Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТӨРКИ ҠӘБИЛӘЛӘР

ТӨРКИ ҠӘБИЛӘЛӘР, хәҙерге күп төрки телле (ҡара: Төрки телдәр) халыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе өсөн нигеҙ булған боронғо ҡәбиләләрҙең дөйөм исеме. Антик (Геродот, Өлкән Плиний, Помпоний Мела, Страбон), Боронғо Ҡытай (Сыма Цянь), ғәрәп (Гардизи, Ибн Хордадбех, Рәшитетдин һ.б.) авторҙары хеҙмәттәрендә телгә...

ТӨРКИ ҠАҒАНАТЫ

ТӨРКИ ҠАҒАНАТЫ, 552—745 йй. Үҙәк Азия, Урта Азияның бер өлөшө, Төньяҡ Ҡытай биләмәләрендәге төрки ҡәбиләләр берлеге дәүләттәре. 6 б. башында Жужан ҡағанатындағы низағтар төрки ҡәбиләләр берлеге тарафынан Т.ҡ. ойошторолоуына килтергән (жужандарҙың нәҫелдәре һуңыраҡ “аварҙар” тип атала башлаған һәм Паннонияла...

ТӨРКИ

ТӨРКИ, 11—19 бб. әҙәби төрки телдәрҙең дөйөм атамаһы. Термин теркәлгән иң тәүге сығанаҡ — Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт‑төрк” хеҙмәте. Тәүҙә урта төрки дәүер телдәрен (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) аңлатыу өсөн ҡулланыла. Һуңынан билдәле бер төбәккә ҡарағанлығынан сығып урта...

ТӨРКӘЙ, Благовар р‑нындағы ауыл

ТӨРКӘЙ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 42 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 321 кеше; 1920 — 377; 1939 — 334; 1959 — 185; 1989 — 123; 2002 — 113; 2010 — 118 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ТӨР

ТӨР, ҡылымдың ваҡыт арауығында хәрәкәттең үтеү һәм бүленеү характерын күрһәткән грамматик категорияһы. Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, башҡорт телендәге ҡылым нигеҙе грамматик категория статусы булмаған Т. бирелешенә индифферентлы. Т. мәғәнәләре аспектуаллектең функциональ-семантик ерлеге сиктәрендә...

ТӨР

ТӨР, ҡылымдың ваҡыт арауығында хәрәкәттең үтеү һәм бүленеү характерын күрһәткән грамматик категорияһы. Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, башҡорт телендәге ҡылым нигеҙе грамматик категория статусы булмаған Т. бирелешенә индифферентлы. Т. мәғәнәләре аспектуаллектең функциональ-семантик ерлеге сиктәрендә...

ТӨПСӘН 1-се, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ТӨПСӘН 1-се, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнc. табан 81 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында, Эйек заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 236 кеше; 1920 — 338; 1939 — 247; 1959 — 189; 1989 — 181; 2002...

ТӨПКИЛДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ТӨПКИЛДЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Сәйрән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 43 км һәм Ҡандра т. юл ст. Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1110 кеше; 1920 — 1114; 1939 — 818; 1959 — 463; 1989 — 204; 2002 — 193;...

ТӨПӘЕВТӘР

ТӨПӘЕВТӘР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Өсбүлә а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) мишәрҙәре. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Миндәй Төпәев. 19 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1776 й.) дворян дәрәжәһе бирелә. Уның иң билдәле улдары: Ардыуан Миндәй улы Т. (1757—?), йорт старшинаһы; Иғдисам Миндәйулы...

ТӨПӘЕВ Салауат Харис улы

ТӨПӘЕВ Салауат Харис улы (18.2.1924, БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Төпәй а. — 16.3.2018, Өфө ҡ.), журналист. Техник фәндәр кандидаты (1962).СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982).   Журналистар союзы ағзаһы (1998). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1958 й. алып...

ТӨПӘЕВ Салауат Харис улы

ТӨПӘЕВ Салауат Харис улы (18.2.1924, БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Төпәй а. — 16.3.2018, Өфө ҡ.), журналист. Техник фәндәр кандидаты (1962).СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982).   Журналистар союзы ағзаһы (1998). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1958 й. алып...

