Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПОДЬЯЧЕВ Алексей Матвеевич

ПОДЬЯЧЕВ Алексей (Оло) Матвеевич (яҡынса 1738 — 1804), Өфө халҡынан Уложенный комиссия депутаты. Сауҙагәр. Подьячевтар нәҫеленән. Комиссияға сауҙагәрҙәр һәм отставкалағы һалдаттар исеменән ҡала халҡына ер етмәү, ауыл һ.б. ҡала сауҙагәрҙәре м‑н конкуренция, сауҙагәрҙәргә батша һарайы кешеләрен һатып...

ПОДЫМАЛОВО, Өфө р-нындағы ауыл

ПОДЫМАЛОВО, Өфө р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 151 кеше; 1920 — 177; 1939 — 343; 1959 — 966; 1989 — 596; 2002 — 1335; 2010 — 1601 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта...

ПОДОЛЬСК, Хәйбулла р-нындағы ауыл

ПОДОЛЬСК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 82 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 291 кеше; 1939 — 321; 1959 — 469; 1989 — 1111; 2002 — 1123; 2010 — 1083 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ПОДОЛЬСК БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ПОДОЛЬСК БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Хәйбулла р‑ны Подольск а. эргәһендә урынлашҡан. 1970 й. Башҡ‑н терр. геол. идаралығы тарафынан асыла. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш итәгенә тура килә. Ҡарамалыташ свитаһының базальт һәм риодациттар бәйләнешендә ойошҡан мәғдәнләнеү олотау свитаһының ҡалын...

ПОДЛУБ, Ҡырмыҫҡалы р-нындағы ауыл

ПОДЛУБ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 22 км һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1499 кеше; 1920 — 1669; 1939 — 1753; 1959 — 1012; 1989 — 843; 2002 — 1051; 2010 — 905 кеше. Урыҫтар,...

ПОДЛУБ, Ҡариҙел р-нындағы ауыл

ПОДЛУБ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1687 кеше; 1920 — 1852; 1939 — 1486; 1959 — 1159; 1989 — 619; 2002 — 468; 2010 — 427 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ПОДЛИПСКИЙ Виктор Александрович

ПОДЛИПСКИЙ Виктор Александрович (3.1.1913, Одесса ҡ. — 3.10. 1973, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Одесса граждандар һәм коммуналь төҙөлөш инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1938) Өфө һыу үткәреү‑канализация хужалығының производство идаралығында эшләй: 1939 й. алып бүлек нач., 1940 й. — техник етәксе, 1942...

ПОДЛЕСНЫЙ, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл

ПОДЛЕСНЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Подлесный а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 21 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 333 кеше; 1920 — 446; 1939 — 589; 1959 — 259; 1989 — 319; 2002 — 350; 2010...

ПОДДУБНЫЙ Алексей Павлович

ПОДДУБНЫЙ Алексей Павлович (10.3.1907, Курск губ. Солохи а. — 1.10.1986, Харьков ҡ.), артиллерист, подполковник (1945). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сумы артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1932). Һуғышҡа тиклем Өфөлә йәшәй. 1929—32 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й....

ПОДДЕНЕЖНЫЙ Григорий Максимович

ПОДДЕНЕЖНЫЙ Григорий Максимович (12.2.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Никольский ҡсб — 18.10.2000, Өфө ҡ.), өлкән лейтенант. Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. СССР ЭЭМ‑ының Ленинград хәрби‑сәйәси училищеһын тамамлаған (1948). 1941 й. алып Бәләбәй...

ПОДГОРНЫЙ, Күгәрсен р-нындағы ауыл

ПОДГОРНЫЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Чапаев а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 45 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 980 кеше; 1920 — 1621; 1939 — 1649; 1959 — 1309; 1989 — 663; 2002 — 638; 2010 — 566 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ПОДГОРНЫЙ Адольф Павлович

ПОДГОРНЫЙ Адольф Павлович (7.4.1940, Өфө — 5.1.2005, шунда уҡ), спортсы. Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1961) һәм бөтә Союз категориялы судья (1991). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация‑спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.П.Марюткин, В.А.Станкевич). Билдәләнгән...

