Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТРИХОФИТИЯ

ТРИХОФИТИЯ, т р и х о ф и т о з, кешенең, хайуандарҙың тире һәм уның сығарылмалары зарарланыуы м‑н бәйле бәшмәк ауырыуы. Тыуҙырыусылары — Trichophyton затына ҡараған антропофиль (кешелә генә паразит булып йәшәгән) һәм зоофиль (кеше һәм хайуандарҙы зарарлаған) бәшмәктәр. Кешеләге Т. Зарарланыу тәрәнлеге...

ТРИХОМОНОЗ

ТРИХОМОНОЗ, т р и х о м о н и а з, бәүел‑енес системаһы ағзаларының зооантропоноз протозой ауырыуы. Тыуҙырыусыһы — Trichomonas vaginalis; организмдан тыш аҙ тотороҡло, т‑ра 40°С артыҡ булғанда, киптергәндә һәм дезинфекция саралары тәьҫирендә үлә. Яңы, хроник (2 айҙан ашыу) һәм симптомһыҙ (трихомонада...

ТРИХОМОНАДТАР

ТРИХОМОНАДТАР (Trichomonas), иң ябайҙар заты. Бер нисә тиҫтә төрө билдәле. БР‑ҙа бөтә ерҙә осрай. Бер күҙәнәкле эндопаразиттар. Кәүҙә оҙонлоғо 5—40 мкм. Кәүҙәһе груша һымаҡ, 3 (ҡайһы берҙә 5) ирекле алғы ҡамсыһы бар, уларҙың береһе тулҡын һымаҡ мембрана барлыҡҡа килтерә. Күҙәнәк эсендә терәк органелла...

ТРИХОЛОМА

ТРИХОЛОМА (Tricholoma), рядовка һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған пластинкалы бәшмәк заты. 100‑гә яҡын төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә төрө бар. Эшләпәһенең диаметры 12 см тиклем, башлыса йәшкелт‑һары (йәшел бәшмәк), һорғолт‑көрән төҫтә (һоро Т.), ярымшар формаһында, өҫкө йөҙө сүсле йәки...

ТРИХИНЕЛЛЁЗ

ТРИХИНЕЛЛЁЗ (лат. trichinellosis), биогельминтоз, кеше һәм хайуандарҙың паразит арауырыуы. Тыуҙырыусылары: Trichinellidae — Trichinella spiralis ғаиләһе нематодалары (кешелә, күпселек йыртҡыстарҙа һәм бөтә нәмәне ашаған хайуандарҙа паразит булып йәшәй) һәм Trichinella pseudospiralis (имеҙеүселәрҙә һәм...

ТРИТОНДАР

ТРИТОНДАР (Triturus), ҡойроҡло ер‑һыу хайуандары заты. 12 төрө билдәле, башлыса Үҙәк һәм Көнсығыш Европала таралған. БР‑ҙа 2 төрө бар. Тараҡлы Т. кәүҙә оҙонлоғо 14—15, ябай Т. — 8—11 см. Башы яҫы, киң, кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ, ҡойроғо ян‑яҡтан ҡыҫылған, тире ҡырпыуы бар. Тараҡлы Т. арҡа тиреһе эре бөртөклө,...

ТРИТИКАЛЕ

ТРИТИКАЛЕ (Triticale), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты; бойҙай м‑н арыш гибриды. Ҡырағай рәүештә осрамай. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — 3—6 быуын араһы булған цилиндр формаһындағы һалам, бейеклеге 80—180 см. Япрағы сиратлы, ултырма. Сәскәлеге — ҡатмарлы башаҡ. Емеше — яланғас бөртөксә, июль...

ТРИПОЛИУМ

ТРИПОЛИУМ, т а т ы р а с т р а һ ы (Tripolium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған илдәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Т. үҫә. Ике йыллыҡ үлән, бейеклеге 20—80 см. Һабағы төҙ, тармаҡлы. Япрағы бөтөн, ҡыяҡлы йәки ҡыяҡлы‑ланцет формалы,...

ТРИНИЯ

ТРИНИЯ (Trinia), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Европала, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм Урта Азияла таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Күп йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, төбөнән тармаҡланған, бейеклеге 7—70 см. Япраҡтары тар, еп һымаҡ тиерлек ос сегменттары булған...

ТРИЛОГИЯ

ТРИЛОГИЯ (гр. tri — өс һәм ...логия), бер‑береһе м‑н төп фекер, сюжет, персонаждар уртаҡлығы м‑н бәйләнгән өс үҙ аллы әҫәрҙең ҡушылмаһы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге Т. А.М.Таһиров яҙа, ул Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы ваҡиғаларына арналған “Һалдаттар” (1933; урыҫса тәржемәһе 1934), “Ҡыҙылгвардеецтар”...

