Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РОМАНОВ Анатолий Александрович

РОМАНОВ Анатолий Александрович (27.9.1948, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Михайловка а.), ген.‑полк. (1995). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995). СССР ЭЭМ‑ы Эске ғәскәрҙәренең Ф.Э.Дзержинский ис. Һарытау юғары команда уч‑щеһын (1972), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1982), СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының К.Е.Ворошилов...

РОМАНКЕВИЧ Владимир Михайлович

РОМАНКЕВИЧ Владимир Михайлович (10.9.1889, Гродно ҡ. — 6.11.1966, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1963), проф. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957). Харьков ун‑тын тамамлағандан һуң (1918) Харьков һәм Ярославль ҡҡ. эшләй. 1919 й. алып Өфөлә: хирургия һәм хәрби госпиталдәрҙә, 1922—27 йй. 1‑се совет дауаханаһында,...

РОМАН

РОМАН (фр. roman), әҙәби жанр, билдәле осорҙо йәки кешеләрҙең бөтә ғүмерен төрлө яҡлап һүрәтләгән ҙур күләмле эпик әҫәр. Хикәйә һәм повестан ҡатмарлы композиция, күп тармаҡлы сюжет, тиң әһәмиәтле персонаждар системаһы булыуы, күтәрелгән проблемалар төрлөлөгө м‑н айырыла. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге Р....

РОМАДАНОВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл

РОМАДАНОВКА, О с и н о в к а, Ишембай р‑нындағы ауыл, Верхотор а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 36 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Торғаҫ й. (Тор й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1117 кеше; 1920 й. — 1385; 1939 — 1081; 1959 — 872; 1989 — 138; 2002 — 130; 2010...

РОМАДАНОВКА ЙЫРЫНЫ

РОМАДАНОВКА ЙЫРЫНЫ, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р‑ны Ромадановка а. көнсығыш ситендә Ҡартышлы й. (Тор й. басс.) үҙәнендә урынлашҡан. Дөйөм ҡалынлығы 6 м еткән олигоцен ҡатламдарының бер эталон киҫелеше булып тора. Составында олигоцен флораһы үҫемлектәренең (күбеһенсә мәңге йәшел һәм яланғас...

РОЛЬНИК Любовь Зелиховна

РОЛЬНИК Любовь Зелиховна (6.3. 1951, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1996), проф. (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) ӨДНТУ‑ла эшләй: 1983 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2002—07 йй. технология ф‑ты деканы урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1992—96 йй. Теүәл органик синтез ҒТИ‑нда өлкән...

РОК МУЗЫКАҺЫ

РОК МУЗЫКАҺЫ, популяр музыканың бер йүнәлеше. 20 б. 50—60‑сы йй. Бөйөк Британияла һәм АҠШ‑та барлыҡҡа килә. Р.м. мөһим билдәләре: блюздың интонация ҡоролошона һәм композицияһына нигеҙләнеү, пентатоника элементтары булыуы, ритм һәм гармонияның көйҙән өҫтөнлөк итеүе, вокалдың һәм музыка ҡоралының көслө...

РОЗЕНЦВЕТ Виктор Александрович

РОЗЕНЦВЕТ Виктор Александрович (1.5.1954, Салауат ҡ.) химик. Химия ф. д‑ры (2009). Волгоград политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) Стәрлетамаҡ тәжрибәсәнәғәт нефтехимия з‑дында эшләй: 1979 й. алып сектор етәксеһе, 1982 й. — лаб. начальнигы. 1987 й. башлап Тольятти ҡ.: “Синтезкаучук” ПБ‑нда лаб....

РОЗЕНБЛЮМ Григорий Семёнович

РОЗЕНБЛЮМ Григорий Семёнович (20.11.1923, Белорус ССР‑ының Краснолуки а. — 15.3.2018, АҠШ), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1948). 1941— 42 йй. Нуриман районы Сураш тулы булмаған урта мәктәбе,...

