Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЕНТАТОНИКА

ПЕНТАТОНИКА (гр. pénte — биш һәм tónos — тон) биш баҫҡыстан торған октава диапазонындағы тауыш системаһы. Күп халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорт, татар, мари көйҙәре П. нигеҙләнгән. П. 4 тибы билдәле: ярым тонһыҙ, ярым тонлы, ҡатнаш тонлы, темперациялы. Ярым тонһыҙ П. таҙа квинталар буйлап ойоша (до‑соль‑ре‑ля‑ми);...

ПЕНТАПЛАСТ

ПЕНТАПЛАСТ, поли‑3,3‑бис‑(хлорметил) оксациклобутан, поли‑3,3‑бис‑ (хлорметил)оксетан. Төҫһөҙ термопласт, мол. м. 70—200 мең. Һыу, күп органик эреткес һәм агрессив мөхиттәр тәьҫиренә, —60° алып 120°С тиклем т‑рала күп тапҡыр ҡулланыуға тотороҡло; йөкләнеш булғанда ултырыу һәм шыуыу һәләте, ышҡылыу коэф....

ПЕНСИЯ ТӘЬМИНӘТЕ

ПЕНСИЯ ТӘЬМИНӘТЕ, граждандарҙы дәүләт бюджеты аҡсаһы иҫәбенә РФ ҡануниәтенә ярашлы ғәмәлгә ашырылған матди яҡтан (аҡса м‑н) тәьмин итеү формаһы. 1956 й. СССР‑ҙа П.т. т‑да тәүге закон ҡабул ителә, 1964 й. колхоз ағзаларына пенсия һәм пособиелар т‑да; 1990 й. РСФСР‑ҙа дәүләт пенсиялары т‑да, 2002 й. йыйыу...

ПЕНИЦИЛЛ

ПЕНИЦИЛЛ, к ү к ү ң ә ҙ (Penicillium), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө үҫә. Мицелийы төҫһөҙ, күп күҙәнәкле, тармаҡлы. Башлыса енесһеҙ юл — асыҡ төҫтәге бер күҙәнәкле конидиялар м‑н үрсей. Өҫкө өлөшөндә конидия туплағыстары...

ПЕНЗА, Шишмә р-нындағы ауыл

ПЕНЗА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 24 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 302 кеше; 1920 — 477; 1939 — 412; 1959 — 231; 1989 — 119; 2002 — 133; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 1872...

ПЕЛЯДЬ

ПЕЛЯДЬ (Coregonus peled), һөмбаш һымаҡтар отрядының алабалыҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Төньяҡ Евразияның сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙәһе бейек, ян‑яғы бер аҙ ҡыҫылған, оҙонлоғо 40—55 см, ауырлығы яҡынса 2,5—3 кг. Арҡаһы, башы, йөҙгөстәре ҡара төҫтә, ян‑яғы һәм ҡорһағы асыҡ төҫтә, арҡа йөҙгөсөндә...

ПЕКТИНДАР

ПЕКТИНДАР (гр. péktós — йомарланған), полисахаридтар, галактурон к‑таһы полимерҙары, унда карбоксиль төркөмдәренең бер өлөшө метил спирты м‑н этерификациялана, гидроксиль төркөмдәре моносахарид ҡалдыҡтарынан тармаҡланған ян сылбырының берләштереү нөктәһе булыуы мөмкин. Бөтә ер өҫтө үҫемлектәрендә (һутлы...

ПЕКТАР

ПЕКТАР (голландса pek — ыҫмала), ыҫмала (һәүерташлы, пиролиз, кокслаштырыу, ярым кокслаштырыу һ.б.) йәки дегет (ағас, торф) ҡыуыу ҡалдыҡтары. Ҡара төҫтәге ҡаты (ҡайһы берҙә ҡуйы йәбешкәк) масса; һуғылғанда ҡабырсаҡҡа оҡшаш урын барлыҡҡа килтереп һына, туҡтауһыҙ ҡулланғанда һығылмалы була. Сеймалға бәйле...

ПЕКАРСКИЙҘАР

ПЕКАРСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Николай П., 16 б. аҙ. Речь Посполитаянан рус хеҙмәтенә килә. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Григорий Иванович П. Баяр балаларынан. 1646 й. Ҡазандан Өфөгә ҡалмыҡ эштәре б‑са ебәрелә. 1652 й. уның поместье оклады 300 сирек ер тәшкил итә, Шаҡша й....

ПЕКАРСКИЙ Пётр Петрович

ПЕКАРСКИЙ Пётр Петрович [19.5. 1827, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Отрада а., хәҙ. Өфө эсендә, — 12.7. 1872, Павловск ҡ.], тарихсы, библиограф. Император С.‑Петербург ФА акад. (1868), рус тарихы д‑ры (1872). Действительный статский советник. Пекарскийҙар нәҫеленән. Өфө ир балалар гимназияһын, Ҡазан ун‑тын...

