Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СПАРТАКИАДА

СПАРТАКИАДА, традицион комплекслы күмәк спорт ярыштары. СССР‑ҙа беренсе С. 20 б. 20‑се йй. башынан үткәрелә башлай. 1928 й. БАССР йыйылма командаһы тәүге тапҡыр РСФСР‑ҙың авт. респ. һәм өлкә спартакиадаһында ҡатнаша, 1932 й. 1‑се Урал‑Кузбасс спартакиадаһының бронза призёры була. 1956—91 йй. СССР һәм...

СПАРТАК, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

СПАРТАК, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Спартак а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡоро Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 111 кеше; 1939 — 965; 1959 — 1269; 1989 — 926; 2002 — 932; 2010 — 924 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

СПАДАВЕККИА Антонио Эммануилович

СПАДАВЕККИА Антонио Эммануилович (3.6.1907, Одесса ҡ. — 7.2.1988, Мәскәү), композитор. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1977) һәм атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1963). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1937; В.Я.Шебалин класы). Әҫәрҙәре араһында драма спектаклдәренә, к/ф музыка, ш. уҡ опера, балет, ораториялар, симфоник...

СӨРӨК ҠУҢЫҘҘАРЫ

СӨРӨК ҠУҢЫҘҘАРЫ (Pythidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ҡарағай С.ҡ. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 8—16 мм. Кәүҙәһе яҫы, ҡара күк йәки шәмәхә, һирәгерәк көрән төҫтә. Башының алғы өлөшө оҙонса. Өҫкө ҡанаттарында буй бураҙналар...

СӨРАУЫЛ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

СӨРАУЫЛ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 26 км алыҫлыҡта Ваня й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1422 кеше; 1920 — 1405; 1939 — 1160; 1959 — 647; 1989 — 143; 2002 — 185; 2010 — 121 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға...

СӨРАУЫЛ, һаҙлыҡ

СӨРАУЫЛ, Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) басс. һаҙлыҡ. Яңауыл р‑ны Сөрауыл а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 0,4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 47,1 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,4 м, иң ҡалыны — 3,2 м, эшкәртелмәгән торф запасы 418,4 мең м3. Туйыныуы ҡатнаш. Ҡайын, тал, шифалы...

СӨНЧӘЛӘЙ Шәриф

СӨНЧӘЛӘЙ Шәриф (ысын исеме Сөнчәләев Шәриф Хәмиҙулла улы; 3.11.1885, Һарытау губ. Иҫке Мәстәк а. — 9.11.1959, Мәскәү), педагог. Тарих ф. канд. (1935). С.Сөнчәләйҙең ағаһы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң (1907) Пермь губ. Һарыш а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) урыҫ‑башҡ. мәктәбе уҡытыусыһы,...

СӨНЧӘЛӘЙ (Сөнчәләев) Сәғит Хәмиҙулла улы

СӨНЧӘЛӘЙ (Сөнчәләев) Сәғит Хәмиҙулла улы, С ө н ч ә л ә й С. [25.8. 1888 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25.12. 1888 йәки 2.8.1889), Һарытау губ. Иҫке Мәстәк а. — 27.10.1937, Соловки], шағир. Ш.Сөнчәләйҙең ҡустыһы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә уҡыған (1907—08). Пермь губ. Һарыш һәм Солтанай аа. (Пермь...

СӨННИСЕЛЕК

СӨННИСЕЛЕК, исламдағы төп (шиғисылыҡ м‑н бер рәттән) йүнәлештәрҙең береһе. Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булғандан һуң 7 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә, 10—11 бб. тулыһынса формалаша. С. эйәреүселәре тәүге дүрт хәлифәнең (Әбү Бәкер, Ғүмәр, Ғосман, Ғәли) идара итеүенең законлы булыуын таный, Ғәлиҙең айырым урын...

СӨННӘ, хикәйәләр

СӨННӘ (ғәр. — ғәмәл, холоҡ, асыл образы), Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ғәмәлдәрен һәм әйткәндәрен тасуирлаған хикәйәләр (сөнниҙәрҙә — хәҙистәр, шиғисыларҙа — хәбәрҙәр). 7—9 бб. формалаша; исламдың бөтә ағымдары (ҡара: Сөнниселек, Суфыйсылыҡ, Шиғисылыҡ) тарафынан таныла. Ҡөрьәнде аңлатыу һәм тулыландырыу өсөн...

