Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИФИЛИС

СИФИЛИС, хроник, системалы ҡабатланып торған йоғошло ауырыу, башлыса енси юл аша йоға. Тыуҙырыусыһы — Treponema pallidum (төҫһөҙ трепонема). Инфекция көнкүреш йәки трансплацентар (тыумыштан бул- ған С.) юл м‑н йоғоуы мөмкин. Беренсел (6—8 аҙна), икенсел (2— 5 йыл) һәм өсөнсөл (бер нисә йылдан унлаған...

СИФАТ

СИФАТ, исемдән килгән предметтың, ваҡиғаның йәки башҡа берәй билдәнең даими билдәһен (сифатын, үҙенсәлеген) аңлатҡан һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә төп һәм шартлы сифат була. Төп С. предмет һәм күренештәрҙең тәбиғәтенә хас булған билдәләрҙе аңлата: төҫ, мәҫ., “ҡыҙыл”, “алһыу”; кеше һәм хайуандарҙың физик...

СИТКӘ КИТЕП ЭШЛӘҮ

СИТКӘ КИТЕП ЭШЛӘҮ, крәҫтиәндәрҙең ваҡытлыса эшләү өсөн даими йәшәгән урынынан сәнәғәт һәм а.х. үҫешкән райондарға китеүе. 17 б. барлыҡҡа килеп, Крәҫтиән реформаһынан һуң үҫеш алған. Башҡортостанда киң таралған ситтәге кәсептәр булып алпауыт имениеларында һәм хәлле крәҫтиәндәр хужалығында миҙгелле баҫыу...

СИТЕК

СИТЕК, башҡорт кейемендә йомшаҡ күндән тегелгән оҙон ҡуныслы традицион аяҡ кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ С. булған. Ирҙәрҙеке — ҡара йә һоро, ҡатын‑ҡыҙҙыҡы төрлө төҫтән (йәшел, һары, ҡыҙыл) булған.__ Ҡатын‑ҡыҙ С. ҡайылған йөйҙәр, күн аппликация м‑н биҙәлгән, йыш ҡына контурлы сигеү м‑н аралаштырылған....

СИТДЫҠОВ Гена Әхмәт улы

СИТДЫҠОВ Гена Әхмәт улы (22.1. 1934, Өфө — 20.7.1998, шунда уҡ), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1980), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1982). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Татнефтегазразведка” тресының (Ҡазан) өлкән инженеры, участка начальнигы. 1960 й....

СИТДИҠОВА Флүрә Булат ҡыҙы

СИТДИҠОВА Флүрә Булат ҡыҙы (1.12.1958, Октябрьский ҡ.), скрипкасы, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (2012), проф. (2012). РФ‑тың почётлы мәғариф өлкәһе хеҙм‑ре (2017), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2009). ӨДСИ‑не (1983; М.Е.Швайштейн класы), Ҡазан консерваторияһында ассистентура‑стажировканы (1987; Ф.П.Старателева...

СИТДИҠОВА Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы

СИТДИҠОВА Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы (12.12.1913, Ҡазан губ. Мордва а. — 29.5.2000, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың халыҡ (1983) һәм атҡ. (1973) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). 1937—68 йй. Башҡ‑н художество фондында эшләй, 1957 й. фонд эргәһендәге художество студияһында уҡый (педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов). Әҫәрҙәре...

СИТДИҠОВА (Ситдыҡова) Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы

СИТДИҠОВА Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10.6.1952, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Инйәр а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2007). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995). Силәбе мәҙәниәт ин‑тын тамамлаған (1980). 1971 й. алып Белорет ҡ. төрлө уҡыу йорттарында эшләй, 1983 й. — “Урал” гәз. хеҙм‑ре (1986 й. бүлек мөдире,...

СИСИН Михаил Фёдорович

СИСИН Михаил Фёдорович (17.11. 1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Ивановка а. — 17.8.2009, Тверь өлк. Красное а., Мәскәүҙә ерләнгән), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1982). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы....

СИРКӘҮҘӘР

СИРКӘҮҘӘР, христиандарҙың культ биналары. Башҡортостанда иң тәүҙә православие ҡорамдарына нигеҙ һалына. С. 16 б. 2‑се ярт. — башлыса Өфө тирәләй һәм Ағиҙел й. үҙәнендә (ҡара: Богородский‑Өфө сиркәүе, Николай сиркәүе, Троица сиркәүе), 18 б. уртаһынан — тау заводтары торамаларында (ҡара: Воскресение сиркәүе);...

