Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НАЗАРОВ Айрат Әхмәт улы

НАЗАРОВ Айрат Әхмәт улы (1.10. 1959, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Байыш а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981), СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә эшләй, 1985 й. алып ӨНИ‑лә, 1986— 2004 йй. һәм 2007 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында:...

НАЗАРКИН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

НАЗАРКИН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1130 кеше; 1920 — 581; 1939 — 1258; 1959 — 668; 1989 — 186; 2002 — 216; 2010...

НАЗАР, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

НАЗАР, В ә л и ш а, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңы Себенле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Ташлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 163 кеше; 1920 — 194; 1939 — 148; 1959 — 100; 1989 — 86; 2002 — 96; 2010 — 69 кеше. Башҡорттар...

НАЗАР Хәсән Мөҙәрис улы

НАЗАР (Назаров) Хәсән Мөҙәрис улы (15.1.1942, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Түб. Мәмбәтша а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2017). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1975). 1966 й. алып “Таң” гәз. бүлек мөдире, 1968—2001 йй. (өҙөклөк м‑н) “Ағиҙел” ж. (1995 й. —...

НАЖАР, Балтас р‑нындағы ауыл

НАЖАР, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Ҡарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 707 кеше; 1920 — 787; 1939 — 705; 1959 — 587; 1989 — 414; 2002 — 357; 2010 — 268 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

НАҘЫТАМАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

НАҘЫТАМАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Әсән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 129 км алыҫлыҡта Наҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 623 кеше; 1920 — 716; 1939 — 491; 1959 — 302; 1989 — 140; 2002 — 144; 2010 — 137 кеше. Башҡорттар йәшәй...

НАҘЫ‑ПЕТРОВСК РАЙОНЫ

НАҘЫ‑ПЕТРОВСК РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. 1924 й. ойошторолған. Майҙаны — 3459 км2. Адм. үҙәге — Наҙы‑Петровск ҡалаһы. Районда 5 ауыл советы, 29 ауыл торама пунк‑ ты бар. Халҡы — 20,1 мең кеше (2010), ш. иҫ. 8,0 % башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып...

НАҘЫ-ПЕТРОВСК ЗАВОДЫ

НАҘЫ-ПЕТРОВСК ЗАВОДЫ, 1747 й. Наҙы й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында Себер даруғаһының Әйле, Ҡара-Табын, Ҡатай улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә П.И.Осокин (ҡара: Осокиндар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокин, 1751 й. алып бер туған Мосоловтарҙың...

НАҘАНЛЫҠТЫ БӨТӨРӨҮ

НАҘАНЛЫҠТЫ БӨТӨРӨҮ (ликбез), СССР‑ҙа 1920—30 йй. бөтә өлкәндәрҙе, ш. уҡ мәктәпкә йөрөмәгән үҫмерҙәрҙе мәжбүри рәүештә грамотаға өйрәтеү. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губернаһында халыҡтың (9 йәштән өлкән) 16,7%‑ы (башҡорттарҙың 18,5%‑ы, татарҙарҙың 19,1%‑ы, урыҫтарҙың 16,2%‑ы), Ырымбур...

НАДЬКИН Павел Николаевич

НАДЬКИН Павел Николаевич [11.2. 1911, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ильинск а. (Силәбе өлк. Ҡыҙыл р‑ны) — 5.5.1996, Сибай ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). 1930 й. алып Баймаҡ р‑нында эшләй: 1934 й. башлап Калинин ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе, 1939—42 йй. һәм 1947—57 йй. М.И.Калинин ис. к‑з рәйесе,...

НАДИРОВ Надир Кәрим улы

НАДИРОВ Надир Кәрим улы (6.1.1932, Әзербайжан ССР‑ы Кикач а. — 24.8.2021), химик‑технолог. Ҡаҙағстан Республикаһы Милли ФА академигы (1983), БР ФА‑ның почётлы академигы (1991). Химия фәндәре докторы (1967), профессор (1970). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы...

НАДИР УРАҘМӘТОВ

НАДИР УРАҘМӘТОВ (1688—1758), мәғдән эҙләүсе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Ҡазан даруғаһы башҡорто. Тархан. Минзәлә башҡармаһы, 1736 й. алып Ҡазан даруғаһы Надир улусы старшинаһы. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 18 б. 20‑се йй. тимер мәғдәне, “йәшел таш” (составында...

НАДЕЖКИН Станислав Наумович

НАДЕЖКИН Станислав Наумович (4.11.1940, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк игенселек с‑зы бүлексәһе, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Комсомол а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (1995), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) 1966 й. тиклем Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында агроном...

НАДЕЖДИНО, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

НАДЕЖДИНО, Куроедово, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Аксаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 7 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 2 км алыҫлыҡта Сиушка й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1085 кеше; 1920 – 1168; 1939 – 904; 1959 – 335; 1989 — 411; 2002 – 498; 2010 – 701 кеше. Урыҫтар, татарҙар,...

НАДЕЖДИНА Вера Александровна

НАДЕЖДИНА Вера Александровна (1.9.1954, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2005), проф. (2012). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 69‑сы урта мәктәптә эшләй (Өфө), 1980 й. алып — ӨДНТУ‑ла, (1987—2002 йй. тарих һәм культурология каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1995 й. башлап Ырымбур дәүләт ун‑тының Өфө филиалында...

НАДЕЖДИН, Йылайыр р‑нындағы утар

НАДЕЖДИН, Ҡалмаҡ, Йылайыр р‑нындағы утар, Иван‑Ҡыуалат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 67 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 88 км алыҫлыҡта Кесе Ҡалмаҡ й. (Ялан Йылайыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 40 кеше; 1920 – 394; 1939 – 646; 1959 – 400; 1989 – 234; 2002 – 173; 2010 – 140 кеше....

НАГОЙ Михаил Александрович

НАГОЙ Михаил Александрович (? — 1618, Оло Устюг ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1586 й. Царёвококшайск ҡ. воеводаһы. 1590 й. алып 1‑се Өфө воеводаһы, 1592 й., 1594— 1602 йй., 1603—04 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1604—05 йй.) Өфө өйәҙендә воевода. 16 б. 90‑сы йй. башында Н., туғандары батша улы Дмитрийҙы...

НАГНИБЕДА Микола

НАГНИБЕДА Микола (Николай Львович; 7.9.1911, Екатеринослав губ. Поповка а. — 16.9.1985, Киев), шағир. “Днепр яҙы” (“Днепровская весна”; 1932), “Мәңгелек туғанлыҡ тураһында һүҙ” (“Слово о вечном братстве”; 1954), “Киске усаҡтар” (“Вечерние костры”; 1965, бөтәһе лә — украин телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар...

НАГАЕВА Лидия Ислам ҡыҙы

НАГАЕВА Лидия Ислам ҡыҙы (24.4. 1938, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Асҡын а.), бейеүсе, халыҡ бейеүҙәрен ҡуйыусы. Тарих ф. канд. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1965). БДУ‑ны тамамлаған (1961). 1960— 72 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. 1975...

НАГАЕВ Матвей Назарович

НАГАЕВ Матвей Назарович (22.9. 1892, Пермь губ. Осинцево а. — 28.2.1984, Өфө), яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). 1932 й. алып БАССР‑ҙың төрлө пр‑тиеларында эшләй, 1939— 41 йй. һәм 1948—50 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының урыҫ яҙыусылары...