СӨНДӨКЛӨ Мәҡсүд

СӨНДӨКЛӨ Мәҡсүд (ысын исеме Мәҡсүтов Садиҡ Мөбин улы; 2.9. 1904, Ҡазан губ. Сөндөклө а. — 23.10.1981, Өфө), шағир. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1975). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Донбасс шахталарында, “Донбасский рабочий” (“Донбасс эшсеһе”) гәз. эшләй....

СӨНҒӘТУЛЛИНА Зилә Даян ҡыҙы

СӨНҒӘТУЛЛИНА Зилә Даян ҡыҙы (30.7.1949, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано), педагог. Проф. (1998). РФ‑тың (1995), ТАССР‑ҙың (1980), Ҡарағалпаҡ АССР‑ының (1980) халыҡ артисы, РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1985). Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1973; В.А.Лазько...

СӨНӘЕВ Рәшит Әли улы

СӨНӘЕВ Рәшит Әли улы (1.3.1943, Ташкент), астрофизик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1984), РФА акад. (1992), БР (1991) һәм ТР (1995) ФА‑ның почётлы акад., АҠШ Милли ФА (1991), Германия Милли ФА (2003), Лондон Король йәмғиәте (2009) һ.б. ағзаһы. Физика‑матем. ф. д‑ры (1973), проф. (1987). Мәскәү физика‑техника...

СӨНӘЕВ Заһиҙулла Исхаҡ улы

СӨНӘЕВ Заһиҙулла Исхаҡ улы (10.12.1929, Урта Волга крайы Мордва милли округы Татар Велязьмаһы а. — 7.1.2001, Мәскәү), химик- технолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Техник ф. д‑ры (1970), проф. (1970). РСФСР‑ҙың (1974), БАССР- ҙың (1967) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия...

СӨНӘҒӘТУЛЛИН Йәүҙәт Оморҙаҡ улы

СӨНӘҒӘТУЛЛИН Йәүҙәт Оморҙаҡ улы [12.6.1924, БАССР‑ҙың Тамъян- Ҡатай кантоны Иманғол а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 25.9.2007, Өфө, Учалы ҡ. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Майор. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1946— 49). 1940 й. алып Учалы р‑нының “Коммунар”...

СӨН, йылға

СӨН, К ө с ә л ә ү, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Шаран р‑ны Йәнәхмәт а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан — көньяҡ-көнбайышҡа, Үрҙәкйылға тамағынан — төньяҡ‑көнбайышҡа, БР‑ҙың Баҡалы р‑ны Саҡат а. — төньяҡ- көнсығышҡа, Илеш р‑ны Һеңрән а. алып...

СӨН ТОРАЛАРЫ

СӨН ТОРАЛАРЫ, б.э.т. 10‑сы мең йыллыҡ уртаһы — 7‑се мең йыллыҡ аҙ. археологик ҡомартҡыһы. А.В.Коновалов тарафынан асыла, 1965— 67 йй. Г.Н.Матюшин өйрәнә. С.т.I Баҡалы р‑ны Холодный Ключ а. көньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Сөн й. уң ярындағы киртләстә урынлашҡан. 20 м2 ер ҡаҙылған. Таш эш ҡоралдары табылған....

СӨЛӘЙМӘНОВА Флора Ирғәле ҡыҙы

СӨЛӘЙМӘНОВА Флора Ирғәле ҡыҙы (18.8.1938, Магнитогорск ҡ. — 28.1.2009, Өфө), геофизик. Геол.-минералогия ф. д‑ры (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1966). 1960 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Геология ин‑тында, 1967— 68 йй. һәм 1975—81 йй. ӨАИ‑ла эшләй; 1995 й. башлап БР ФА‑ның Ер һәм тәбиғәт ресурстары т‑да фәндәр...

СӨЛӘЙМӘНОВА Фәниә Байгилде ҡыҙы

СӨЛӘЙМӘНОВА (Хәлитова) Фәниә Байгилде ҡыҙы [18.2.1939, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Һыртлан а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны)], йырсы, журналист. БР‑ҙың халыҡ артисы (1994), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Журналистар союзы ағзаһы (1983). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1962; А.Х. Чемборисова класы)...

СӨЛӘЙМӘНОВА Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы

СӨЛӘЙМӘНОВА Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (5.2.1940, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а.), тел белгесе, педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1981). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) Темәс урта мәктәбе уҡытыусыһы,...