Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РӘХИМОВ Камил Йосоп улы

РӘХИМОВ Камил Йосоп улы (25.8.1900, Севастополь ҡ. — 25.2.1978, Өфө ҡ.), композитор, фольклорсы, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969). Композиторҙар союзы ағзаһы (1943 й. алып). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1929) Башҡ. драма театрының музыка бүлеге мөдире,...

РӘХИМОВ Камил Йосоп улы

РӘХИМОВ Камил Йосоп улы (25.8.1900, Севастополь ҡ. — 25.2.1978, Өфө ҡ.), композитор, фольклорсы, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969). Композиторҙар союзы ағзаһы (1943 й. алып). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1929) Башҡ. драма театрының музыка бүлеге мөдире,...

РӘХИМОВ Әхмәт Зәки улы

РӘХИМОВ Әхмәт Зәки улы (6.8. 1934, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Киәҙетау а.), психолог, педагог. Психология ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) Бүздәк р‑нының Кәпәй‑Ҡобау урта мәктәбе дир., 1968 й. алып Башҡ‑н проф....

РӘХИМОВ Әнүәр Мөбәрәкша улы

РӘХИМОВ Әнүәр Мөбәрәкша улы (5.3.1913, Стәрлетамаҡ ҡ. — 17.9. 1994, Өфө), агроном. А.х. ф. канд. (1954). РСФСР‑ҙың атҡ. агрономы (1977), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент а.х. ин‑тын (1935), Маркс—Энгельс— Ленин ин‑тын (Мәскәү, 1941) тамамлаған. 1933 й. алып Ташкентта...

РӘХИМҠОЛОВ Морат Ғәлим улы

РӘХИМҠОЛОВ Морат Ғәлим улы (30.4.1925, Өфө — 4.5.2015, шунда уҡ), әҙәбиәт белгесе. БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982). Филол. ф. канд. (1967). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1979). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1955). 1945—50 йй. БАДТ‑ла реж. ярҙамсыһы,...

РӘХИМҒОЛОВА Фәүзиә Абдулла ҡыҙы

РӘХИМҒОЛОВА Фәүзиә Абдулла ҡыҙы [15.12.1921, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Йәнырыҫ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) – 21.10.1996, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1961). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1947), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге...

РӘФӘНДЕ, Мишкә р‑нындағы ауыл

РӘФӘНДЕ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 144 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 521 кеше; 1920 — 469; 1939 — 347; 1959 — 331; 1989 — 313; 2002 — 272 кеше. Мариҙар йәшәй. Халҡы “Байдуғанов” крәҫтиән (фермер)...

РӘҮИЗ МӘҒЛҮМӘТТӘРЕ

РӘҮ ИЗ МӘҒЛҮМӘТТӘРЕ, 18 б. — 19 б. 1‑се ярт. Рәсәй империяһы халҡының ревизия ваҡытында төҙөлгән исемлеге. Пётр I 1718 й. 26 нояб. указы м‑н индерелә. Унда торама пункттың исеме, уның урынлашҡан ере, өй һаны, халыҡ иҫәбе (һәр кемдең исеме һәм йәше күрһәтелгән), уның соц. һәм милли составы, кешенең ғаилә...

РӘҮЕШ, Дәүләкән р‑нындағы утар

РӘҮ ЕШ, Дәүләкән р‑нындағы утар, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 18 кеше; 1959 — 71; 1989 — 162; 2002 — 149; 2010 — 138 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалынған. Тәрж....

РӘҮЕШ

РӘҮ ЕШ, хәрәкәт йәки сифаттың билдәһен аңлатҡан үҙ аллы һүҙ төркөмө. Хәҙ. башҡорт телендә лексиканың иң боронғо ҡатламына ҡараған тамыр Р. бар, мәҫ., “бик”, “гел”, “ҡапыл” һ.б.; байтаҡ Р. яһалма булып тора, улар һүҙьяһалыштың төрлө ысулдары ярҙамында яһала: аффиксация, мәҫ., “ауылса” ауыл‑са, “яртылай”...

