Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РОДНИКИ, Иглин р‑нындағы ауыл

РОДНИКИ, Иглин р‑нындағы ауыл, Иван‑Казанка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 37 км алыҫлыҡта Мансаҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 339 кеше; 1920 — 417; 1939 — 362; 1959 — 207; 1989 — 91; 2002 — 107; 2010 — 84 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ауылға...

РОДНИКИ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

РОДНИКИ, Д е н и с у т а р ы, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Малиновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 8 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 187 кеше; 1959 — 137; 1989 — 202; 2002 — 262; 2010 — 259 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға...

РОДИОНОВА Людмила Николаевна

РОДИОНОВА Людмила Николаевна (10.9.1957, Полтава ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1998), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеŸм‑ре (2015). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) 1983 й. тиклем шунда уҡ, 1987 й. алып К.Маркс ис. Ленинград машиналар эшләү берекмәһендә...

РОДИОНОВ Геннадий Степанович

РОДИОНОВ Геннадий Степанович (14.12.1949, Өфө), йырсы (бас). РФ‑тың атҡ. (2010), БАССР‑ҙың халыҡ (1990) һәм атҡ. (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1971), ӨДСИ‑не (1976; икеһе лә — Б.Н.Вәлиева класы) тамамлаған. 1970 й. Башҡ. хор капеллаһы артисы, 1971—73 йй....

РОДИНА, Ғафури р‑нындағы ауыл

РОДИНА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 557 кеше; 1989 — 579; 2002 — 794; 2010 — 703 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Р. — «“Родина” агрофирмаһы» пр‑тиеһының...

РОДИГИН Михаил Николаевич

РОДИГИН Михаил Николаевич (31.10.1907, Вятка губ. Кильмезь а. — 8.1.1977, Пушкин ҡ., Харьков ҡ. ерләнгән), фитопатолог. Биол. ф. д‑ры (1946), проф. (1946). ЛДУ‑ны тамамлаған (1929). 1939—55 йй. БАХИ‑ла эшләй: үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм зоология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1941 й. тиклем һәм 1943—45 йй....

РОГОЖНИКОВА Татьяна Михайловна

РОГОЖНИКОВА Татьяна Михайловна (12.8.1960, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1982). 1986 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта: 1991 й. башлап тел коммуникацияһы...

РОГОВА Наталья Леонидовна

РОГОВА Наталья Леонидовна (28.3. 1927, Запорожье ҡ. — 18.8.1994, Өфө), тренер. Теннис б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1959). БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1988). Кишинёв пед. ин‑тын тамамлаған (1955). 1951 й. алып ДЮСШ һәм Молдова ССР‑ы (Кишинёв) йыйылма командаһы...

РОГИНСКАЯ Любовь Эммануиловна

РОГИНСКАЯ Любовь Эммануиловна (21.9.1936, Горький ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1997). Горький политехник ин‑тын тамамлаған (1959), 1962—70 йй. шунда уҡ эшләй. 1959—62 йй. “Теплоэлектропроект” ин‑тында (Горький), 1970 й. алып ӨДАТУ‑ла (1989—94 йй. “Вихрь” фәнни конструкторлыҡ‑технология...

РОГАЧЁВ Михаил Константинович

РОГАЧЁВ Михаил Константинович (21.1.1951, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2002), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2000). Н.К.Кондрашёваның ағаһы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1973) 1976— 2005 йй. (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй, 1992—94 йй. “ЛУКойл‑Урал” ЯСЙ (Өфө) ген. дир. урынбаҫары. 2005...

РОГАЛЁВ Пётр Леонтьевич

РОГАЛЁВ Пётр Леонтьевич (13.8.1912, Екатеринослав губ. Белоцерковка а. — 5.3. 1988, Өфө), полк. (1956). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1950— 53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1956). 1931 й. алып Рубежное ҡасабаһында заводта__ эшләй, 1933...

РОБОТЛАШТЫРЫУ

РОБОТЛАШТЫРЫУ, производствоны кешеһеҙ участкалар, цехтар, заводтар төҙөү мөмкинлеген биргән сәнәғәт роботтарын файҙаланыуға нигеҙләнеп комплекслы автоматлаштырыу. Р. технологиялары персонал булмауын иҫәпкә алған яһалма интеллект методикаларын ҡулланып эшләнелә. Сәнәғәт роботтары ярҙамсы (тейәү, бушатыу,...

