Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТРАДИЦИЯЛАР

ТРАДИЦИЯЛАР (лат. traditio — тапшырыу), тарихи яҡтан формалашҡан соц. мөнәсәбәт нормалары һәм хужалыҡ- мәҙәни эшмәкәрлек оҫталығы. Т. айырым соц. төркөмдәр (ғаилә, ҡатлам, этнос һ.б.) өсөн хас булып, донъяға ҡарашты, дини инаныуҙарҙы, йолаларҙы, хужалыҡ үҫешен һ.б. сағылдыра. Быуындан-быуынға соц. һәм...

ТРАДИЦИОН УЙЫНСЫҠТАР

ТРАДИЦИОН УЙЫНСЫҠТАР, баланың үҫеше һәм уйыны өсөн тәғәйенләнгән, милли мәҙәниәт үҙенсәлектәрен, йәшәү рәүешен һәм көнкүреште сағылдырған төрлө әйберҙәр һәм ҡулайламалар йыйылмаһы. Башҡорттар Т.у. эшләү өсөн тәбиғи материалдарҙы — ағас, һөйәк, таш, ҡош ҡауырһыны, үҫемлек һабаҡтары һ.б. — киң ҡулланған....

ТРАДИЦИОН МЕДИЦИНА

ТРАДИЦИОН МЕДИЦИНА. Күп быуатлыҡ практикаға, быуындан‑быуынға тапшырыла килгән мед. белемен һәм тәжрибәһен ҡулланыуға нигеҙләнә. Халыҡ медицинаһынан айырмалы рәүештә проф. табиптар эшмәкәрлеге булып тора. Башлыса яйға һалыу терапияһына, йәғни организмдың төрлө ағзалары һәм системалары балансын тергеҙеүгә...

ТРАДИЦИОН ЙЫҺАЗ

ТРАДИЦИОН ЙЫҺАЗ, ө й  к ә р ә к - я р а ғ ы, башҡорттарҙа туҙҙан (ҡара: Туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы), ағастан, ҡабыҡтан, ҡайырҙан (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк-ярағы), тиренән (ҡара: Тиренән эшләнгән өй кәрәк- ярағы), металдан (ҡаҙан, самауыр һ.б.), балсыҡтан (һирәк осраған, башлыса көньяҡ райондарҙа)...

ТРАДИЦИОН ИНТЕРЬЕР

ТРАДИЦИОН ИНТЕРЬЕР, архитектура стиленең этник үҙенсәлеген һәм төбәк айырымлыҡтарын сағылдырған, торлаҡтың эске торошон һәм биҙәлешен тәьмин иткән, борондан һаҡланып килгән архитектура алымы. Башҡорттарҙа Т.и. төрки телле (ҡара: Күсмә тормош) халыҡтарҙың йәйләү тормошона бәйле традицияларында барлыҡҡа...

ТРАДИЦИОН БИҘӘҮЕСТӘР

ТРАДИЦИОН БИҘӘҮЕСТӘР, байрам, йола ваҡытында һәм көндәлек тормошта төҫ-башты биҙәү өсөн ҡулланылған әйберҙәр. Башҡорттарҙа шулай уҡ бетеү (ҡара: Һаҡлағыс), ырыубилдәһе булған, ғаиләнең соц. һәм мөлкәт статусын күрһәткән. Ҡатын-ҡыҙҙың Т.б. түш биҙәүестәренән, сәс биҙәүестәренән, маңлай биҙәүестәренән,...

ТРАДИЦИОН БАШҠОРТ ҮЛСӘМДӘРЕ

ТРАДИЦИОН БАШҠОРТ ҮЛСӘМДӘРЕ, башҡорттар тарафынан көнкүрештә, сауҙа эшендә һәм хужалыҡта ҡулланылған үлсәү саралары. Саҡрым, аҙым, ая, ҡарыш (һөйәм) — оҙонлоҡ үлсәме, мыҫҡал (4,26 г), ҡаҙаҡ (409,5 г), бот (16 кг) ауырлыҡ үлсәме булған. Бөртөклө һәм шыйыҡ матдәләр төрлө ҙурлыҡтағы һәм формалағы һауыттар...

ТРАГЕДИЯ

ТРАГЕДИЯ (гр. tragōidia), драматургияның трагик пафос м‑н һуғарылған төп жанрҙарының береһе (драма һәм комедия м‑н бер рәттән). Т. нигеҙен шәхестең яҙмыш, йәмғиәт, донъя м‑н характерҙың һәм нәфсенең компромисһыҙ көсөргәнешле көрәшендә сағылған бәрелеше тәшкил итә. Конфликт ғәҙәттә төп геройҙың үлеме...

ТРАВНИЦКИЙ Вениамин Николаевич

ТРАВНИЦКИЙ Вениамин Николаевич (18.10.1919, Түб. Новгород губ. Ризоватово а. — 18.4.1987, Бәләбәй ҡ.), инженер‑нефтсе. СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1943) “Ишимбайнефть” тресының инженеры, нефть промыслаһында өлкән инженер, бүлек нач.; 1951 й....