РОЗЕНБЕРГ Геннадий Самуилович

РОЗЕНБЕРГ Геннадий Самуилович (30.5.1949, Өфө ҡ.), эколог, фитоценолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2000), биология фәндәре докторы (1984), профессор (1996). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1973 й. алып Биология институтында эшләй: 1980 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 й. —...

РОЗАНОВ Леонид Николаевич

РОЗАНОВ Леонид Николаевич (16.12.1910, Екатеринодар ҡ. — 1984, Ленинград), тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1956), проф. (1959). Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1938). 1950—60 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, төбәк геологияһы лаб. етәксеһе, 1956 й. алып фәнни...

РОЗА ҺЫМАҠТАР

РОЗА ҺЫМАҠТАР (Rosaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 118 заты, 3,5 меңгә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм үләндәр. Башҡортостанда 20 заттан яҡынса 100 төрө (ағуна үләне, ҡараған, миндаль һ.б.) үҫә. Бер, күп йыллыҡ үләндәр, һирәгерәк ағастар, ҡыуаҡлыҡтар...

РОЖДЕСТВЕНСКИЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл

РОЖДЕСТВЕНСКИЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Ильина Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 290 кеше; 1920 — 391; 1939 — 316; 1959 — 202; 1989 — 125; 2002 — 98; 2010 — 104 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 1877...

РОЖДЕСТВЕНСКИЙ Юрий Германович

РОЖДЕСТВЕНСКИЙ Юрий Германович (17.11.1936, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Шемонаиха ст.), тау инженеры. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1960) ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1972 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р, 1979 й. – лаб. мөдире, 1994 й. – бүлек мөдире урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть промыслаһы ҡорамалдарын һәм үткәргес торбаларҙы коррозиянан...

РОЖДЕСТВЕНСКИЙ Александр Петрович

РОЖДЕСТВЕНСКИЙ Александр Петрович (18.8.1920, Һарытау губ. Арҡаҙаҡ а. — 12.12.2007, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1967), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1941) СССР Нефть сәнәғәте ХК‑ның Түб. Волга геол.‑разведка тресында геолог булып эшләй,...

РОЖДЕСТВЕНСК ЗАВОДТАРЫ

РОЖДЕСТВЕНСК ЗАВОДТАРЫ, Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы башҡорттары ерҙәрендә Ножовка й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында Демидовтар тарафынан Рәүҙе заводына ярҙамсы итеп, Түб., Үрге һәм Урта тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Түб. Р.з. 1740 й. — А.Н.Демидов, Үргеһен — 1800 й. П.Г.Демидов төҙөй,...

РОЖДЕСТВЕНКА, Шаран р‑нындағы ауыл

 РОЖДЕСТВЕНКА, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 233 кеше; 1959 — 299; 1989 — 142; 2002 — 157; 2010 — 151 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонының Яңы...

РОДОНИТ

РОДОНИТ (гр. rhódon), о р л е ц, силикаттар класы минералы, CaMn4[Si5O15]. Составына 30—46% MnO, 4—6,5% CaO, 45—48% SiO2 һәм магний, тимер, цинк ҡушылмалары инә. Кристалдары пластинка формаһында. Агрегаттары үтә ваҡ бөртөклө, нурлы. Төҫө алһыуҙан алып сағыу ҡыҙылға һәм көрән‑ҡыҙылға тиклем; йыш ҡына...

РОДНОВ Михаил Игоревич

РОДНОВ Михаил Игоревич (14.1. 1959, Ярославль ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1981). 1985—90 йй. һәм 1995 й. алып ТТӘИ‑лә (1999—2011 йй. бүлек мөдире) эшләй, 1990—95 йй. БР Милли музейы дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре 19 б. аҙ. — 20 б. башында Көньяҡ Уралда крәҫтиәндәр һәм аграр...

РОДНИКОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

РОДНИКОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 4 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта__ Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Миәкә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 16 кеше; 1939 — 117; 1959 — 254; 1989 — 915; 2002 — 895; 2010 — 841 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....