Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӨХТӘСИБӘТ

МӨХТӘСИБӘТ (ғәр. ихтасаба — иҫәпкә алыу, тикшереү), мосолман диниә назараттарының билдәле бер терр‑ялағы (ҡала, район, округ) мосолман мәхәлләләрен берләштергән адм. берәмеге. М. башында мөхтәсиб тора, ул имам дәрәжәһендә һәм мосолман руханиҙары араһында 15.631 229 ахундарҙан ҡала икенсе килә; вазифаға...

МӨХТӘРУЛЛИНА Айгөл Рәйес ҡыҙы

МӨХТӘРУЛЛИНА Айгөл Рәйес ҡыҙы (21.7.1970, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) шунда уҡ эшләй, 2000 й. алып БДУ‑ның Сибай институтында (2002 й. тиклем һәм 2004 й. башлап инглиз филологияһы кафедраһы мөдире); 2007 й. — ӨДСА-ның урыҫ һәм сит телдәр кафедраһы...

МӨХӨТДИНОВ Хәким Ғәйфулла улы

МӨХӨТДИНОВ Хәким (Хәкимйән) Ғәйфулла улы [22.7.1922, БАССР‑ҙың Тамьян‑Ҡатай кантоны Сәфәр а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 26.5.1988, Учалы р‑ны Учалы а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938—41 йй. һәм 1949— 84 йй. Учалы р‑нында эшләй: 1949 й. алып комбайнсы‑механик, 1954—58 йй. РТС...

МӨХӘРӘМОВ Миҙхәт Кәрим улы

МӨХӘРӘМОВ Миҙхәт Кәрим улы [27.4.1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 7.3.1993, Ҡазан], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1964), проф. (1967). РСФСР‑ҙың (1982), ТАССР‑ҙың (1972) атҡ. фән эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан юридик ин‑тын тамамлаған (1948). 1951 й. алып СССР...

МӨХӘММӘТ

МӨХӘММӘТ п ә й ғ ә м б ә р (яҡынса 570 й., Мәккә ҡ., Сәғүд Ғәрәбстаны — 8.6.632, Мәҙинә ҡ., шунда уҡ), дин әһеле һәм сәйәси эшмәкәр; исламға һәм Ғәрәп ярымутрауында беренсе теократик дәүләткә нигеҙ һалыусы. Ислам дине б‑са Алла тарафынан бәндәләргә ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы. Уның т‑да яҙма сығанаҡтар...

МӨХӘМӘТШИН Фәһим Баязит улы

МӨХӘМӘТШИН Фәһим Баязит улы [28.6.1955, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Иҫәкәй а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], юрист. Юридик ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. юрисы (1999). Полиция ген.‑майоры (2004). СССР ЭЭМ академияһы эргәһендәге Мәскәү юридик ситтән тороп уҡыу филиалының Һарытау бүлексәһен тамамлаған (1981)....

МӨХӘМӘТШИН Урал Ғүмәр улы

МӨХӘМӘТШИН Урал Ғүмәр улы (28.2.1953, Өфө — 30.12.2016, шунда уҡ), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2006). Рәссамдар союзы ағзаһы (1982). ӨДСИ‑не тамамлаған (1980; педагогтары В.Я.Батищев, Р.М.Нурмөхәмәтов). Башҡ. һынлы сәнғәт классиктары Ҡ.С.Дәүләткилдеев м‑н Ә.Ф.Лотфуллин традицияларын дауам иткән. М. эштәре...

МӨХӘМӘТШИН Вячеслав Шәрифулла улы

МӨХӘМӘТШИН Вячеслав Шәрифулла улы (12.5.1957, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник ф. канд. (1985), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй. 1985 й. алып ӨДНТУ‑ның Октябрьский филиалында уҡыта,...

МӨХӘМӘТОВА Ғәйнүш Миңлеғайса ҡыҙы

МӨХӘМӘТОВА Ғәйнүш Миңлеғайса ҡыҙы (25.11.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Түб. Ҡарғалы а., — 29.3.1989, Өфө), профпатолог. Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия...

МӨХӘМӘТОВ Фәрит Фәһим улы

МӨХӘМӘТОВ Фәрит Фәһим улы (3.4.1947, Өфө), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2003). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. табибы, СССР‑ҙың (1991) һәм БР‑ҙың (2008) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Белорет металлургия комб‑тының мед.‑санитария бүлегендә эшләй, 1979...

