Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОЛО ҒӘБДИН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ОЛО ҒӘБДИН, Ғ ә б д и н, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 202 кеше; 1920 — 277; 1939 — 114; 1959 — 105; 1989 — 178; 2002 — 195; 2010 — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ОЛО ГЛУШИЦА РАЙОНЫ

 ОЛО ГЛУШИЦА РАЙОНЫ, Һамар өлкәһенең көньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. 1928 й. ойошторолған. Майҙаны — 2534 км2. Адм. үҙәге — Оло Глушица ауылы. Районда 8 ауыл советы, 33 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 20,7 мең кеше (2010), ш. иҫ. башҡорттар (ҡара: Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән...

ОЛО БАШҠОРТОСТАН

ОЛО БАШҠОРТОСТАН, Б а ш ҡ о р т А в т о н о м и я л ы С о в е т С о ц и а л и с т и к Р е с п у б л и к а һ ы, Өфө губернаһы терр‑яһы ҡушылғандан һуң авт. Башҡ. республикаһына бирелгән исем. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һәм РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты президиумдарының Өфө губ. АСБР составына...

ОЛО БАСАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ОЛО БАСАЙ, Б а с а й, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Күсей а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Туғажман й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 254 кеше; 1920 — 376; 1939 — 185; 1959 — 200; 1989 — 295; 2002 — 316; 2010 — 267 кеше....

ОЛО БАҘРАҠ, Борай р‑нындағы ауыл

ОЛО БАҘРАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 89 км алыҫлыҡта Себергән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 701 кеше; 1920 — 982; 1939 — 692; 1959 — 616; 1989 — 452; 2002 — 446; 2010 — 430 кеше. Башҡорттар,...

ОЛО ӘҮНӘР, йылға

ОЛО ӘҮНӘР, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Силәбе өлк. Баҡты һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Силәбе өлк., БР‑ҙың Белорет р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға һәм Ағиҙелгә (тамағынан 1395 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 31 км, басс. майҙаны 948 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында...

ОЛО ӘҮЖӘН, йылға

ОЛО ӘҮЖӘН, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Баштау һыртындағы Ҡараташ тауының көнсығыш итәгендә башлана. Белорет р‑ны буйлап үрге ағымында 15 км төньяҡ һәм төньяҡ‑көнбайышҡа аға, Туҡан а. көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта көньяҡҡа борола һәм Ағиҙел й. (тамағынан 1175 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо яҡынса 92...

ОЛО ӘРӘМӘ, Благовар р‑нындағы ауыл

ОЛО ӘРӘМӘ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 37 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс табан 43 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 454 кеше; 1920 — 528; 1939 — 313; 1959 — 232; 1989 — 140; 2002 — 151; 2010 — 117 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

ОЛО ӘМЗӘ, Краснокама р‑нындағы ауыл

ОЛО ӘМЗӘ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Раздолье а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 23 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 112 кеше; 1920 — 130; 1939 — 129; 1959 — 145; 1989 — 97; 2002 — 122; 2010 — 141 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

ОЛО ӘБЕШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ОЛО ӘБЕШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Әбеш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 66 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 122 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында, Шайтантау заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 214 кеше; 1920 — 503; 1939 — 483; 1959 — 436; 1989 — 471; 2002 — 460; 2010...

ОЛО ӘБЕШ ХАЗИНАҺЫ

ОЛО ӘБЕШ ХАЗИНАҺЫ, Алтын Урҙа осороноң археологик ҡомартҡыһы. 13—14 бб. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Оло Әбеш а. янында 1974 й. төҙөүселәр тарафынан табыла. 24 тимер әйберҙән тора, улар араһында сүкешкә оҡшаш төйҙәле 2 балта, 2 үткер осло һөймән, бысаҡ (34 см), киң баҫҡыслы оҙонса өҙәңге, 3 салғы, төрлө ҙурлыҡтағы...

ОЛО АСЫУҘЫ, күл

ОЛО АСЫУҘЫ, У ч а л ы, Ю ш а л ы, Урал й. басс. күл. Учалы ҡ. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 3,1 км2, оҙонлоғо 2,8 км, киңлеге 1,1 км, уртаса тәрәнлеге 3,3 м (макс. — 5,5 м), һыу күләме яҡынса 8,0 млн м3, һыу йыйыу майҙаны — 7,6 км2. Тектоник күл, урта девон тоҡомдарында...

ОЛО АРЫҪЛАНҒОЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ОЛО АРЫҪЛАНҒОЛ, С и к Т а м а ғ ы, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Әбеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 64 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 120 км алыҫлыҡта, Шайтантау заказнигы терр‑яһында, Сик й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 544; 1939 —...

ОЛО АҠА, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ОЛО АҠА, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Аҡа а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Аҡа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1908 й. — 2308 кеше; 1920 — 2584; 1939 — 1891; 1959 — 1612; 1989 — 1227; 2002 — 1201; 2010 — 1064 кеше. Татарҙар...

ОЛО АҠА УРТА МӘКТӘБЕ

ОЛО АҠА УРТА МӘКТӘБЕ, Мәсетле р‑нында урынлашҡан. 1926 й. бер нисә уҡыу йорто базаһында крәҫтиән йәштәре мәктәбе булараҡ асыла, 1934 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы, стадионы, мед. кабинеты, слесарлыҡ...

ОЛО АКСАКОВ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауы

ОЛО АКСАКОВ, П ё с т р о в к а, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Подлесный а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 26 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1107 кеше; 1920 — 1219; 1939 — 1485; 1959 — 622; 1989 — 150; 2002 — 200; 2010 — 163...

ОЛЛИ Альберт Иванович

ОЛЛИ Альберт Иванович (3.11.1906, С.‑Петербург губ. Ухора а. — 1.10. 1965, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры һәм проф. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1931) Башҡ‑н геол. идаралығының партия нач., өлкән геологы, 1938 й. алып Һарытау ун‑тында (1944 й....

ОЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ

ОЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ, бөтә донъя спорт ярыштары, хәҙ. О.у. 4 йылға 1 тапҡыр үткәрелә. Боронғо грек О.у. хәҙ. О.у. прообразы булып тора, улар б.э.т. 776 й. алып Зевс аллаһы хөрмәтенә бөтә грек спорт һәм сәнғәт байрамы булараҡ үткәрелгән. Б.э. 394 й. үткәрелмәй башлай. Хәҙерге беренсе йәйге О.у. Грецияла...

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №9

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №9. Өфөлә урынлашҡан. 1979 й. 9‑сы ДЮСШ булараҡ асыла, 1997 й. алып 9‑сы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Футбол бүлеге эшләй. Мәктәптә 310‑дан ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 10 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Спорт (46×27 м) һәм тренажёр (5,5×4 м) залы,...

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №7

ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №7. Өфөлә урынлашҡан. 1974 й. ДЮСШ булараҡ асыла, 1999 й. алып 7‑се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Баскетбол, волейбол, еңел атлетика, кикбоксинг һәм саңғы ярышы (инвалидтар), спорт ориентиры, пауэрлифтинг, футбол бүлектәре эшләй. Мәктәптә 710‑дан...