СИРКӘҮ-МӘХӘЛЛӘ МӘКТӘПТӘРЕ

СИРКӘҮ‑МӘХӘЛЛӘ МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙәге башланғыс уҡыу йорттары. Мәхәллә училищелары урынына “Башланғыс халыҡ училищелары тураһында положение”ға (1864) ярашлы ойошторолалар. “Сиркә .-мәхәллә мәктәптәре тураһында ҡағиҙәләр” гә (1884) ярашлы эшләйҙәр. Изге Синод ҡарамағында булалар, уның, дәүләт ҡаҙнаһының,...

СИРКӘҮ ИСТОРИОГРАФИЯҺЫ

СИРКӘҮ ИСТОРИОГРАФИЯҺЫ (православиела). Көньяҡ Уралда Урыҫ православие сиркәүе тарихын өйрәнеү 18 б. уртаһында башлана. И.В.Жуковский, П.И.Рычков, И.П.Фальк, В.М.Черемшанский хеҙмәттәрендә айырым мәғлүмәттәр тупланған. Материалдар ш. уҡ “Оренбургские губернские ведомости”, “Уфимские губернские ведомости”...

СИРИУС, Ҙур Эттең αα-һы, йондоҙ

СИРИУС, Ҙур Эттең α‑һы, аҡһыл зәңгәр йондоҙ. Күк йөҙөнөң визуаль йондоҙ дәүмәле ‑1m,46 булған иң баҙыҡ йондоҙо. Әйләнеү периоды 50 йыл булған визуаль ике яҡлы йондоҙ, С. төп компоненты — диам. Ҡояштыҡынан 1,8 тапҡыр ҙурыраҡ булған кәрлә йондоҙ. Ерҙән 8,6 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Көньяҡ ярымшар...

СИРИНГОМИЕЛИЯ

СИРИНГОМИЕЛИЯ (гр. syrinx — көпшә, көпшәле ҡыуышлыҡ һәм myelos — мейе), нервы системаһының башлыса арҡа мейеһе зарарланған мультифакториаль хроник дегенератив ауырыуы; унда ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килеү, глия таралыу һәм яйлап көсәйә барыу м‑н характерлана. Ауырыу тыумыштан (генетик сәбәптәр арҡаһында,...

СИРЕНЬ

СИРЕНЬ (Syringa), зәйтүн һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, башлыса Үҙәк һәм Көнсығыш Азияла таралған. Башҡортостанда ябай С. үҫтерелә. Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған ағас, бейеклеге 2—5 м. Олоно һәм ботаҡтары һоро төҫтәге шыма ҡабыҡлы. Япрағы ябай, йомортҡа формаһынан...

СИРЕНКО Иван Лаврентьевич

СИРЕНКО Иван Лаврентьевич [25.3. 1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Парафеевка а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 8.6.1965, Киев], лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. А.Ф.Мясников ис. Беренсе хәрби лётчиктар мәктәбен тамамлаған (Севастополь...

СИРЕНИЯ

СИРЕНИЯ (Syrenia), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Европаның уртаса бүлкәтендә һәм Себерҙә таралған. Башҡортостанда тау С., сал С., пәрҙәле С. үҫә. Бер һәм ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ғәҙәттә тармаҡлы, бейеклеге 30—90 см тиклем. Япрағы һорғолт төҫтә, сиратлы,...

СИРЕҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

СИРЕҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байдәүләт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Оло Һү__рәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 233 кеше; 1920 — 240; 1939 — 446; 1959 — 422; 1989 — 388; 2002 — 373; 2010 — 306 кеше. Башҡорттар...

СИРБАЙ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

СИРБАЙ, С ә м е р, С а т а й, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Алйылға й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 404 кеше; 1920 — 391; 1939 — 351; 1959 — 266; 1989 — 204; 2002 — 200;...

СИРӘШТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл

СИРӘШТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 33 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 85 кеше; 1920 — 119; 1939 — 137; 1959 — 178; 1989 — 143; 2002 — 146; 2010 — 132 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында...