Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТУКОВ Иннокентий Николаевич

СТУКОВ Иннокентий Николаевич (17.8.1887, Иркутск губ. Тунок а. — 4.11.1936, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Реаль уч‑щены тамамлаған (Троицкосавск ҡ., 1905). 1905 й. башлап Украинала, 1907 й. — Себерҙә революцион хәрәкәттә ҡатнаша. Февраль...

СТУДЕНТ ОТРЯДТАРЫ

СТУДЕНТ ОТРЯДТАРЫ, студенттарҙың төрлө иҡтисад тармаҡтарында эшләү өсөн ойошторолған хеҙмәт берләшмәләре. Төҙөлөш, а.х., пед., медицина, экологик, соц., проводниктар, сервис һ.б. С.о. айырып йөрөтөлә. СССР‑ҙа студенттарҙың тәүге төҙөлөш отрядтары 1959 й. МДУ‑ла ойошторола. 70—80‑се йй. Бөтә Союз С.о....

СТРУНИН Борис Павлович

СТРУНИН Борис Павлович (28.2. 1952, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) Өфө аҡһым‑витамин концентраттары тәж. з‑дында, 1979 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми- тикшеренеү технология ин‑тында эшләй. 1994 й. башлап “Поливит” ЯСЙ (Өфө)...

СТРОКИН Юрий Васильевич

СТРОКИН Юрий Васильевич (5.9. 1949, Иркутск өлк. Артёмовский Прииск ҡсб), фармхимик. Фарм. ф. д‑ры (1989), проф. (1990). Запорожье мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй. 1984—95 йй. БДМИ‑ла (1991 й. тиклем фарм. химияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡуйыртылған азол сығарылмалары үҙенсәлеген...

СТРОКИН Андрей Александрович

СТРОКИН Андрей Александрович (9.5.1977, Чернушка ҡ.), спортсы. Йөҙөү б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2011). БДПИ‑ны тамамлаған (1998). 18‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.М. Зонтова, И.Л.Тверяков), 1999—2008...

СТРОГАНОВТАР

СТРОГАНОВТАР, С т р о г о н о в т а р, сәнәғәтселәр, сауҙагәрҙәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Помор крәҫтиәндәренән, 1722 й. алып дворяндар нәҫеле. Билдәлеләре: Фёдор Лукич С. (?—1497), 15 б. уртаһында Соль‑Вычегодск төбәгендә (хәҙ. Архангельск өлк. Сольвычегодск ҡ.) төпләнә. Уның улы — Аникей Фёдорович...

СТРИЖКОВА Раиса Семёновна

СТРИЖКОВА Раиса Семёновна (5.1. 1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Әлшәй иген с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Первомайский а., — 26.4. 2002, Ишембай ҡ.), тележурналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1979). Журналистар союзы ағзаһы (1958). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын...

СТРИЖЕВСКИЙ Вячеслав Александрович

СТРИЖЕВСКИЙ Вячеслав Александрович (3.11.1940, Мәскәү), театр- йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт ф. канд. (1999). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1983), Журналистар союзы (1965) ағзаһы. ӨДСИ‑не (1979; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), ГИТИС эргәһендәге Юғары сәхнә сәнғәте...

СТРИГИН Владимир Александрович

СТРИГИН Владимир Александрович (15.4.1923, Өфө — 19.6.2013, шунда уҡ), иммунолог‑аллерголог. Мед. ф. д‑ры (1973), проф. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1980). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләгән: 1954 й. алып вирус инфекциялары, 1959...

СТРЕСС

СТРЕСС, д ө й ө м а д а п т а ц и о н с и н д р о м, организмдың гомеостазын боҙоусы тәьҫиргә (физик йәки психологик) специфик булмаған (дөйөм) яуап реакцияһы; организмды тышҡы кире факторҙарға ҡаршылыҡ күрһәтер өсөн йәлеп итеүгә йүнәлтелгән психофизиологик көсөргәнешлек торошо (кешелә һәм хайуандарҙа)....