ТРАВМАТОЛОГИЯ ҺӘМ ОРТОПЕДИЯ

ТРАВМАТОЛОГИЯ ҺӘМ ОРТОПЕДИЯ. Травматология — йәрәхәтләгән факторҙарҙың кеше организмына тәьҫирен, имгәнеүҙе һәм уның эҙемтәләрен диагностикалауҙы, дауалауҙы өйрәнгән; ортопедия тыумыштан килгән дефекттар, үҫеш кәмселектәре йәки травма һәм ауырыу эҙемтәләре һөҙөмтәһендә алынған терәк‑хәрәкәт системаһы...

ТРАВМА

ТРАВМА (гр. traјuma — йәрәхәт), кеше йәки хайуан организмы туҡымаларының тышҡы тәьҫирҙән зарарланыуы, йәшәү процестарын һәм функцияларын боҙоуға килтерә. Т. организмда урындағы (асыҡ һәм ябыҡ йәрәхәт) һәм дөйөм (ҡан һауыу, баш мейеһе һелкенеү, йәрәхәт токсикозы, коллапс, шок һ.б.) үҙгәрештәрҙә күренә....

ТӨХВӘТУЛЛИНА Клара Ғабдрахман ҡыҙы

ТӨХВӘТУЛЛИНА Клара Ғабдрахман ҡыҙы (7.3.1931, Мәскәү — 9.11. 2016, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Харьков пед. ин‑тын (1953), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1965) тамамлаған. 1953 й. алып Первомайск ҡ. урта мәктәбендә, 1954 й. — Өфөнөң 20‑се урта мәктәбендә уҡыта. 1955 й. башлап...

ТӨХВӘТУЛЛИН Яҡуп Зәйнулла улы

ТӨХВӘТУЛЛИН Яҡуп Зәйнулла улы (8.6.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Шланлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны, — 16.8.2010, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1983). 1938—84 йй. “Башкирэнерго” район энергетика идаралығының 2‑се ТЭЦ‑ында (Өфө) эшләй: 1945 й.алып...

ТӨХВӘТУЛЛИН Фәтих Насир улы

ТӨХВӘТУЛЛИН Фәтих Насир улы [16.3.1894, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Сыбыҡлы а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) — 10.6.1938, Өфө], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен (Ҡазан), Красноуфимск сәнәғәт уч‑щеһын (1917) тамамлаған. Пермь губернаһы башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1917...

ТӨХВӘТУЛЛИН Расфар Мөхлис улы

ТӨХВӘТУЛЛИН Расфар Мөхлис улы (4.4.1933, БАССР-ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Арыҫланбәк а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Туймазы р‑нының Казнаковка тулы булмаған урта мәктәбе директоры. 1965—2010 йй. БДУ‑ла...

ТӨХВӘТУЛЛА ҮТӘЕВ

ТӨХВӘТУЛЛА ҮТӘЕВ, Т. Ү т ә ү и, кантон башлығы. Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Барын-Табын улусы Малай- Муйнаҡ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) башҡорто. Йорт старшинаһы, 1819 й. алып 4‑се кантон башлығы. Вазифаһынан артыҡ файҙаланыуы, халыҡҡа аяуһыҙ мөнәсәбәте м‑н айырылып торған. Яҡынса 20 тапҡыр тәфтиш аҫтында...

ТӨХВӘТОВ Миңлеғәли Бәҙретдин улы

ТӨХВӘТОВ Миңлеғәли Бәҙретдин улы (7.7.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Теләш а., хәҙ. БР‑ҙың Мәсетле р‑ны, — 13.11.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), математик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1991). Үзбәк ССР‑ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Мәсәғүт уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған (1954). Мәсетле...

ТӨХВӘТОВ Миңлеғәли Бәҙретдин улы

ТӨХВӘТОВ Миңлеғәли Бәҙретдин улы (7.7.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Теләш а., хәҙ. БР‑ҙың Мәсетле р-ны), математик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1991). Үзбәк ССР‑ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Мәсәғүт уҡытыусылар ин-тын тамамлаған (1954). Мәсетле һәм Нуриман р‑ндары мәктәптәрендә уҡыта. Ҡазан...

ТӨХБӘТУЛЛИН Эдуард Дауыт улы

ТӨХБӘТУЛЛИН Эдуард Дауыт улы (13.10.1971, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). Урал физик культура акад. тамамлаған (1998). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.Я.Попов), 1998 й. алып “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте өсөн сығыш...

ТӨХБӘТУЛЛИН Фәрит Ғариф улы

ТӨХБӘТУЛЛИН Фәрит Ғариф улы [4.1.1950, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны Мерәсем а. (БР-ҙың Ҡариҙел р-ны)], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1998). РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1994), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) “Уралтрансгаз” ПБ‑ның Челкар район идаралығында (Ҡаҙаҡ...