Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СОРАН СВИТАҺЫ

СОРАН СВИТАҺЫ, аҫҡы рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. А.И.Иванов тарафынан айырып күрһәтелә (1937). Ултырмалар Иванов (1937, 1956), О.П.Горяинова (1940), В.И.Козлов (1989) һ.б. тарафынан тасуирлана. С.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийының күсәр яны зонаһында (Кесе Ямантау, Ҡараташ, Юша, Юрматау...

СОРАМАН, Учалы р‑нындағы ауыл

СОРАМАН, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 69 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 345 кеше; 1920 — 444; 1939 — 454; 1959 — 380; 1989 — 288; 2002 — 332; 2010 — 291 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Озёрный...

СОПОЛИМЕРҘАР

СОПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаларында төрлө типтағы сомономер быуындары булған полимерҙар. Регуляр булмаған йәки статистик (быуындарҙың төркөмләнеүе осраҡлы, композицион‑төрлө), регуляр (билдәле ҡабатланыусы, композицион‑бер төрлө); ялғаулы, блоксополимерҙар (мономерҙарҙың 1 йәки бер нисә төрлө быуыны...

СОПКО Павел Филиппович

СОПКО Павел Филиппович (3.7.1918, Псков губ. Великие Луки ҡ. — 28.11. 1983, Өфө), тау инженеры. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1968). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү геол.- разведка ин‑тын тамамлаған (1940). 1944 й. алып Мәскәү геол.‑разведка ин‑тының геол. партияһы...

СОНЬКИН Наум Борисович

СОНЬКИН Наум Борисович (19.1. 1950, Өфө), юрист. Юридик ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БДУ‑ны (1971), Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын (Мәскәү, 1982) тамамлаған. 1971 й. алып Мәскәүҙә эшләй: оборона сәнәғәте ҒТИ‑нда, 1976 й. — кабель сәнәғәтенең Бөтә Союз ҒТИ ФПБ‑нда (1978 й. башлап система...

СОНЕТ

СОНЕТ (итал. sonetto), 2 дүрт юллыҡтан (катрендан) һәм 2 өс юллыҡтан (терцеттан) торған 14 юллыҡ тотороҡло шиғри форма; катрендарҙа — 2 рифма, терцеттарҙа 2 йәки 3 рифма ҡабатлана. С. рифма схемаһы: абаб, абаб йәки абба, абба (катрендар); вгв, гвг йәки вгд, вгд (терцеттар). Композицион үҙенсәлектәре:...

СОНАТА

СОНАТА (итал. sonata), бер йәки бер нисә музыка ҡоралы өсөн муз. әҫәр; инструменталь музыка жанры. Классик С., ҡағиҙә булараҡ, ситке өлөштәре етеҙ (беренсеһе — соната формаһында) һәм урталағыһы талғын булған күп өлөшлө әҫәр; ҡайһы берҙә циклға менуэт йәки скерцо индерелә. Башҡортостанда жанрҙың формалашыуы...

СОММЬЕ Стефан

СОММЬЕ Стефан (20.5.1848, Флоренция — 1922), итальян этнографы, шәрҡиәтсе. 1880 й. Көнбайыш Себер һәм Урал буйлап сәйәхәт итә. Рәсәй халыҡтарының, ш. иҫ. башҡорттарҙың, антропологияһын һәм этнографияһын өйрәнгән. Уның “Башҡорттар тураһында” (“О башкирах”) хеҙмәтендә Ырымбур губернаһы башҡорттарының...

СОЛТАНОВТАР

СОЛТАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы Мәстей а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ғәбделйәлил С. (1750—?), поручик (1791). 1771—73 йй. Польша походында ҡатнашыусы. Йорт старшинаһы, 1798 й. алып 11‑се башҡ. кантоны башлығы. Уның улдарынан иң билдәлеләре:...

СОЛТАНОВА Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы

СОЛТАНОВА Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы (25.1.1966, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Ашҡаҙар а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Журналистар союзы ағзаһы (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1990). 1983—84 йй. “За коммунизм” (“Коммунизм өсөн”; ҡара: “Зилаирские огни”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1985 й....

