Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НИКИФОРОВ Михаил Тихонович

НИКИФОРОВ Михаил Тихонович (7.11.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Казанка а. — 30.10.1993, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Бүздәк с‑зы Комсомол бүлексәһе а., хәҙ. Комсомол а.; ш. уҡ р‑ндың Михайловка а. ерләнгән), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1936 й. алып “Бүздәк” с‑зында эшләй: тракторсы, 1938—39 йй. шофёр, 1947 й. башлап...

НИКИФОРОВ Кузьма Фёдорович

НИКИФОРОВ Кузьма Фёдорович (14.11.1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Аҡбай а. — 3.8.1986, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Мәсәғүт а.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сауҙа хеҙм‑ре (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Балаҡатай р‑нында эшләй: ВКП(б)‑ның район ком‑тында, 1948 й. башлап хәрби комиссариаттың...

НИКИФОРОВ Алексей Фёдорович

НИКИФОРОВ Алексей Фёдорович [7.3.1915, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яковлевка а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 21.3.1977, Ялта ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып БАССР‑ҙың Шишмә р‑нында колхозда, 1939 й. — Благовар р‑нының Эске эштәр ХК бүлегендә эшләй. 1936—38 йй....

НИКИФАР, Әлшәй р‑нындағы ауыл

НИКИФАР, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Никифар а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 45 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1897 кеше; 1920 — 2178; 1939 — 1732; 1959 — 1385; 1989 — 951; 2002 — 1020; 2010 — 845 кеше. Татарҙар...

НИКИФАР УРТА МӘКТӘБЕ

НИКИФАР УРТА МӘКТӘБЕ, Әлшәй р‑нында урынлашҡан. 1906 й. 1 класлы министрлыҡ мәктәбе булараҡ асыла,__ 1921 й. алып килешеү нигеҙендәге мәктәп, 1932 й. — башланғыс, 1933 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1939 й. хәҙ. статусын ала. Балғажы а. филиалы эшләй. Китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, интернаты,...

НИКИТИНКА, Туймазы р‑нындағы ауыл

НИКИТИНКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ғәфүр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 586 кеше; 1920 – 533; 1939 – 340; 1959 – 218; 1989 – 255; 2002 – 296; 2010 – 303 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

НИКИТИНА Ирина Леонидовна

НИКИТИНА Ирина Леонидовна (18.7. 1970, Йошкар‑Ола), фармаколог. Мед. ф. д‑ры (2004). БДМИ‑ны тамамлаған (1993), 1996 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 2006—12 йй. БР‑ҙа һаулыҡ һаҡлау һәм соц. үҫеш өлкәһен күҙәтеү б‑са Федераль хеҙмәттең Лицензиялаусы консультатив-методик үҙәге филиалында эшләй...

НИКИТИН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

НИКИТИН, Б ө р к ө т л ө, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Атйетәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 127 кеше; 1920 – 159; 1939 – 231; 1959 – 132; 1989 – 25; 2002 – 148; 2010 – 127 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс...

НИКИТИН ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ

НИКИТИН ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ, аҡбур һәм палеоген ултырмаларынан тора, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Көйөргәҙе р‑ны Яңы Ҡалта а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. уң ярында урынлашҡан. Н.я. — дөйөм ҡалынлығы яҡынса 9 м булған аҡбур һәм палеоген ултырмаларының сиге буйындағы төп геол....

НИКИТИН Юрий Ерофеевич

НИКИТИН Юрий Ерофеевич (6.7. 1935, Пушкин ҡ. — 21.4.2004, Новгород ҡ.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1979), проф. (1983). РСФСР‑ҙың (1990), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1976). Ленинград технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Химия ин‑тында (Өфө) эшләй:...