ПЕЙКО Николай Иванович

ПЕЙКО Николай Иванович (12.3. 1916, Мәскәү — 1.7.1995, шунда уҡ), комп., педагог. Проф. (1958). РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1964). СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1940; Н.Я. Мясковский класы), 1943—59 йй. шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1954—95 йй. Гнесиндар...

ПЕЙЗАЖ

ПЕЙЗАЖ (фр. paysage), һынлы сәнғәт жанры, ш. уҡ үҙ булмышындағы йәки кеше тарафынан үҙгәртелгән тәбиғәтте һүрәтләгән айырым рәсемдәр. П. ҡайһылыр урындың (мәҫ., диңгеҙ — марина), ҡалаларҙың (ҡала архитектураһы П. — ведута) һәм айырым архитектур ҡоролмаларҙың күренештәре, һирәгерәк уйҙағы ландшафттар...

ПЕЙДЖИНГ ЭЛЕМТӘҺЕ

ПЕЙДЖИНГ ЭЛЕМТӘҺЕ, текст йәки цифрлы мәғлүмәт пейджерға (мәғлүмәтте ҡабул итер өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма) тапшырыла торған һәм тиҙ урынлаштырмалы бер яҡлы радиоэлемтә төрө. Тауыш (абонентҡа саҡырыу хәбәре дерелдәү, тауыш йәки яҡтыртыу ярҙамында ебәрелә), цифрлы (цифрлы хәбәр дисплейға сығарып күрһәтелә,...

ПЕЙВЕ Александр Вольдемарович

ПЕЙВЕ Александр Вольдемарович (9.2.1909, Псков губ. Семенцово а. — 21.12.1985, Мәскәү), геолог. СССР ФА акад. (1964), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1946). Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). Мәскәү геол. разведка ин‑тын тамамлаған (1930). 1960 й. алып СССР ФА‑ның Геол. ин‑ты (Мәскәү) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге...

ПЕДИАТРИЯ

ПЕДИАТРИЯ (гр. páis — бала һәм iatreáia — дауалау), балалар организмының анатомик‑физиол. үҙенсәлектәрен, балалар ауырыуҙарының үҫеш сәбәптәрен һәм механизмдарын өйрәнгән, уларҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдарын эшләгән медицина өлкәһе. Башҡортостанда П. формалашыуы 20 б. 20‑се йй. 2‑се ярт....

ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе һ.б. әҙерләгән урта махсус уҡыу йорттары (ҡара: Музыка белеме биреү, Педагогик белем биреү). Революциянан (1917) һуң уҡытыусылар мәктәптәре һәм семинариялары (ҡара: Благовещен уҡытыусылар семинарияһы, Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе,...

ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ

 ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ. 1967 й. Өфөлә Башҡ. дәүләт пед. ин‑ты булараҡ асыла, 2000 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә, 2006 й. — М.Аҡмулла ис. Башҡ. дәүләт пед. ун‑ты. Университет составына 9 ф‑т (башҡ. филол., тәбиғи‑геогр., сит телдәр, психология, соц.‑гуманитар, физика‑матем., физик культура, филол., художество‑графика);...

ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ №2

ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ №2, 1958 й. 1‑се Өфө мәктәпкәсә пед. уч‑щеһының музыка‑пед. бүлеге базаһында музыка‑пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1963 й. алып 2‑се пед. уч‑щеһы, 1992 й. — 2‑се Өфө пед. колледжы. 2013 й. башлап 2‑се П.к. һәм Һөнәрселек‑педагогия колледжы базаһында БДПУ колледжы булараҡ Педагогия университеты...

ПЕДАГОГИКА ИНСТИТУТЫ

ПЕДАГОГИКА ИНСТИТУТЫ, Б а ш ҡ о р т о с т а н   ғ и л м и ‑ т и к ш е р е н е ү   п е д а г о г и к а   и н ‑ с т и т у т ы, 1932 й. ғин. Өфөлә Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының педология өлкә кабинеты һәм Башҡортостан ғилми‑тикшеренеү институтының педология‑пед. секцияһы...

ПЕДАГОГИКА

ПЕДАГОГИКА (гр. paidagógiké), 1) кешене тәрбиәләү һәм уҡытыу т‑дағы фән; 2) тәрбиә биреү, белем биреү һәм уҡытыу м‑н бәйле булған фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһе; 3) тәрбиә биреү, уҡытыу, белем биреү стратегияһына, маҡсаттарына, йөкмәткеһенә һәм тактикаһына бәйле идеялар, фекерҙәр, ҡараштар (дини, ижт.,...