Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУҠАЙ Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы

ТУҠАЙ (Туҡаев) Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Мөхәммәтғариф улы; 14.4.1886, Ҡазан губ. Ҡушлауыс а. — 2.4.1913, Ҡазан), татар шағиры, публицист. Яңы татар әҙәбиәтенә, хәҙ. татар теленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Шағирҙың күп яҡлы фекерләү оҫталыƒы һәм шәхесе уның ижадында татар халҡының...

ТУҠАЕВТАР

ТУҠАЕВТАР, дин әһелдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Ниғмәтулла Биктимер улы Т. [1773, Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы Стәрлебаш а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 27.3. 1844, шунда уҡ], имам‑хатип, мөҙәрис. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Вятка губ. Маскара а., Бохара ҡ. мәҙрәсәләрҙә уҡый (1801—12). 1812 й. алып...

ТУҠАЕВ Рифҡәт Ғәлимйән улы

ТУҠАЕВ Рифҡәт Ғәлимйән улы (10.10.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түб. Ҡарыш а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) — 19.6.1995, Андижан ҡ., Үзбәкстан), Дан орд. тулы кавалеры. Үзбәк ССР‑ының атҡ. уҡытыусыһы. СССР‑ҙың мәғариф отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент пед. ин‑тын (1962), Марксизм-ленинизм ин‑тын (Андижан,...

ТУҠАЕВ Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы

ТУҠАЕВ Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы [14.1.1862, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлебаш а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 1932, Ырымбур ҡ.], Өфө губернаһынан 2‑се (1907) һәм 3‑сө (1907—12) саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡорт. Туҡаевтар нәҫеленән. 1905 й. алып Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Стәрлебаш...

ТУҠАЕВ Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы

ТУҠАЕВ Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы [14.3.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 7.11.1981, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1955) артисы, БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1945) артисы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1932; М.Ә.Мәһәҙиев, В.Мортазин‑Иманский курсы)....

ТУҠ-СОРАН КАНТОНЫ

ТУҠ-СОРАН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Ырымбур өйәҙенең Ҡыпсаҡ, Яңы Башҡорт, Туҡ (Ҡыпсаҡ улусынан бүленеп сыҡҡан) улустары һәм Быҙаулыҡ өйәҙенең Йомран-Табын улусынан АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Т.‑С.к. сиктәре нигеҙ итеп алына. Төньяҡ-көнсығышта, көнсығышта...

ТУҠ БУҒА

ТУҠБУҒА (?—1313), Алтын Урҙаның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре. Башҡорт. Туҡта хан (Туҡтағи) үлгәс, 1312 й. үҙен Алтын Урҙа хакимы тип иғлан итә. Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәренең фетнәһе һөҙөмтәһендә үлтерелә. Әҙәб.: У т е м и ш - х а д ж и. Чингиз-наме. Алма-Ата, 1992. Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

ТУЙЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ТУЙЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 80 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 499 кеше; 1920 — 141; 1939 — 158; 1959 — 182; 1989 — 144; 2002 — 119; 2010 —121 кеше....

ТУЙЫШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТУЙЫШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 66 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т. табан 9 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 288 кеше; 1920 — 299; 1939 — 333; 1959 — 286; 1989 — 373; 2002 — 442; 2010 — 475 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға...

ТУЙЫР АБАҒАҺЫ

ТУЙЫР АБАҒАҺЫ (Dryopteris), ҡалҡанут һымаҡтар йәки аспидия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә, ҡайһы бер төрҙәре — Африка һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Йыуан ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр,...

ТУЙЫНДЫРЫЛМАҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР

ТУЙЫНДЫРЫЛМАҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР, с и к һ е ҙ  б е р л ә ш м ә л ә р, молекулалар каркасында теүәл (С=С, С≡С) бәйләнештәр булған органик берләшмәләр. Теүәл бәйләнештәр характеры б‑са Т.б. икеләтә (олефиндар, циклоалкендар) һәм өсләтә (алкиндар, циклоалкиндар) бәйләнешле, теүәл бәйләнештәре һаны б‑са ике...

ТУЙЫНДЫРЫЛҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР

ТУЙЫНДЫРЫЛҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР, с и к к е  б е р л ә ш м ә л ә р, молекула каркасы бер‑береһе м‑н бары тик бер ҡатлы (туйындырылған) бәйләнеш м‑н бәйле углерод атомдарынан торған органик берләшмәләр. Ациклик (асыҡ сылбырлы, төрлө тармаҡтары булыуы мөмкин) һәм алициклик берләшмәләр айырыла. Т.б. углеводород...

ТУЙТҮБӘ

ТУЙТҮБӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап Туғыҙлы а. киңлегенән Әй й. киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 21 км, БР‑ҙа — 15 км, киңлеге 4—9 км, абс. бейеклеге 497 м. Рельефы тәпәш таулы, көньяҡ өлөшөндә йылға үҙәндәре...

ТУЙСИНА Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы

ТУЙСИНА Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы (10.5.1942, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Сыңғыҙ а.), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1978), БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1972) артисы. 1960 й. алып Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1983—87 йй. Башҡ. филармонияһының...

ТУЙӨМБӘТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ТУЙӨМБӘТ, Б а й а у ы л, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 49 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Көнс. табан 44 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 238 кеше; 1920 — 275; 1939 — 182; 1959 — 187; 1989 — 116; 2002 — 150; 2010...

ТУЙМАЗЫ, ҡала

ТУЙМАЗЫ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы, Туймазы р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көнбайышҡа табан 170 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында, Башҡортостандың Урал алды көнбайышында, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 42,4 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 — 8,3;...

ТУЙМАЗЫ ЮРИДИК КОЛЛЕДЖЫ

ТУЙМАЗЫ ЮРИДИК КОЛЛЕДЖЫ, 1992 й. Силәбе юридик техникумы филиалы (1991 й. нигеҙләнгән) базаһында Туймазы юридик техникумы булараҡ асыла, 1999 й. алып Туймазы дәүләт юридик колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә дәүләт һәм муниц. идара итеү, хоҡуҡ белеме,...

ТУЙМАЗЫ ЭЛЕВАТОРЫ

ТУЙМАЗЫ ЭЛЕВАТОРЫ, ЯСЙ. Составына элеватор (1949), тирмән (1960), складтар һ.б. инә. Бәләкәй икмәкханаһы, ашханаһы бар. 2009 й. 40 кеше эшләгән. Элеваторҙың һыйҙырышлығы — 66,8 мең т, механизацияланған 8 ҡабул итеү урыны һәм тәүлегенә 1,5 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм өҫтәмә эшкәртеү өсөн...

ТУЙМАЗЫ ҺӨТ ЗАВОДЫ

ТУЙМАЗЫ ҺӨТ ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына сыр комплексы (1969 й. нигеҙләнгән), һөт киптереү (1975), айыртылмаған һөт (1988) цехтары инә. 2009 й. 137 кеше эшләгән; етештерелгән (мең т): киптерелгән һөт сывороткаһы һәм айыртылған һөт — 1,1, ҡаты сыр — 2,5, һыйыр майы — 0,5, айыртылмаған һөт продукцияһы — 2,6....

ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1

ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1, 1922 й. БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Аҙнағол а. (хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны) 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1923 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе. 1926 й. шул уҡ кантондың Туймазы станцияһы ҡасабаһына (хәҙ. Туймазы ҡ.) күсерелә. 1930 й. башлап тулы булмаған урта...