Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПРИСАДКАЛАР

ПРИСАДКАЛАР, аҙ күләмдә мотор яғыулыҡтарына (0,1%‑ҡа тиклем), техник майҙарға (25%‑ҡа тиклем), битумдарға, шыйыҡ металдарға уларҙың эксплуатация үҙенсәлектәрен арттырыу һәм оҙаҡ ваҡыт һаҡлар өсөн ҡушыла торған матдәләр. Яғыулыҡ өсөн тәғәйенләнгән П. — яныуҙы яҡшыртҡан (антидетонаторҙар һәм инициациялаған,...

ПРИПЛОДНЫЙ ЛОГ

ПРИПЛОДНЫЙ ЛОГ, һуң бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Троицк р‑ны Подгорный а. көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Уй й. һул ярында урынлашҡан. 1978 й. Т.С.Малютина тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы (диам. 8—16 м, бейеклеге 0,1—0,6 м) һәм түңәрәк формаһындағы таш кәртәле ҡәберлектәргә...

ПРИМАКИН Иван Васильевич

ПРИМАКИН Иван Васильевич (8.11. 1923, Петроград губ. Маилковы Горки а. — 8.11.1982, Туймазы ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов пилоттар хәрби авиация мәктәбен (Пермь ҡ., 1942) тамамлаған. 1939 й. алып 381‑се з‑дта (Ленинград) эшләй. 1940 й. башлап...

ПРИИСКЫЛАР ҺӘМ РУДНИКТАР

ПРИИСКЫЛАР ҺӘМ РУДНИКТАР, тау‑ҡаҙылма сәнәғәтенең һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү (прииск), ер аҫтынан мәғдән, тау‑химия сеймалы һәм төҙөлөш материалдары сығарыу (рудник) пр‑тиелары. Ярҙамсы цехтар һәм ҡоролмалар комплексын (ваҡлау‑сортлау һәм байыҡтарыу ф‑калары, механика цехтары һ.б.) үҙ эсенә ала....

ПРИБЫЛОВ Владимир Васильевич

ПРИБЫЛОВ Владимир Васильевич [28.12.1934, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Ляхов а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 5.12.2006, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың (1982), БАССР‑ҙың (1978) халыҡ артисы, БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1973). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1970). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; Ш.М.Мортазина...

ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ

ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ, үлсәү, иҫәпләү, контролдә тотоу, автоматлаштырыу сараларын һәм идара итеү системаларын етештергән машиналар эшләү тармағы; фән һәм техника өлкәһе. Башҡортостанда авиация, автомобиль, геофизика приборҙары эшләнә. Авиация П.э. 1941 й. Өфөгә поршенлы авиация двигателдәре өсөн ҡабыҙыу системалары...

ПРИБЕЛЬСКИЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ПРИБЕЛЬСКИЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Прибельский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 24 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 3365 кеше; 1989 — 4148; 2002 — 4959; 2010 — 4859 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). П. Ҡарлыман...

ПРЕСЛАУ

ПРЕСЛАУ м е т а л д а р ҙ ы, һығылмалылығы сағыштырмаса бәләкәй булған металдарҙың һәм иретмәләрҙең формаһын уларҙың емерелмәйенсә деформацияланыуын юғары дәрәжәлә тәьмин итә торған пластик деформация ысулы. Башлыса горизонталь гидравлик престарҙа әҙерләмәләрҙе йылытып башҡарыла. Металлургияла П. —...

ПРЕОБРАЖЕНСКИЙ Евгений Алексеевич

ПРЕОБРАЖЕНСКИЙ Евгений Алексеевич (3.2.1886, Орёл губ. Болхов ҡ. — 13.7.1937), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1903 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1905—08 йй. Мәскәү, Брянск, Орёл, Өфө, Златоуст ҡҡ. революцион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. 1909—17 йй. һөргөндә була. 1918—19 йй. РКП(б)‑ның...

ПРЕОБРАЖЕНСК ЗАВОДЫ

ПРЕОБРАЖЕНСК ЗАВОДЫ, Й ы л а й ы р  з а в о д ы, 1750 й. Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Урман Йылайыры й. буйында И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) һәм И.Б. Твердышев (ҡара: Твердышевтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары:...

ПРЕОБРАЖЕНОВКА, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл

ПРЕОБРАЖЕНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 855 кеше; 1920 – 1094 (Ҡунаҡбай а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 – 1342; 1959 – 554; 1989 – 398; 2002 – 390;...

