Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Файыҡ Тимерйән улы

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Файыҡ Тимерйән улы [10.3.1921, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Оло Баҙраҡ а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 2.6.2009, Өфө], шағир, журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1982) ағзаһы. Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. БДУ‑ны тамамлаған...

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Самат Әбдрәхим улы

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Самат Әбдрәхим улы (20.6.1949, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Муллаҡай а.), философ, педагог. Педагогия фәндәре кандидаты (1995), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Магнитогорск педагогия институтын тамамлаған (1979). 1971—74 йй. Баймаҡ районының Ҡолсора урта мәктәбе уҡытыусыһы,...

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Ирек Зирәк улы

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Ирек Зирәк улы (22.1.1959, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Ҡорос а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) ӨДНТУ‑ла эшләй, 2006 й. алып матем. моделдәр әҙерләү каф., 2007— 10 йй. — иҡтисадта матем. ысулдар һәм финанс каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге техникала...

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Әнүәр Хәләф улы

МӨХӘМӘТЙӘНОВӘнүәр Хәләф улы (28.10.1940, Өфө), инженер-электромеханик. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1991). БССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1991). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1964) Нефть эшкәртеүһәм нефтехимия автоматикаһы махсус КБ‑ның Башҡ‑н филиалында, 1966 й. алып “Башнефть” ПБ‑нда эшләй (1969 й. башлап...

МӨХӘМӘТЙӘН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

МӨХӘМӘТЙӘН, С е р е к ә й, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 70 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 242 кеше; 1920 — 318; 1939 — 286; 1959 — 247; 1989 — 107; 2002 — 157;...

МӨХӘМӘТДИНОВА Сәғиҙә Хашим ҡыҙы

МӨХӘМӘТДИНОВА Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (25.9.1931, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а. — 19.3.2018, Белорет ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1982). 1947—49 йй. һәм 1951—84 йй. Белорет металлургия комб‑тында, 1949—51 йй. Харцыз ҡорос сым-арҡан з‑дында (Донецк өлк.) арҡан ишеү б‑са машинист...

МӨХӘМӘТДӘМИН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

МӨХӘМӘТДӘМИН, К ү н д е р ә к б а ш, У р м а н а у ы л ы, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 5 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 63 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 143 кеше; 1920 — 207; 1939 — 169; 1959 — 161; 1989 — 93; 2002...

МӨХӘМӘТГӘРӘЕВ Венер Мансур улы

МӨХӘМӘТГӘРӘЕВ Венер Мансур улы (22.12.1961, Өфө), лётчик, капитан (1988). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1983), СССР Авиация сәнәғәте министрлығының А.В.Федотов ис. Һынаусы лётчиктар мәктәбен (Жуковский ҡ., 1989) тамамлаған. 1979 й. алып Совет Армияһында....

МӨХӘМӘТ, Белорет р‑нындағы ауыл

МӨХӘМӘТ, Белорет р‑нындағы ауыл, Абҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 38 км һәм Яңы Абҙаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 365 кеше; 1920 — 492; 1939 — 259; 1959 — 216; 1989 — 244; 2002 — 230; 2010 — 213 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

МӨХӘМӘТ СӘФӘРОВ

МӨХӘМӘТ СӘФӘРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһы Ҡара-Табын улусы Сәфәра (БР‑ҙың Учалы р‑ны) типтәре. Шул уҡ провинцияның старшинаһы. Баҙарғол Юнаев һәм Юламан Ҡушаев м‑н берлектә Исәт провинцияһында һуғыша. 1774 й. аҙ. ғәйебен танып килә. 1777 й....

МӨХӘМӘҘИНА Шәмсиә Мөхәмәҙи ҡыҙы

МӨХӘМӘҘИНА Шәмсиә Мөхәмәҙи ҡыҙы (18.11.1945, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Орнек а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1994), проф. (2000). Ҡаҙаҡ ун‑тын тамамлағандан һуң (Алма-Ата, 1968) урта мәктәптә эшләй, 1971 й. алып а.х. ин‑тында уҡыта (1989—91 йй. каф. мөдире; икеһе лә — Целиноград ҡ). 1996 й. башлап ӨДИСУ-ла (1996—2013...

