Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НЕФТЕКАМА ИТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

НЕФТЕКАМА ИТ‑КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, 1964 й. ойошторола, 1994 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Комб‑т составында һуғым, ит‑май, колбаса (ҡеүәте тәүлегенә 15 т), консерва (айына 400 туба) цехтары, һыуытҡысы һ.б. булған. Ит, ит консервалары, колбаса ризыҡтары, ыҫланған аҙыҡ, иттән ярым фабрикаттар, аҡ май, аҙыҡ...

НЕФТЕКАМА ИКМӘК КОМБИНАТЫ

НЕФТЕКАМА ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составына 2‑се (1965 й. асылған), 3‑сө (1992), 4‑се (1993) икмәк з‑дтары, “Икмәк йорто” магазиндар селтәре (1993) инә. 2012 й. 390 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм Удмуртияла һатыла. 1959 й. Н.и.к. булараҡ ойошторола, 1994 й. хәҙ. статусын ала. 2004 й. башлап “Интеграл”...

НЕФТЕКАМА БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ

НЕФТЕКАМА БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ. Нефть һәм газ эҙләүһәм разведкалау, скважиналар (ш. иҫ. һыу скважиналары) төҙөү һәм ремонтлау, ситтәге үҙәктәрҙе быраулау (ш. иҫ. горизонталь йүнәлештә), скважиналар быраулау һәм ремонтлау өсөн ҡорамалдар һәм инструменттар етештереү м‑н шөғөлләнгән. 1970 й. “Башнефть”...

НЕФТЕКАМА АВТОЗАВОДЫ

НЕФТЕКАМА АВТОЗАВОДЫ, “Н е ф А З”, ААЙ. Составында ауҙармалы машиналар, вахта автобустары, һыйҙырышлығы 8‑ҙән алып 38 м3 тиклем булған автоцистерналар, тағылмалар һәм ярым тағылма‑цистерналар, йөк күтәреүсәнлеге 7‑нән алып 30 т тиклем булған дөйөм транспорт тәғәйенләнешле тағылмалар һәм ярым тағылмалар,...

НЕФТЕБАЗАЛАР

НЕФТЕБАЗАЛАР, нефтте һәм нефть продукттарын туплау, һаҡлау, оҙатып тороу өсөн ҡоролмалар һәм ҡорамалдар комплексы. Тәғәйенләнеше б‑са нефть продукттарын транспорттың бер төрөнән икенсеһенә күсереп тейәүҙе башҡарған, бүлгән (хеҙмәтләндерелгән райондарҙы нефть продукттары м‑н тәьмин итә) һәм күсереп тейәп...

НЕФРОЛОГИЯ

НЕФРОЛОГИЯ (гр. nephroјs — бөйөр һәм ...логия), бөйөрҙөң төҙөлөшөн һәм функцияларын, бөйөр ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү, үҫеү механизмдарын һәм клиник сағылышын өйрәнеүсе, был ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Башҡортостанда Н. проблемалары б‑са фәнни...

НЕФРИТ, минерал

НЕФРИТ г е о л о г и я л а, минерал. Тремолит‑актинолит рәтенең амфиболдарынан тора. Агрегаттары нәҙек сүсле, микрокристаллы. Төҫө асыҡ йәшелдән ҡуйы йәшелгә тиклем. Ҡатылығы 5,5—6,5; тығыҙлығы 2800— 3300 кг/м3; һынылышы ҡытыршы; тығыҙ һәм йәбешкәк. Гидротермаль-метасоматик шарттарҙа хасил була, ғәҙәттә...

НЕФРИТ

НЕФРИТ (гр. nephroјs — бөйөр) м е д и ц и н а л а, формаһы һәм төҙөлөшө б‑са күп төрлө булған иммун‑шешеү ауырыуҙары төркөмө, күп осраҡта бөйөр йомғаҡсалары, ш. уҡ каналсыҡтар һәм интерстициаль туҡыма зарарлана. Кеше Н. Үҙ аллы нозологик форма булараҡ та, системалы ауырыуҙарҙың (системалы ҡыҙыл сөсө...

НЕФОРОЩА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

НЕФОРОЩА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ниғмәтулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.-Көнс. табан 48 км алыҫлыҡта Ҡыҙыл й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 337 кеше; 1920 — 434; 1939 — 363; 1959 — 194; 1989 — 164; 2002 — 200; 2010 — 173 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

НЕФЁДОВА Тамара Ивановна

НЕФЁДОВА Тамара Ивановна (26.1. 1951, Чита өлк. Хадабулаҡ ҡсб — 28.10.2005, Өфө), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Журналистар союзы (1978), Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы. БДУ‑ны (1972), Мәскәү полиграфия ин‑тын (1986) тамамлаған. 1973 й. алып “Вечерняя Уфа” гәз. хеҙм‑ре (2002 й. — бүлек...