РОБИН Анна Николаевна

РОБИН Анна Николаевна (1.11. 1891—?), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1944) артисы. Бәләкәй театр эргәһендәге драма курстарын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1919) Һарытау драма театры актрисаһы. Шулай уҡ Архангельск, Киев, Краснодар, Харьков һ.б. ҡалаларҙың театрҙарында эшләгән. 1933—59 йй. Респ....

РОБАҒИ

РОБАҒИ (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары шиғриәтенең жанр формаһы. Ғәзәл м‑н бер рәттән лирик кисерештәрҙе һәм фәлс. уйланыуҙарҙы сағылдыра. Логик һәм интонацион яҡтан тамамланған афористик 4 юллыҡтарҙан тора. 1‑се шиғырҙа шиғри тезис, 2‑һендә — уның үҫеше, 3‑сөһөндә — кульминация, 4‑сеһендә...

РИФОРМИНГ

РИФОРМИНГ (ингл. reforming), юғары октанлы автомобиль бензиндары, ароматик углеводородтар (бензол һәм уның гомологтары), водород тотороҡло газ алыр өсөн нефттең бензинлы, лигроинлы фракцияларын эшкәртеү (ҡайнау сиктәре 60—180°С). Термик һәм каталитик (катализаторҙар булғанда водород баҫымы аҫтында)...

РИФЕЙ

РИФЕЙ (лат. Riphaé montes — Рифей тауҙары, Уралдың боронғо исеме), Рәсәй кембрий алдының ҙур хроностратиграфик бүлексәһе. Башы — 1650±50 млн йыл, аҙағы — 600±10 млн йыл. Н.С.Шатский тарафынан айырып күрһәтелә (1945). М.И.Гарань, О.П.Горяинова, А.И.Иванов, Б.М.Келлер, В.И.Козлов, А.В.Маслов, А.И.Олли...

РИФ МАССИВТАРЫ

РИФ МАССИВТАРЫ, диңгеҙ бассейнында мәрйендәр, ылымыҡтар, строматопорҙар һ.б. организмдарҙың йәшәйеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән геол. ҡатламдар. Хәҙерге һәм боронғо Р.м. ҡалынлығы синхроник геол. ултырмалар ҡалынлығынан ҙурыраҡ. Яңғыҙ йәки диңгеҙ төбөндәге бер цоколдә үҫкән бер нисә Р.м. торған система...

РИҮӘЙӘТ

РИҮӘЙӘТ, фольклорҙа үткән замандың ысын хәл‑ваҡиғалары т‑да мәғлүмәт биреүгә ҡоролған хикәйә. Йыш ҡына шаһиттарҙың һөйләгәндәренән башланып китеп (ҡара: Хәтирә), телдән телгә һөйләнгән Р. ирекле поэтик интерпретацияға, ижади фараздарға, үҙгәртеүҙәргә дусар була. Р. һүрәтләнгән хәл‑ваҡиғаларҙың дөрөҫлөккә...

РИНХОСТЕГИУМ

РИНХОСТЕГИУМ (Rhynchostegium), брахитеций ғаиләһенә ҡараған мүк һымаҡтар заты. Рәсәйҙә 7 төрө билдәле. Башҡортостанда арктик Р. һәм яр Р. үҫә. Оҙонлоғо 4—15 см тиклем булған күп йыллыҡ, бер өйлө мүктәр, йәшел, һарғылт йәшел йәки көрән төҫтәге кәүшәк йәки тығыҙ, ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә. Һабаҡтары...

РИККЕТСИЯЛАР

РИККЕТСИЯЛАР (Rickettsiaceae), бактериялар ғаиләһе. Быуынтығаяҡлыларҙың һәм йылы ҡанлы хайуандарҙың облигат күҙәнәк эсе паразиттары. Р. оҙонлоғо 0,4—2,0 мкм, диам. 0,2—0,6 мкм, күҙәнәк тышсаһы, цитоплазма мембранаһы, рибосомалары бар; аденозинтрифосфор к‑таһын, аҡһым, нуклеин кислоталарын, аралаш ферменттарын...