Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОРЛОВ Виктор Семёнович

ОРЛОВ Виктор Семёнович [2.4. 1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Александровка а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 22.9.2002, Өфө], журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958). РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1979) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. БДУ‑ны (1961), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1966) тамамлаған....

ОРЛИНСКИЙ Борис Михайлович

ОРЛИНСКИЙ Борис Михайлович (5.11.1933, Нальчик – 19.8.2006, Өфө), геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1980), проф. (1987). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалы (Октябрьский ҡ.) инженеры, партия нач., 1961 й. алып Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү...

ОРКЕСТРҘАР

ОРКЕСТРҘАР, музыка әҫәрҙәрҙе төрлө инструменттарҙа бергәләп башҡарыусы музыканттар коллективы. Инструменттарҙың составы (симфоник, ҡыллы, тынлы, һуҡма, халыҡ музыка ҡоралдары О. һ.б.) һәм тәғәйенләнеше (хәрби, уҡыусылар, һәүәҫкәр, эстрада, джаз һ.б.) б‑са айырыла. Инструменталь ансамблдәрҙән (һәр бер...

ОРЕШНИКОВ Игорь Михайлович

ОРЕШНИКОВ Игорь Михайлович (2.4.1938, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1998). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) 2017 й. тиклем ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре...

ОРЁЛ Савва Лукич

ОРЁЛ Савва Лукич (12.1.1904, Киев губ. Черкассы ҡ. — 29.6.1981, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1968). Смела шәкәр ин‑тын тамамлаған (1927). 1919—24 йй. Бердичев ҡ., 1927 й. алып Черкассы, Рубежное (бөтәһе лә — Украина ССР‑ы), Сталиногорск ҡҡ. эшләй. 1941—70 йй. Өфө химия з‑дында: етештереү-техник...

ОРДОВИК, палеозойҙың бүлексәһе

ОРДОВИК, о р д о в и к с и с т е м а һ ы (о с о р о), палеозойҙың икенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 488,2±1,7 млн йыл, тамамланыуы — 443,7±1,5 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1879 й. Ч.Лапворт тарафынан айырып күрһәтелә, атамаһы Уэльс терр‑яһында йәшәгән ордовик исемле кельт ҡәбиләһенән...

ОРДЖОНИКИДЗЕ С. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

ОРДЖОНИКИДЗЕ С. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. Өфө нефть эшкәртеү з‑ды ҡарамағында 1956—99 йй. Өфөлә эшләй. 830 һәм 200 урынлыҡ 2 тамаша залы, грим, костюм бүлмәләре, хор кластары, спорт һәм бейеү залдары, уҡыу залы м‑н китапханаһы, түңәрәк эштәре өсөн бүлмәләре, хеҙмәт даны музейы була. Мәҙәниәт һарайында...

ОРДАНСКИЙ Марк Семёнович

ОРДАНСКИЙ Марк Семёнович (10.3.1930, Кировоград ҡ. — 1.1.1998, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. юрисы (1990). Ҡазан юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Куйбышев т. юлы Башҡ‑н бүлексәһенең юрисконсульты. 1965 й. алып Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тының...

ОРГТЕХНИКА

ОРГТЕХНИКА, идара итеү һәм инженер‑техник эштәрҙе механизациялау һәм автоматлаштырыу өсөн техник саралар комплексы. О. сараларына авторучкалар, диктофондар, коммуникация (телефон, факсимиль аппараттары), электрон (компьютер), баҫыу (яҙыу машинкалары, принтерҙар), ҡабатлау (копир аппараттары, сканерҙар)...

ОРГИН Константин Петрович

ОРГИН Константин Петрович [10.7. 1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Савельевка утары (Ырымбур өлк. Төйлөгән р‑ны) — 5.10.1964, Күмертау ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чкалов өлк. (хәҙ. Ырымбур өлк.) “Савельевка” к‑зында эшләй. 1941 й. алып Ленинград фронтында хеҙмәт итә. Герой...

ОРГАНИК ХИМИЯ ИНСТИТУТЫ

ОРГАНИК ХИМИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Химия секторы (1953 й. алып Бүлек) булараҡ асыла, 1961 й. башлап РСФСР Ғилми‑тикшеренеү эштәрен координациялау б‑са дәүләт ком‑тының Органик химия ин‑ты, 1967 й. — СССР ФА БФ‑тың Органик химия ин‑ты (1968 й. алып Химия ин‑ты), 1991 й. — РФА УрБ БФҮ‑нең...