НИКИТИН Семён Петрович

НИКИТИН Семён Петрович (3.8. 1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иван-Ҡыуалат утары, хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иван-Ҡыуалат а., — 30.7.1981, Сибай ҡ.), водитель. 1944 й. алып Севастополь ҡ. аяҡҡа баҫтырыу эшендә. 1949 й. башлап Көньяҡ Урал геология идаралығының Баймаҡ геол. разведка партияһында (Өфө), 1957—81...

НИКИТИН Пётр Иванович

НИКИТИН Пётр Иванович (24.2. 1949, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Покровка а.), тренер. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2006). 1989 й. алып “Каучук” спорт клубында (Стәрлетамаҡ ҡ.), 2008 й. — Стәрлетамаҡ р‑нының 2‑се ДЮСШ‑ында, бер үк ваҡытта 1993—2003...

НИКИТИН Николай Моисеевич

НИКИТИН Николай Моисеевич [19.12. 1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Мәнеү а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 13.10.2008, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Ауырғазы р‑нында И.В. Мичурин ис. к‑зда эшләй: 1948 й. башлап баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 1960—63 йй....

НИКИТИН Николай Александрович

НИКИТИН Николай Александрович (15.2.1977, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. канд. (2001). БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) шунда уҡ эшләй. 2002 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда. Фәнни тикшеренеүҙәре трансплантация материалдарын һаҡлау өсөн консервациялау мөхитен ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. 50‑гә яҡын фәнни...

НИКИТИН Валентин Викторович

НИКИТИН Валентин Викторович (26.8.1935, Ҡаҙаҡ АССР‑ының Чандрин утары — 21.12.2020, Өфө ҡ.), травматолог‑ортопед. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1988). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1992) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың (1983) һәм БР‑ҙың (2010) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң...

НИКИТЕНКО Николай Максимович

НИКИТЕНКО Николай Максимович (15.12.1923, Украина ССР‑ы Лиман а. — 9.7.1999, Бәләбәй ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР аҙыҡ‑түлек индустрияһының атҡ. хеҙм‑ре (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. һәм 1946—47 йй. Змиёв һөт з‑дында (Украина ССР‑ы) , 1947—94 йй. Бәләбәй һөт комб‑тында эшләгән: мастер,...

НИКЕЛЬ ИРЕТМӘЛӘРЕ

НИКЕЛЬ ИРЕТМӘЛӘРЕ, хром, тимер, баҡыр, молибден һ.б. ҡушылған никель нигеҙендәге иретмәләр. Составы б‑са — пермаллойҙарҙы (никель— тимер), нихромдарҙы (никель—хром), хромелдәрҙе (никель—хром—кобальт), алюмелдәрҙе (никель— алюмин—марганец—кремний), хастеллойҙарҙы (никель— молибден), супериретмәләрҙе...

НИКАХ, өйләнешеү

НИКАХ (ғәр.), бер-береһенә һәм балаларға ҡарата ике яҡлы бурыстар һәм хоҡуҡтар биреп, ир м‑н ҡатын араһында йәмғиәт тарафынан урынлаштырылған һәм көйләнгән мөнәсәбәттәр (ҡара: Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре). Башҡорттарға экзогамия, моногамия (бер ҡатын алыу) хас булған; полигиния (бер нисә ҡатын алыу) ла...

НИКАНОРОВА Татьяна Леонидовна

НИКАНОРОВА Татьяна Леонидовна (28.4.1966, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а.), йырсы (меццо-сопрано). БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (2002) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1997; С.Ә.Асҡаров класы) БДОБТ, бер үк ваҡытта 2007 й. алып Екатеринбург опера һәм балет театры солисы. Йылы һәм бай яңғырашлы...

НИКАНОР

НИКАНОР (донъяуи исеме Бровкович Александр Иванович; 20.11.1826, Могилёв губ. Высокое а. – 27.12. 1890, Одесса ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1876—83). Дини тәғлимәт д‑ры (1869). Архиепископ (1886), архимандрит (1856). Монахлыҡ ҡабул иткән (1850). Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1851)...