ асыла, 1936 й. алып башҡ. пед. уч‑щеһы, 1949 й. — уҡытыусылар ин‑ты (ҡара: Уҡытыусылар институттары), 1956 й. — пед. уч‑щеһы, 1997 й. — хәҙ. статусын йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә...

МӘСӘҒҮТ ЛИЦЕЙЫ

МӘСӘҒҮТ ЛИЦЕЙЫ, Дыуан р‑нында урынлашҡан. 1875 й. 1 класлы ир балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1931 й. — 7 йыллыҡ, 1939 й. — урта мәктәп (1990 й. — 1‑се мәктәп), 1999 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Арый, Иҫке Хәлил, Яңы Хәлил аа. филиалдары эшләй. Китапханаһы, тыуған...

МӘСӘҒҮТ КАНТОНЫ

МӘСӘҒҮТ КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. Дыуан‑Ҡошсо кантонының — 20, Златоуст өйәҙенең — 12, Өфө өйәҙенең 1 улусынан БАССР составында ойошторола. Төньяҡта — Пермь губернаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Екатеринбург губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Силәбе губернаһы, көньяҡ-көнбайышта — Өфө кантоны, көнбайышта...