МӨХӘМӘДЙӘР Мәхмүт

МӨХӘМӘДЙӘР Мәхмүт (1497— 1552), төрки шағиры. Ҡазан ханлығында йәшәй, Мөхәммәт-Әмин хан кәшәнәһенең күҙәтсеһе була. Юғары этик мотивтар, ғәҙеллек һәм патриотизм рухы м‑н һуғарылған “Төхфәи Мәрдан” (1540; “Ир-егеттәрҙең һәләте”), “Нуры Содур” (1542; “Йөрәктәрҙең нуры”) һәм “Нәсихәт” (?) әҫәрҙәре авторы....

МӨФТӨЙ

МӨФТӨЙ, мосолмандарҙа фикһ һәм шәриғәтте ҡулланыу мәсьәләләре б‑са ҡарар (ҡара: Фәтүә) сығарыу хоҡуғы бирелгән юғары дин әһеле. Ислам дәүләт дине булған илдәрҙә М. хөкүмәт тарафынан тәғәйенләнә. Рәсәйҙә М. ин‑ты Ырымбур мосолман диниә назараты барлыҡҡа килгәс ойошторола. М. императорҙар тарафынан тәғәйенләнә...

МӨФТИЕВ Рәил Менәүер улы

МӨФТИЕВ Рәил Менәүер улы (19.11.1968, Өфө), спортсы. Шай‑ балы хоккей б‑са Рәсәйҙең халыҡ- ара класлы спорт мастеры (1993). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1994). “Салауат Юла‑ ев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.М.Полицинский). “Са‑ лауат Юлаев” (1986—97, 1998— 99, 2000—01) һәм “Северсталь”...

МӨФТИЕВ Ғамил Ғәббәс улы

МӨФТИЕВ Ғамил Ғәббәс улы (12.1. 1954, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Туҡмаҡлы а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2001), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Иҡтисад һәм социология ин‑тында эшләй (1984 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р); 1993 й. башлап «“Илһам” конъюнктура һәм маркетинг үҙәге» ЯСЙ (Өфө)...

МӨСТӘҠИМОВ Зәйнулла Мөстәҡим улы

МӨСТӘҠИМОВ Зәйнулла Мөстәҡим улы [1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Йомаҙыбаш а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 28.2.1945, Кёнигсберг ҡ. (Көнсығыш Пруссия) янында, Калининград өлк. Переяславское ҡсб ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Калинин һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында...

МӨСЛИМОВ Сәғит Әсхәт улы

МӨСЛИМОВ Сәғит Әсхәт улы (14.7.1948, БАССР‑ҙың Шишмә районы Йәрми а.), офтальмолог. Медицина фәндәре докторы (2001). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). БДМИ‑ны тамамлаған (1977), 1980 й. алып шунда уҡ эшләй, 1985 й. башлап Өфө ҡ. 10‑сы дауаханаһында лаборатория мөдире, 1991 й. — Бөтә Рәсәй күҙ һәм...

МӨСЛИМ ХОҘАЙБИРҘИН

МӨСЛИМ ХОҘАЙБИРҘИН, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Ҡалтай а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) мишәре. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы.1735 й. Ур й. тамағына Ырымбур экспедицияһы (1734—44) походында мишәрҙәр отрядына (500 кеше) етәкселек итә. 1736 й....

МӨСӘҮИРОВ Рим Сабир улы

МӨСӘҮИРОВ Рим Сабир улы (15.5.1948, Полевской ҡ.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1988). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998), РФ‑тың почётлы фән һәм техника хеҙм-ре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1977 й. алып Студенттар...

МӨСӘТ, Салауат р‑нындағы ауыл

МӨСӘТ, Салауат р‑нындағы ауыл, Янғантау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 12 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 200 кеше; 1920 — 271; 1939 — 256; 1959 — 207; 1989 — 132; 2002 — 97; 2010 — 71 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....