СТРЕЛЯЕВА Лидия Николаевна

СТРЕЛЯЕВА Лидия Николаевна (7.4.1902, Таврия губ. Мелитополь өйәҙе Кизияр а. — 29.6.1987, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), селекционер. БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1982). 1920—23 йй. М.В.Фрунзе ис. Ҡырым ун‑тында (Симферополь ҡ.) уҡыған. 1926—27 йй. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. эргәһендәге...

СТРЕЛЕЦТАР

СТРЕЛЕЦТАР, 16—17 бб. Рәсәйҙә ялланып эшләгән хеҙмәтле кешеләр категорияһы. Гарнизондарҙа хәрби хеҙмәт үтәгәндәр, уның өсөн хаҡ (аҡсалата, әйберләтә һәм ер бүлеме формаһында) алғандар. С. һайланмаларға (һуңыраҡ — Мәскәүҙекеләр; Мәскәүҙә торғандар) һәм ҡаланыҡыларға (Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында) бүлеп...

СТРАХОВКАЛАУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ

СТРАХОВКАЛАУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, Башҡортостандың коммерция страховкалау ойошмаларының ирекле берләшмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Ассоциацияны төҙөү маҡсаты — БР‑ҙа страховкалау эшмәкәрлеген үҫтереү, нығытыу һәм хоҡуҡи яҡланыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән страховкалаусылар хеҙмәттәшлеге,...

СТРАХОВКАЛАУ

СТРАХОВКАЛАУ, насар хәл килеп тыуған осраҡтарҙа страховкаланған шәхестәрҙең матди сығымдарын ҡаплау өсөн аҡса фондтары булдырыуға бәйле иҡт. эшмәкәрлек; һәр төрлө хәүеф эҙемтәләрен кәметеүҙең һөҙөмтәле ысулы. С. функциялары: милекселәр мәнфәғәттәрен яҡлау, иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итеү, йәмғиәттең...

СТРАТИГРАФИЯ

СТРАТИГРАФИЯ (лат. stratum — ҡатлам һәм ...графия), геологияның ер ҡабығында геол. есемдәрҙең эҙмә‑эҙ формалашыуын һәм уларҙың киңлек һәм ваҡыт нисбәттәрен өйрәнеүсе бүлеге. С. төп бурысы — стратондарҙың (тау тоҡомдары ҡатламдарының нормаль ҡатлауланышы нигеҙендә айырылған стратиграфик бүлексәләре)...

СТРАЛЕНБЕРГ Филипп Иоганн

СТРАЛЕНБЕРГ (Табберт) Филипп Иоганн (1676, Штральзунд ҡ., Померания — 1747), сәйәхәтсе, географ, этнограф. 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында ҡатнашыусы. Полтава һуғышы (1709) ваҡытында рустарға әсирлеккә эләгә, 1711—21 йй. Тубыл ҡ. һөргөндә була. Себерҙең тарихын, этнографияһын һәм географияһын өйрәнә. Рәсәй...

СТРАЖЕСКО Николай Дмитриевич

СТРАЖЕСКО Николай Дмитриевич (29.12.1876, Одесса ҡ. — 27.6.1952, Киев), терапевт. СССР ФА акад. (1943), СССР мед. ФА акад. (1944), Украина ССР‑ы ФА акад. (1934). Соц. Хеҙмәт Геройы (1947). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1934). Киев ун‑тын тамамлағандан һуң (1899) шунда уҡ эшләй, 1901—04 йй. — Берлин,...

СТОЯНОВ Александр Васильевич

СТОЯНОВ Александр Васильевич (12.2.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шестопалов а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Шестопаловка а., — 19.6.1971, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1946—70 йй. Дәүләкән р‑нында эшләй: “Рәсәй” к‑зының баҫыусылыҡ бригадаһы...

СТОМАТОЛОГИЯ

СТОМАТОЛОГИЯ (гр. stoma — ауыҙ, тишек һәм ...логия), тештәр, ауыҙ ҡыуышлығы, яңаҡтар һәм бит, муйын ситтәре ауырыуҙарын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән клиник медицина өлкәһе. Терапевтик, хирургик, ортопедик С., пародонтология, ортодонтия һәм балалар С. айырыла....

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич (22.2.1922, Бөгөлмә ҡ. — 21.3.1985, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1952) “Башвостокнефтеразведка” тресында (Бөрө ҡ.) эшләй: Күлтүбә быраулау...