Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РСАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

РСАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Рсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 11 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 97 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1279 кеше; 1920 — 1830; 1939 — 1856; 1959 — 1238; 1989 — 918; 2002 — 928; 2010 — 926 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы,...

РОЩИНСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

РОЩИНСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Рощинский а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 1468 кеше; 2002 — 1757; 2010 — 1957 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Р. — «“Рощинский” совхозы» ДУАХП‑ның...

РОТКОВ, ауыл, Нефтекама ҡ. эсендә

РОТКОВ, ауыл, 2005 й. алып Нефтекама ҡ. эсендә. Ауылға Уҫы даруғаһында дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, 1781 й. башлап билдәле. 1795 й. 57 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 45 йортта — 244 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. Шулай уҡ Неволин исеме м‑н билдәле...

РОСТО СПОРТ‑АТЫУ КЛУБЫ

РОСТО СПОРТ‑АТЫУ КЛУБЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1961—2002 йй. эшләй. Тиры, “Тыуыш” атыу урыны булған. Пуля менән атыу б‑са балалар һәм үҫмерҙәр спорт‑техник мәктәбе эшләй. Тәрбиәләнеүселәре араһында С.В.Гулак, Ю.Р.Ҡорбанғәлиева, В.И.Слинин, И.А.Соколов, А.Р.Әхмәтов һ.б. Клуб м‑н тренерҙар А.П.Банников, В.Б.Гулак...

РОССИНСКАЯ Галина Михайловна

РОССИНСКАЯ Галина Михайловна (8.11.1956, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009), БР-ҙың мәғариф отличнигы (2013). Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) 1993 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) РФА Өфө ФҮ‑лә эшләй (1985 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р). 1986—87 йй. Бөтә Союз совет сауҙаһы ин‑тының уҡыу‑консультация...

РОПШИН МИНОМЁТ ПОЛКЫ

РОПШИН МИНОМЁТ ПОЛКЫ, Көньяҡ Урал хәрби округы командующийы бойороғо б‑са 1942 й. февр.—авг. БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Покровка а. ойошторола. Сент. алып полк Ленинград фронтының 67‑се, 2‑се удар армияһы, 1944 й. окт. — 4‑се Украина фронтының 38‑се, 1‑е гвардия армияһы составына ингән. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда...

РОМАШКИН Иван Данилович

РОМАШКИН Иван Данилович (15.9. 1909, Дон ғәскәре өлк. Ромашкин утары — 26.9.1998, Өфө), майор. Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Сталинград өлк. эшләй. Кесе лейт. курстарын тамамлаған (1942). 1931—34 йй., 1935—40 йй. һәм 1941 й....

РОМАШКА

РОМАШКА, ҡ а р а б а й (Matricaria), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияла һәм Африкалатаралған. Башҡортостанда тишелгән Р. үҫә. Төҙ тармаҡлы һабағы булған бер йыллыҡ үлән, бейеклеге 20—60 см. Япрағы ултырма, ике, өс тапҡыр епкә оҡшаған осло өлөштәргә ҡауырһын...

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович (11.8.1945, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д-ры (2002). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2001), РФ-тың юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2011). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1973) 1975 й. алып шунда уҡ эшләй. 1982 й. башлап ӨДИСУ-ла: өлкән ғилми хеҙм-р, 1991 й. тиклем сервис...

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович (11.8.1945, Өфө ҡ. — 7.10.2020, шунда уҡ), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (2002). БР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001), РФ-тың юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1973) 1975 й. алып шунда уҡ эшләй. 1982 й. башлап...

РОМАНТИЗМ

Р О М А Н Т И З М (фр. romantism), художестволы методты формалаштырған художестволы фекерләү тибы һәм ысынбарлыҡты сағылдырыу ысулы, кеше индивидуаллеген сикһеҙ эске раҫлау; бөтә көслөгә, сағыуға, юғарыға ҡыҙыҡһыныу; ысынбарлыҡ м‑н уртаҡ тел тапмауға ғазаплы көйөнөү; геройҙың абсолют азатлыҡҡа, рухи...

РОМАНС

РОМАНС (исп. romance), тауыш өсөн музыка ҡоралына ҡушылып башҡарылған муз.‑шиғри әҫәр; камерный вокаль музыка жанры. Йырҙан Р. муз. формаларҙың күберәк булыуы, мотлаҡ музыка ҡоралына ҡушылып башҡарылыуы, текстың субъектив йөкмәткеле булыуы, индивидуаль образ кәүҙәләндерелеүе м‑н айырыла. Башҡортостанда...

РОМАНОВТАР

РОМАНОВТАР, баярҙар нәҫеле, батшалар (1613 й. алып), императорҙар (1721—1917) фамилияһы. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Никита Романович Захарьин-Юрьев (?—1586). 16 б. аҙ. — 17 б. башында Өфөлә һөргөндә кенәз А.А.Репнин м‑н бергә ш. уҡ Иван Р. була. Р. нәҫеленә ш. уҡ ҡарағандар: Пётр Алексеевич Р. (ҡара:...

РОМАНОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

РОМАНОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Алға а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 143 кеше; 1959 — 460; 1989 — 158; 2002 — 267; 2010 — 273 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб...

РОМАНОВКА, ауыл, Өфө эсендә

РОМАНОВКА, ауыл, 2005 й. алып Өфө эсендә. Ауылға 1799 й. Өфө өйәҙендә Романовскийҙарҙың алпауыт крәҫтиәндәре Анненский бәләкәй ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1865 й. 15 йортта 876 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. башында Романовка а. булараҡ теркәлгән. 1906 й. мөгәзәй иҫәпкә алынған. Халҡы:...

РОМАНОВКА ТОРАМАЛАРЫ

РОМАНОВКА ТОРАМАЛАРЫ, мезолит, бронза быуаты һәм иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Өфө эсендә, Ағиҙел й. Козарез утрауын барлыҡҡа килтергән иҫке үҙәненең һул ярында урынлашҡан. 1959 й. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1961 й. К.В.Сальников, 1965 й., 1989 й. Г.И.Матвеева тикшерә. Күп...

РОМАНОВ ТОҠОМО

РОМАНОВ ТОҠОМО, һарыҡтарҙың шырт йөнлө, ит‑тун йүнәлешле тоҡомо. 18—19 бб. Ярославль губ. крәҫтиәндәре тарафынан тун сифаттары һәм үрсемлелек б‑са иң яҡшы булған урындағы төньяҡ ҡыҫҡа ҡойроҡло һарыҡтарҙы һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Исемен тәүге таралыу урынынан — Романов‑Борисоглебск өйәҙенән ала....

РОМАНОВ Николай Кириллович

РОМАНОВ Николай Кириллович (10.5.1919, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Үрге Ҡаҙмаш а. — 20.10.1943, Белорус ССР‑ы Козероги а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934 й. алып Ҡариҙел р‑нында “8 март” к‑зында, ВЛКСМ‑дың район ком‑тында эшләй. 1939 й. окт. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943...

РОМАНОВ Илдар Саяф улы

РОМАНОВ Илдар Саяф улы (11.9. 1961, Үзбәк ССР‑ы Теләү ҡсб), тренер. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1983). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1991). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө;...

РОМАНОВ Анатолий Никитович

РОМАНОВ Анатолий Никитович (28.8.1926, Пенза өлк. Усть‑Вазерки а. — 20.3.2012, Өфө, Иглин р‑нының Ауструм а. ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1996). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һынлы сәнғәт студияһын тамамлағандан һуң (Хабаровск ҡ., 1950) Хабаровскиҙың төрлө төҙөлөш ойошмаларында эшләй....