ОРГАНИК ХИМИЯ

ОРГАНИК ХИМИЯ, углеродтың башҡа элементтар (органик берләшмәләр) м‑н берләшеүен һәм уларҙың әүерелеш законлыҡтарын өйрәнгән фән. О.х. — хәҙ. химияның ҡыҫҡа бер бүлеге. Ул юғары молекуляр берләшмәләр химияһы м‑н тығыҙ бәйле. О.х. органик булмаған химия һәм биохимия сиктәрендә металорганик берләшмәләр...

ОРГАНИК СУЛЬФИДТАР

ОРГАНИК СУЛЬФИДТАР, тиоэфирҙар, дөйөм формулаһы RSRʼ булған (R, Rʼ — органик радикалдар) көкөрт берләшмәләре, көкөрт атомы ҡулсала булыуы мөмкин. Ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙағы нефттә, үҫемлектәрҙә, аҡһымдарҙа осрай, эсәктә синтезлана. Түбәнге (С15 тиклем) О.с. — һыуҙа эремәй торған, органик эреткестәрҙә...

ОРГАНИК ПЕРОКСИДТАР

ОРГАНИК ПЕРОКСИДТАР, дөйөм формулаһы R—On—R’ булған химик берләшмәләр, органик алыштырыусылар йәки водород атомы м‑н бәйле 2—4 кислород атомынан торған сылбырҙы үҙ эсенә ала. Алыштырыусы төрөнә ҡарап (R, R") гидропероксидтар, пероксикислоталар, пероксиэфирҙар һ.б. айырыла. Гидропероксидтар, пероксинитраттар...

ОРГАНИК БЫЯЛА

ОРГАНИК БЫЯЛА, органик полимерҙар нигеҙендә алынған, үтә күренмәле ҡаты материал (полиакрилаттар, полистирол, поликарбонаттар һ.б.). Күбеһенсә полиметилметакрилат нигеҙендәге (95%) табаҡлы материал (плексиглас, перспекс, кларекс) осрай. О.б. силикатлы быяланан сағыштырмаса юғары булмаған тығыҙлығы,...

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ХИМИЯ

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ХИМИЯ, химик элементтарҙы һәм уларҙың берләшмәләрен (органик берләшмәләрҙән тыш) өйрәнгән фән. Хәҙ. О.б.х. төп бурыстары: ябай матдәләрҙең һәм уларҙың берләшмәләренең төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, үҙ‑ара бәйләнештәрен, химик реакцияларын өйрәнеү, уларҙы синтезлау һәм ныҡлы таҙартыу, органик...

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПОЛИМЕРҘАР

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПОЛИМЕРҘАР, үҙ эсенә органик булмаған төп сылбырҙар алған полимерҙар. Тәбиғи (полифосфаттар, силикаттар, кремнезём, корунд, керамика, быяла, цемент, эзбиз; көкөрт, ҡыҙыл фосфор һәм углерод полимерҙары) һәм синтетик (кумулендар, карбин, полифосфонитрилхлорид), гомо‑ (электрофил һәм нуклеофил...

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПЕРОКСИДТАР

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПЕРОКСИДТАР, дөйөм формулаһы R—O—O—R’ булған химик берләшмәләр, бында R һәм R’ — органик булмаған радикалдар йәки атомдар. О.б.п. төп кластарына металдарҙың пероксидтары, гидропероксидтары, супероксидтар, озо‑ нидтар инә. R һәм R’ — органик булмаған к‑та ҡалдыҡтары йәки водород атомы...

ОРГАНИК АШЛАМАЛАР

ОРГАНИК АШЛАМАЛАР, составында башлыса үҫемлек йәки хайуан сығышлы органик берләшмәләр рәүешендә үҫемлектәр өсөн туҡлыҡлы булған химик макро- һәм микроэлементтар  сбар. О.а. йәшел ашламалар (ҡара: Сидерация), компостар, тиреҫ, тиреҫ һарҡындыһы, ҡош тиҙәге, һалам (ҡара: Ҡоро мал аҙыҡтары), торф һ.б. инә....

ОРАТОРИЯ

ОРАТОРИЯ (лат. oro — әйтәм, ялынам), хор, йырсы-солистар һәм симфоник оркестр өсөн драматик сюжетлы муз. әҫәр. Төҙөлөшө б‑са операға һәм кантатаға оҡшаш (вокаль ансамблдәр, ариялар, речитативтар, хор һәм оркестр өсөн номерҙарҙан тора), кантатанан — ҙурыраҡ күләмле, киңерәк сюжетлы, эпик‑драматик характерҙа...