МӨХӘМӘТОВ Руслан Радаль улы

МӨХӘМӘТОВ Руслан Радаль улы (26.6.1975, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1997) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1993; педагогы Ш.Ә.Тереғолов) 2013 й. авг. тиклем БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 2007 й. алып Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография колледжында уҡыта. М. бейеүе...

МӨХӘМӘТОВ Рәшит Юныс улы

МӨХӘМӘТОВ Рәшит Юныс улы [21.9.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мораҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 5.7.2013, Өфө], суд‑мед. эксперты. Мед. ф. д‑ры (1971), проф. (1971). БДМИ‑ны тамамлаған (1951), 1954—84 йй. һәм 1987— 92 йй. шунда уҡ эшләй (1963—84 йй. суд медицинаһы каф. мөдире); 1984 й. алып Өфөнөң...

МӨХӘМӘТОВ Мәрдиғәләм Ноғман улы

МӨХӘМӘТОВ Мәрдиғәләм Ноғман улы (5.2.1886, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Гирьяльская станицаһы, хәҙ. Ырымбур өлк. Беляев р‑ны Гирьял а., — 3.9.1950, Өфө), педагог, педиатр. Мед. ф. д‑ры (1945), проф. (1946). Өфө уҡытыусылар ин‑тын (1914) һәм МДУ‑ны (1927) тамамлаған. 1910 й. алып “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә, 1914...

МӨХӘМӘТОВ Әсғәт Миңлебай улы

МӨХӘМӘТОВ Әсғәт Миңлебай улы [18.5.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ибрай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 25.3.2002, Горки ҡ.], агроном. А.х. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). Белорус ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1987). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Одесса а.х. ин‑тын (1951), К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад....

МӨХӘМӘТЛАТИПОВ Филор Усман улы

МӨХӘМӘТЛАТИПОВ Филор Усман улы (3.4.1946, Өфө), социолог. Социол. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1974). 1970 й. алып ӨАИ‑ла эшләй, 1974 й. — С.М.Киров ис. Өфө телефон аппаратураһы з‑дында соц. хеҙмәт...

МӨХӘМӘТҠОЛОВ Сабирйән Мөхәмәтзакир улы

МӨХӘМӘТҠОЛОВ Сабирйән Мөхәмәтзакир улы, С а б и р й ә н с ә с ә н (1890, Ырымбур губ. Орск өйәҙе 2‑се Әбделмәмбәт а., хәҙ. БР‑ҙың Бөрйән р‑ны Әбделмәмбәт а., — 15.10.1934), шағир‑импровизатор. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1900—11 й. Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Рауил а. (хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил...

МӨХӘМӘТҠОЛОВ Әҡсән Баймырҙа улы

МӨХӘМӘТҠОЛОВ Әҡсән Баймырҙа улы [17.10.1895, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 14.11.1938, Алма-Ата], дәүләт эшмәкәре. 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 2 класлы уч‑ще (1914), Бөтә Союз план акад. (Мәскәү, 1933) тамамлаған. 1918—21 йй. АСБР‑ҙың...

МӨХӘМӘТКӘРИМ ИБРАҺИМОВ

МӨХӘМӘТКӘРИМ ИБРАҺИМОВ, Өфө провинцияһы типтәрҙәре, бобылдәре һәм татар дәүләт крәҫтиәндәренән Уложенный комиссия депутаты. Ҡазан даруғаһы Көсәдек а. типтәре. Комиссия ҡарамағына керҙәштәрҙе индергән өсөн башҡорттарға оброк түләүҙе бөтөрөү һәм уларҙан ер һатып алыуҙы рөхсәт итеү, эшкә кеше яллау тәртибен...

МӨХӘМӘТЙӘРОВ Альфред Муллағәли улы

МӨХӘМӘТЙӘРОВ Альфред Муллағәли улы (23.1.1935, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), иҡтисадсы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), иҡт. ф. д‑ры (1984), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) Өфөлә 100‑сө почта йәшниге конструкторы булып эшләй, 1962—63 йй. ӨПЭЗ...

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Фәнил Зөлфәҡәр улы

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Фәнил Зөлфәҡәр улы (23.6.1972, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Олокүл а.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ- ара класлы спорт мастеры (1997). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1998). Урал физик культура акад. тамамлаған (2005). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А.Кушнир),...