ТӨП ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ

ТӨП ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, химия сәнәғәте тармағы. Азот, сода, хлор, йод‑бром сәнәғәттәрен, минераль ашламалар, органик булмаған химия продукттары производстволарын үҙ эсенә ала. Сеймалы: эзбизташ, таштоҙ, һоро күмер, фосфориттар һ.б. БР‑ҙа Т.х.с. барлыҡҡа килеү Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илдең бер нисә...

ТӨП ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕҺЫ

ТӨП ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕҺЫ, юғары типтағы башланғыс уҡыу йорто. Өфөлә 1789 й. 10 июлендә Рәсәй империяһында халыҡ училищелары уставына (1786) ярашлы асыла, 1797 й. Ырымбур ҡ. күсерелә. Губерна Йәмғиәт ҡараулығы приказы ҡарамағында була, ул уч‑ще эшмәкәрлеген финанс м‑н тәьмин итә, ойоштора һәм контролдә тота....

ТӨП ФОНДТАРҘЫҢ АМОРТИЗАЦИЯЛАНЫУЫ

ТӨП ФОНДТАРҘЫҢ АМОРТИЗАЦИЯЛАНЫУЫ, билдәле бер осор эсендә (йылдарҙа иҫәпләнә) физик һәм мораль яҡтан иҫкереү арҡаһында төп фондтарҙың, тәүге хаҡын үҙҙәре ҡатнашлығында етештерелгән продукттың үҙҡиммәтенә өлөшләп күсереү процесы. Амортизация бүлемдәре ай һайын билдәләнгән нормативтар б‑са ғәмәлгә ашырыла....

ТӨП ФОНДТАР

ТӨП ФОНДТАР, тауар етештереү һәм хеҙмәт күрһәтеү өсөн оҙайлы ваҡыт эсендә ҡат-ҡат йәки даими файҙаланыла торған етештерелгән активтар. Т.ф. бер йыл хеҙмәт иткәндән кәм һәм хаҡы норматив тәртиптә билдәләнгәндән кәм булмаған объекттар инә. Матди (биналар, ҡоролмалар, машиналар, ҡорамалдар, приборҙар,...

ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ

ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ, ер ҡабығы тәрәнлегенә Урал йыйырсыҡлы өлкәһен палеоконтиненталь һәм палеоокеан секторҙарға бүлгән һынылыш. Уралдың бөтөн һуҙымында күҙәтелә. Көнсығышта ауыу мөйөшө 30°—80°. А.В.Пейве тарафынан Ерҙең мантияһына тәрән үтеп ингән төпкөлдәге һынылыштарҙың тектоник бер төрө булараҡ айырып...

ТӨНЬЯҠ‑КӨНСЫҒЫШ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

ТӨНЬЯҠ‑КӨНСЫҒЫШ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. Мәсәғүт айыртылған ҡоро һөт комбинатын, электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив‑диспетчер хеҙмәте Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. урынлашҡан, район диспетчер пункттары эшләй. Составына (2008) дөйөм...

ТӨНЬЯҠ‑КӨНСЫҒЫШ УРМАН‑ДАЛА ЗОНАҺЫ

ТӨНЬЯҠ‑КӨНСЫҒЫШ УРМАН-ДАЛА ЗОНАҺЫ, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат р‑ндар а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 1171,1, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 247,1, сабынлыҡтар — 126,9, көтөүлектәр— 151,3, урмандар — 94,6 (2008). Актив т‑ралар суммаһы (уртаса тәүлек т‑раһы 10 °С юғары булған...

ТӨНЬЯҠ‑КӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК

ТӨНЬЯҠ‑КӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Балтас, Борай, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл административ райондарын, Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡҡ. берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны — 10187 км2 (БР майҙанының 7,1%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны — 328,7 мең кеше (респ. халҡы һанының...

ТӨНЬЯҠ-КӨНСЫҒЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК

ТӨНЬЯҠ-КӨНСЫҒЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат административ райондарын берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны —11707 км2 (БР майҙанының 8,2%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны — 126,8 мең кеше (респ. халҡы һанының 3,2%‑ы), 1990—2002 йй. 0,5%‑ҡа артҡан (БР...