ТРИКОЛ ҠАЛАСЫҒЫ

ТРИКОЛ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 6— 4 бб. археологик ҡомартҡыһы. Илеш р‑ны Гремучий Ключ а. төньяҡ-көнбайыш ситендә Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. 1972 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1978—79 йй. В.А.Иванов өйрәнә. Дөйөм майҙаны 6 мең м2 самаһы, яҡынса 70 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ һыланған балсыҡ һәм ағас...

ТРИБОЛОГИЯ

ТРИБОЛОГИЯ (гр. tríbos — ышҡылыу һәм ...логия), бер-береһенә тейеп деформацияланған есемдәрҙең ышҡылыу, туҙыу һәм уларҙы майлау процестарын өйрәнгән фән. Машиналарҙың яуаплы деталдәренең, металл ҡырҡҡыс инструменттарҙың, штамплау йыһаздарының, һуҙыу стандарының ашалыуға сыҙамлы булыуын арттырыу алымдарын,...

ТРИАС

ТРИАС (гр. trias — троица), т р и а с  с и с т е м а һ ы (о с о р о), мезозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 251,0±0,4 млн йыл, тамамланыуы — 199,6±0,6 млн йыл (ҡара: Геохронология). Үҙәк Европа киҫелештәрендә айырылған урындағы өс стратиграфик бүлексәне [сыбар ҡомташ, ҡабырсаҡлы...

ТРИАЛЛАТ

ТРИАЛЛАТ, авадекс БВ, системалы гербицид, тиокарбамин к‑таһының сығарылмаһы. Тәьҫир итеүсе төп матдә S‑2,3,3‑т рихлораллил‑N,N‑диизопропилтиокарбамат; кристаллик, насар еҫле, tиреү 30°C, һыуҙа насар эрей (9 мг/л), күп кенә органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, фотототороҡло, металдарҙы тутыҡтырмай, дым булмаған...

ТРИ КЛЮЧА, Шаран р‑нындағы ауыл

ТРИ КЛЮЧА, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Три ключа й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 144 кеше; 1959 — 147; 1989 — 88; 2002 — 101; 2010 — 107 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ТРЕТЬЯКОВТАР

ТРЕТЬЯКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Игнатий Т., атлы стрелец. 1635 й. Ф.И.Каловский (ҡара: Каловскийҙар) етәкс. дворяндар отряды составында ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә барымтаһына ҡаршы Урал аръяғына ебәрелә. Уның улдары: Василий Игнатьевич Т. 1665 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата...

ТРЕТЬЯКОВА Ольга Николаевна

ТРЕТЬЯКОВА Ольга Николаевна (18.9.1909, Һырдаръя өлк. Перовск ҡ. — 19.9.1975, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1968), проф. (1968). Себер зоо‑ветеринария ин‑тын тамамлағандан һуң (Омск ҡ., 1930) Троицк ветеринария ин‑тында (Силәбе өлк.) эшләй: 1941—46 йй. зоология каф. мөдире. 1948 й. алып...

ТРЕТЬЯКОВА Евгения Николаевна

ТРЕТЬЯКОВА Евгения Николаевна (20.12.1899, Ырымбур ҡ. — 1.8.1986, Ленинград, Өфөлә ерләнгән), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1957), проф. (1958). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1924) Омск, Төрөкмән (Ашхабад) мед. ин‑ттарында, Курортология...

ТРЕТЬЯКОВ Владимир Всеволодович

ТРЕТЬЯКОВ Владимир Всеволодович (6.1.1890, Ҡазан губ. Свияжск ҡ. — 31.1.1970, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1942), проф. (1935). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1915). 1920 й. алып Томск ун‑тының акушерлыҡ‑гинекология клиникаһында...

ТРЕТЕЙ СУДТАРЫ

ТРЕТЕЙ СУДТАРЫ, ике яҡтың килешеүе нигеҙендә гражданлыҡ хоҡуғы б‑са бәхәстәрҙе хәл иткән дәүләткә ҡарамаған органдар. Даими эшләгән (сауҙа палаталары, биржалар, эшҡыуарҙар һәм ҡулланыусылар йәмәғәт берекмәләре тарафынан ойошторолоп, уларҙың ҡарамағында эшләй) һәм айырым бәхәсте хәл иткән (ике яҡтың...