РӘҮҘЕ ЗАВОДЫ

РӘҮҘЕ ЗАВОДЫ, 1734 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1732) Рәүҙе й. (Чусовая й. ҡушылдығы) буйында Себер даруғаһының Ҡатай улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: 1745 й., 1829 й., 1843 й. алып...

РӘҮҘӘК, Оло Рәүҙәк, йылға

РӘҮҘӘК, О л о Р ә ү ҙ ә к, йылға, Егән й. уң ҡушылдығы. Биктәр тауының төньяҡ битләүенән башлана. Ишембай р‑ны буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа табан аға, Кесе Рәүҙәк й. тамағында йүнәлешен көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай үҙгәртә һәм Егән й. (тамағынан 53 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 52 км, басс....

РӘТАМАҠ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

РӘТАМАҠ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Рәтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Мордва Сүллеһе һәм Рә йй. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1668 кеше; 1920 — 2152; 1939 — 1824, 1959 — 1407; 1989 — 1016; 2002 — 824; 2010 — 776 кеше....

РӘТ

РӘТ, сикһеҙ сумма. Һан һәм функциональ Р. (ш. иҫ. дәрәжә Р.) айыралар. Функцияларҙы, интегралдарҙы яҡынса иҫәпләгәндә, алгебраик, дифференциаль, интеграль тигеҙләмәләрҙе сискәндә һ.б. файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башынан Матем. ин‑тында, БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла һ.б. экспоненталар Р. (Дирихле...

РӘСҮЛЕВ Зөфәр Ғиниәт улы

РӘСҮЛЕВ Зөфәр Ғиниәт улы (15.7.1952, Стәрлетамаҡ ҡ. — 26.4.2018, шунда уҡ), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1988). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1977). ӨНИ‑не тамамлаған (1977). 1969–71 йй. һәм 1973—2013 йй. “Башҡортостан сода компанияһы” ААЙ‑нда эшләй: 1977 й. башлап сектор нач., 1985 й. — баш технолог,...

РӘСҮЛЕВ Зәйнулла

РӘСҮЛЕВ Зәйнулла Х., З ә й н у л л а б и н  Х ә б и б у л л аб и н Р ә с ү л [20.3. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25.3.) 1833, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Шәрип а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 2.2.1917, Троицк ҡ.], йәмәғәт эшмәкәре, дин һәм суфыйсылыҡ әһеле, ишан, мәғрифәтсе. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Йәдитселек...

РӘСҮЛЕВ Ғайса Фәтҡулла улы

РӘСҮЛЕВ Ғайса Фәтҡулла улы [1866, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Шәрип а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1921, АСБР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Иҫке Байрамғол а. (БР‑ҙың шул уҡ районы)], дин әһеле. Ахун. 1904— 05 йй. рус‑япон һуғышында ҡатнашыусы. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Троицк өйәҙенең Ялсығол а. мәсетендә...

РӘСҮЛЕВ Ғабдрахман Зәйнулла улы

РӘСҮЛЕВ Ғабдрахман Зәйнулла улы (1881, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Аҡҡужа а., хәҙ. БР‑ҙың Учалы р‑ны Юлдаш а., — 6.8.1950, Өфө), дин әһеле, мөфтөй һәм СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты рәйесе (1936—50; ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты). З.Х.Рәсүлевтең улы....

РӘСҮЛ, Учалы р‑нындағы ауыл

РӘСҮЛ, Т а й с ы н, Учалы р‑нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ҡандыболаҡ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 219 кеше; 1920 — 275; 1939 — 304; 1959 — 318; 1989 — 292; 2002 — 294; 2010 — 292 кеше....

РӘССАМДАР СОЮЗЫ

РӘССАМДАР СОЮЗЫ, “Р ә с ә й  р ә с с а м д а р ы  с о ю з ы” Б ө т ә  Р ә с ә й  и ж а д и  й ә м ә ғ ә т  о й о ш м а һ ы н ы ң  Б а ш ҡ о р т о с т а н  р е с п у б л и к а һ ы н д а ғ ы  т ө б ә к  б ү л е к с ә һ е, рәссамдар һәм сәнғәт белгестәренең ижади берекмәһе. 1934 й. Өфөлә БАССР‑ҙың Рәссамдар...