СОЛТАНОВА Светлана Тәлғәт ҡыҙы

СОЛТАНОВА Светлана Тәлғәт ҡыҙы (9.8.1967, Өфө — 2.4.1992, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991). БДУ‑ны тамамлаған (1989). “Нефтсе” спорт комб‑ты ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Е.В.Зонтов), 1984—92 йй. хәҙерге бишбәйге буйынса олимпия резервы...

СОЛТАНОВА Римма Заһретдин ҡыҙы

СОЛТАНОВА Римма Заһретдин ҡыҙы (24.12.1936, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Нөрәй а.), бейеүсе, балетмейстер. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1977). 1964 й. алып Баймаҡ район мәҙәниәт йортоноң бейеү коллективы етәксеһе. 1966—92 йй. һәм 1996 й. башлап Әбйәлил район мәҙәниәт йортонда эшләй: балетмейстер, 1971 й....

СОЛТАНОВА Рида Рәжәп ҡыҙы

СОЛТАНОВА Рида Рәжәп ҡыҙы (24.5.1967, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Ҡыҙылъяр а.), урман белгесе. А.х. ф. д‑ры (2006), проф (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Ботаника баҡса‑ин‑тында эшләй. 1992 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта (2008 й. алып ғилми секретарь). Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан урмандарының продуктлылығын...

СОЛТАНОВА Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы

СОЛТАНОВА Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы (? — 1928 й. марты), йәмәғәт эшмәкәре. Ҡазан ҡатын‑ҡыҙҙар гимназияһын тамамлаған. Хәйриә, мәҙәни‑ағартыу эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнгән. 19 б. аҙ. Өфөләүҙенең йортонда ҡыҙҙар өсөн урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы аса (уҡыу түләүһеҙ була; 1917 й. ябыла), 1913 й.__ етем ҡыҙ балалар...

СОЛТАНОВА Линера Байраҡ ҡыҙы

СОЛТАНОВА Линера Байраҡ ҡыҙы (22.11.1960, Свердловск ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (2005). Б.З.Солтановтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) ӨПЭЗ‑дә, 1987—91 йй. Двигателдәр эшләү ғилми-тикшеренеү ин‑тының Урал филиалында (Өфө) эшләй. 1994 й. алып БДАУ‑ҙа, 1997 й. — ӨДНТУ‑ла, 2005 й. башлап БДУ‑ла...

СОЛТАНОВА Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы

СОЛТАНОВА Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы [16.2.1937, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Лаҡлы а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], йырсы. БР‑ҙың атҡ. артисы (2011), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1974), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Свердловск музыка уч‑щеһын (1960; Р.Х.Герцман класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1968; Г.А.Мальцева...

СОЛТАНОВ Шәриф Хәбибулла улы

СОЛТАНОВ Шәриф Хәбибулла улы (9.8.1913, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡарасайылға а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны, — 10.5.1998, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Кушнаренко р‑нында эшләгән: 1932 й. тиклем “Күмәк” к‑зында, 1933 й. башлап ВЛКСМ‑дың район...

СОЛТАНОВ Шамил Хәниф улы

СОЛТАНОВ Шамил Хәниф улы (30.8.1974, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР ФА профессоры (2016), техник фәндәр докторы (2009), профессор (2018). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1996) Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда, 2004 й. алып БР ФА‑ның Нефттең химик механикаһы үҙәгендә өлкән ғилми хеҙмәткәр,...

СОЛТАНОВ Хәтмулла Аҫылгәрәй улы

СОЛТАНОВ Хәтмулла Аҫылгәрәй улы [20.7.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Кәпәй‑Ҡобау а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 4.3.1994, Ҡандра ҡсб (Туймазы ҡ.)], Дан орд. тулы кавалеры, Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1943 й....

СОЛТАНОВ Фуат Фәйзрахман улы

СОЛТАНОВ Фуат Фәйзрахман улы (30.3.1928, Төркмән ССР‑ы Ташауыҙ ҡ. — 2003, Ашхабад), физиолог. Төркмәнстан ФА (1975) һәм мед. ФА (1992) акад., БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Мед. ф. д‑ры (1965), проф. (1967). Төркмәнстандың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1964)....