ПРЕМИЯ

ПРЕМИЯ (лат. praemium – бүләк), эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендәге юғары ҡаҙаныштар өсөн дәртләндереү ысулы. Лауреаттарға дипломдар, түшкә таға торған иҫтәлекле һәм почётлы билдәләр, аҡсалата бүләк һ.б. бирелә. Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге...

ПРЕКОС

ПРЕКОС (фр. précoce), ит‑йөн йүнәлешле, нәҙек йөнлөһарыҡтар тоҡомо. 19 б. аҙ. Францияла урындағы нәҙек йөнлөһарыҡтарҙы америка рамбульеһы тоҡомо тәкәләренән ҡасырыу ысулы м‑н сығарыла, һуңынан лейстер тоҡомо тәкәләре м‑н ҡасырыу ҡулланыла. Эре һөлдәле мал; кәүҙәһе оҙон һәм киң, күкрәге тәрән һәм киң....

ПРЕЗИДЕНТ ХАКИМИӘТЕ

ПРЕЗИДЕНТ ХАКИМИӘТЕ. БР Конституцияһының 87‑се статьяһының 24‑се пунктына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Президенты (2015 й. алып — БР Башлығы) тарафынан үҙенең эшмәкәрлеген ойоштороу, хоҡуҡи яҡтан, мәғлүмә‑ ти‑аналитик, матди‑техник һәм финанс йәһәтенән тәьмин итеү өсөн булдырыла. 2014 й. 25 дек....

ПРЕЗИДЕНТ СОВЕТЫ

ПРЕЗИДЕНТ СОВЕТЫ, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы кәңәшмә орган. БР Президентының 1994 й. 4 апр. Указына ярашлы ойошторола. РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, федераль һәм респ. закондарына, РФ һәм БР‑ҙың башҡа норматив‑хоҡуҡи акттарына ярашлы эш иткән. БР Президенты тарафынан дәүләт...

ПРЕДПРИЯТИЕ

ПРЕДПРИЯТИЕ, табыш алыу маҡсатында продукция етештереү, эштәр башҡарыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн ойошторолған үҙ аллы хужалыҡ иткән субъект; эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн ҡулланылған милек комплексы. Ҡағиҙә булараҡ, юридик шәхес булып тора. П. һатыу‑алыу, залог, ҡуртым һ.б. килешеү объекты...

ПРАГА ЯРУСЫ

ПРАГА ЯРУСЫ (Прага ҡ. исеменән), девондың аҫҡы бүлегенең урта бүлексәһе. Лохков ярусында ята, эмсский ярусы м‑н ҡаплана. И.Хлупач тарафынан Чехияла айырып күрһәтелә (1958). Көньяҡ Уралда П.я. тәүге тапҡыр А.П.Тяжёва һ.б. тарафынан 1976 й. Ырғыҙлы й. буйы киҫелештәрендә, Тютюлень й. (икеһе лә — Ағиҙел...

ПРАВОТОРОВ Евгений Юрьевич

ПРАВОТОРОВ Евгений Юрьевич (4.8.1967, Орджоникидзе ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе, 1996—2000 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Өфө; тренеры Ю.В.Правоторов). РСФСР чемп. (1982—83), Рәсәйҙең абс. чемп....

ПРАВОСЛАВИЕЛА ИР‑АТТАР ҺӘМ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ

ПРАВОСЛАВИЕЛА ИР‑АТТАР ҺӘМ ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, православие ҡорамдары эргәһендә диндарҙарҙың миссионерлыҡ, мәғрифәтселек, хәйриә маҡсаттары м‑н ойошторолған йәмғиәттәре. Йәмғиәттәр тәүге тапҡыр 15—17 бб. Белоруссия, Украина, Литва, Чехия терр‑яларында булдырыла, улар ка‑ толицизмдың әүҙем таралыуы...

ПРАВОСЛАВИЕЛА БЛАЖЕННЫЙҘАР

ПРАВОСЛАВИЕЛА БЛАЖЕННЫЙҘАР, донъя рәхәтлектәренән, туғандарынан һәм дөйөм ҡабул ителгән йәшәү рәүешенән үҙ ирке м‑н баш тартҡан фиҙакәрҙәр. Монахлыҡ ҡабул итмәйенсә, аскеттарса йәшәү рәүеше (ҡара: Дини аскетизм) алып баралар, доға уҡыуға биреләләр. П.б. Алланан бүләккә әүлиәлек һәләте һәм аҡыл ала,...