ПОДВОЙСКИЙ Николай Ильич

ПОДВОЙСКИЙ Николай Ильич (16.2.1880, Чернигов губ. Кунашов‑ ка а. — 28.7.1948, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. 1901 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 й. окт. РСДРП(б) ҮК эргәһендәге Бөтә Рәсәй хәрби ойошмалар бюроһы рәйесе, Петроградтағы Октябрь ҡораллы күтәрелеше етәкселәренең береһе,...

ПОДВИНЦЕВТАР

ПОДВИНЦЕВТАР, алтын приискыһы хужалары, сауҙагәрҙәр. Билдәлеләре: Артамон Ермолаевич П., 2‑се гильдия сауҙагәре. Себерҙә алтын ятҡылыҡтарын тикшереү м‑н шөғөлләнгән. Екатеринбург алтын сәнәғәте компанияһы, Уралда һәм Себерҙә приискылар һәм рудниктар хужаларының береһе. Уның ҡустыһы Ермолай Ер‑ молаевич...

ПОДБЕЛЬСКИЙ Александр Ипполитович

ПОДБЕЛЬСКИЙ Александр Ипполитович (яҡынса 1856, Өфө — 1925, шунда уҡ), соц. гигиенист. Мед. д‑ры (1890). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1884) шунда уҡ эшләй. 1902 й. алып Өфөлә: губерна земство дауаханаһында (ҡара: Республика клиник дауаханаһы), 1908—21 йй. земство ҡатын‑ҡыҙҙар акушер‑фельдшерлыҡ мәктәбенә...

ПОДАЛИРИЙ

ПОДАЛИРИЙ (Iphiclides podalirius), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Алғы һәм Урта Азияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см, һарғылт аҡ төҫтә, арҡыры ҡара һыҙатлы. Артҡы ҡанаттарында эске (ҡара) һәм тышҡы (ярым ай формаһындағы зәңгәр таптар) ситтәре, аҫҡы өлөшөндә —...

ПОГОРСКИЙҘАР

ПОГОРСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Лаврентий (Шувалко) П., яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләрҙән. 16 б. аҙ. Кадом өйәҙенең Кадом ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән. Уның улдары: Андрей Лаврентьевич һәм Кондратий Лаврентьевич П. Болалы ваҡытта (16...

ПОГОДИН Василий Филиппович

ПОГОДИН Василий Филиппович (2.8.1913, Ырымбур ҡ. — ?), селекционер. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чкалов а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Ҡырғыҙ ССР‑ының “КокБель” с‑зында баш агроном. 1946 й. алып Көньяҡ‑Көнсығыш игенселек хужалығы ин‑тында (Һарытау ҡ.), 1948 й. — Ырымбур селекция ст. эшләй. 1957...

ПОГОДИН Василий Николаевич

ПОГОДИН Василий Николаевич (11.7.1965, Өфө), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (1998). “Ағиҙел” (ауыр атлетика б‑са тренеры Г.В.Кочкин), “Батыр” (Л.Н.Копнин) спорт клубтары, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (П.С.Горулёв) тәрбиәләнеүсеһе, 1996—98...

ПОВЕСТЬ

ПОВЕСТЬ, хикәйә м‑н роман араһындағы уртаса эпик жанр; төп персонаждың билдәле йәшәү дәүерен һүрәтләгән эпизодтар, бер йәки ике герой тирәләй ваҡиғаларҙы туплаған, бер нисә сюжет һыҙығы ҡулланылған проза әҫәре. Башҡорт әҙәбиәтендә П. көнсығыш жанрҙары — ҡисса һәм дастан традицияларында үҫешә. Тәү‑ ге...