НЕФЁДОВ Филипп Диомидович

НЕФЁДОВ Филипп Диомидович (6.10.1838, Владимир губ. Иваново а. — 12.3.1902, Владимир губ. Перебор а., Мәскәүҙә ерләнгән), археолог. 1874 й. алып Мәскәү ун‑ты эргәһендәге Тәбиғәт белемен, антропология һәм этнографияны яратыусылар йәмғиәтенең этнография бүлеге хеҙм‑ре, 1887 й. — Мәскәү археология йәмғиәтенең...

НЕФЁДОВ Олег Матвеевич

НЕФЁДОВ Олег Матвеевич (25.11. 1931, Дмитров ҡ.) химик‑органик. РФА акад. (1987), химия ф. д‑ры (1967), проф. (1968). Мәскәү химия- технология ин‑тын тамамлаған (1954). 1957 й. алып РФА‑ның Н.Д. Зелинский ис. Органик химия ин‑тында эшләй, 1968 й. башлап лаб. мөдире, бер үк ваҡытта РФА‑ның Дөйөм һәм...

НЕСТЕРОВ Михаил Васильевич

НЕСТЕРОВ Михаил Васильевич (31.5.1862, Өфө — 18.10.1942, Мәскәү), рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1942). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942). Мәскәү рәсем сәнғәте, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү сәнғәте уч‑щеһында (1876—81, 1884—86; педагогтары В.Г.Перов, И.М.Прянишников) һәм Петербург Художестволар...

НЕСТЕРОВ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ ХУДОЖЕСТВО МУЗЕЙЫ

НЕСТЕРОВ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ ХУДОЖЕСТВО МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. М.В.Нестеров инициативаһы б‑са 1919 й. Октябрь рев‑цияһы ис. Өфө художество пролетар музейы булараҡ асыла, 1921 й. алып Өфө художество пролетар сәнғәт музейы, 1922 й. — Өфө художество музейы, 1929 й. — Башҡ. дәүләт художество музейы (1954...

НЕСТЕРОВ Дмитрий Леонтьевич

НЕСТЕРОВ Дмитрий Леонтьевич (1899 й. нояб., Һамар губ. Оло Раковка а. — 1986 й. ғин., Куйбышев ҡ.). Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Кубань а.х. ин‑тын (Краснодар ҡ., 1932) тамамлаған. 1934 й. алып Саҡмағош р‑нының Имәнлеҡул МТС‑ында, 1935— 57 йй. Дәүләкән МТС‑ында өлкән агроном. Юғары етештереү күрһәткестәренә...

НЕСКӘГӨЛ

НЕСКӘГӨЛ (Eritrichium), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә һәм Төньяҡ Американың көнбайыш өлөшөндә таралған. Башҡортостанда урал Н. үҫә. Мендәр формаһындағы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 3—7 см. Һабағы өҫкә ҡараған...

НЕРИС Саломея

НЕРИС (Бачинскайте‑Бучене) Саломея (4.11.1904, Польша батшалығының Сувалкск губ. Киршяй а. — 7.7.1945, Мәскәү), шағирә. Литва ССР‑ының халыҡ шағиры (1954). “Иртә менән” (“Ранним утром”; 1927), “Ҡомдағы эҙҙәр” (“Следы на песке”; 1931), “Ватылыусан боҙ буйлап” (“По ломкому льду”; 1935), “Йырла, йөрәк,...

НЕРВЫ АУЫРЫУҘАРЫ

НЕРВЫ АУЫРЫУҘАРЫ, нервы системаһының органик (структур) һәм функциональ үҙгәрештәренә бәйле ауырыуҙар. Патологик процестың ҡайһы урында барыуына ҡарап — баш, арҡа мейеһенең йәки периферик нервыларҙың изоляцияланған Н.а., үҙәк һәм периферик нервы системаһының төрлө бүлкәттәрен процесҡа йәлеп итеп таралған...

НЕПТУН, планета

НЕПТУН, Ҡояштан алыҫлығы б‑са 8‑се урында торған планета. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 4496 млн км (30,06 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 164,8 йыл. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 16 сәғ. 06 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 60°25′. Диам. 49 мең км. Массаһы 1,024•1026 кг....

НЕПЛЮЕВ КАДЕТ КОРПУСЫ

НЕПЛЮЕВ КАДЕТ КОРПУСЫ 1‑се, 1825 й. Ырымбур Неплюев хәрби уч‑щеһы булараҡ асыла; 1844 й. алып Ырымбур Н.к.к., 1866 й. — Ырымбур Неплюев хәрби гимназияһы, 1886 й. — 1‑се Н.к.к. Азия һәм Европа эскадрондарынан (бүлексәләренән) торған. Азия эскадронында хәрби дисциплиналар (фортификация, артиллерия нигеҙҙәре,...