Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТИХОНОВ Пётр Трофимович

ТИХОНОВ Пётр Трофимович [8.7. 1914, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Елшанка а. (Ырымбур өлк. Быҙаулыҡ р‑ны) — 6.7.1993, Өфө], ветеринар врач, физиолог. Биол. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң...

ТИХОНОВ Александр Николаевич

ТИХОНОВ Александр Николаевич [20.11.1931, БАССР‑ҙың Яңы Ҡарамалы р‑ны Поташевка а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 16.3.2003, Мәскәү], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1974), проф. (1975). РФ‑тың (1997), Үзбәк ССР‑ының (1982) һәм Сыуаш Респ. (1990) атҡ. фән эшмәкәре. Сәмәрҡәнд ун‑тын тамамлаған (1955), 1956 й....

ТИХОН

ТИХОН [донъяуи исеме Бел(л)авин Василий Иванович; 19.1.1865, Псков губ. Клин а. — 7.4.1925, Мәскәү], дин әһеле, Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы (1917—25). Дини тәғлимәт канд. (1888). Митрополит (1917), архиепископ (1905), архимандрит (1892). Монахлыҡ ҡабул иткән (1891). Псков дини семинарияһын (1884),...

ТИХОМИРОВ Анатолий Георгиевич

ТИХОМИРОВ Анатолий Георгиевич [23.3.1899, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡалтыман а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 17.4.1980, Өфө], хор дирижёры, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1954). Рус музыка йәмғиәтенең Өфө бүлексәһендә музыка кластарын тамамлағандан һуң (1919; В.И. Горшков һәм М.В.Вологдин...

ТИХАНОВСКИЙ Егор Кузьмич

ТИХАНОВСКИЙ Егор Кузьмич (?—5.1774), Минзәлә ҡ. Смоленск шляхтичтарынан Уложенный комиссия депутаты. Секунд‑майор. Шляхтич (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). 1767 й. алып Минзәлә хәрби командаһы начальнигы. Комиссияға шляхтичтарға ергә һалым индереүҙе тыйыу һәм башҡа һалымдарҙы бөтөрөү, беркетелгән...

ТИТОВ Вячеслав Михайлович

ТИТОВ Вячеслав Михайлович [11.5. 1949, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Йомағужа а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 3.5.2010, Стәрлетамаҡ ҡ.], инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (2002). РФ‑тың (1995) һәм БР‑ҙың (1991) атҡ. химигы, РФ‑тың почётлы тимер юлсыһы (1995). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1966 й. алып Стәрлетамаҡ...

ТИТОВ Василий Фёдорович

ТИТОВ Василий Фёдорович [23.3. 1911, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Покровка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 10.11.2000, Черновцы ҡ., Украина], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апр. алып Көнбайыш, Үҙәк һәм Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се уҡсылар корпусының...

ТИТОВ Борис Иванович

ТИТОВ Борис Иванович (20.12.1903, Омск ҡ. — 1992, Свердловск өлк. Белоярская Застава ҡсб), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1925 й. алып Урал өлк. эшләй (1930 й. башлап Михайловка район кооператив икмәк союзының өлкән агрономы). 1931 й. алып Силәбе өлк. Лебяжье р‑нының Лопаткин МТС‑ында, 1937 й. — Бөрө район...

ТИТАН ИРЕТМӘЛӘРЕ

ТИТАН ИРЕТМӘЛӘРЕ, алюмин, ванадий, молибден һәм башҡа ҡатыштырылған элементтар өҫтәлгән титан нигеҙендәге иретмәләр. Кристаллик рәшәткәһенең тибы б‑са Т.и. α‑, β‑ һәм (α+β) модификациялары һәм интерметаллидтар нигеҙендәге иретмәләр; тәғәйенләнеше б‑са эҫегә сыҙамлы, иретеп йәбештерелә торған һәм ҡыҙҙырғанда...

ТИССАГЕТТАР

ТИССАГЕТТАР, ф и с с а г е т т а р, боронғо күсмә ҡәбиләләр. Геродот фекере б‑са, будиндарҙан (“7 көнлөк юл”) һәм савроматтарҙан көнсығышта һәм төньяҡ‑көнсығышта йәшәгәндәр. Т. Ананьин мәҙәни‑тарихи берлегенең бер өлөшөн тәшкил иткән Волга‑Кама буйының (Марий Эл Респ. һәм ТР‑ҙың көнсығыш райондары терр‑яһы)...

ТИСА ЗАВОДЫ,

ТИСА ЗАВОДЫ, 1763 й. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Тиса й. (Кама й. басс.) буйында А.Г.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1847 й. һәм 1863 й. алып ҡаҙна, 1848 й. — Соҡсон тау заводтары...

ТИРМӘНЙЫЛҒА, ауыл, Ишембай ҡ. эсендә

ТИРМӘНЙЫЛҒА, ауыл, 1941 й. алып Ишембай ҡ. эсендә. Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 17 йортта 137 кеше йәшәгән, 1865 й. 93 йортта — 392 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған....

ТИРМӘН, Салауат р‑нындағы ауыл

ТИРМӘН, Салауат р‑нындағы ауыл, Тирмән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 60 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Олоер й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 447 кеше; 1920 — 514; 1939 — 1016; 1959 — 926; 1989 — 917; 2002 — 950; 2010 — 774 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ТИРМӘН

ТИРМӘН, төрлө материалдарҙы ваҡлау машинаһы. Т. эшләү принцибына ҡарап, 1) барабанлы (шарлы, таяҡлы, ҡырсынташлы, үҙенән‑үҙе ваҡлаусы һ.б.); 2) тәгәрмәсле, яҫмалы, ҡулсалы, ышҡылыусы‑шарлы, ике таш тәгәрмәсле; 3) сүкешле (шахталы), бармаҡлы (дезинтеграторҙар); 4) корпусы тирбәлеп эшләүсе вибрацион;...

ТИРМӘ

ТИРМӘ, күсмә төрки һәм монгол халыҡтарында күсереп йөрөтмәле торлаҡ. Башҡорттар йәйләүҙә (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) күберәк төрки (һөҙәк көмбәҙле), һирәгерәк монгол (түбәһе конус рәүешендә; Көнсығыш Урал аръяғында, Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығыш, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайыш райондарында осрай) тибындағы...

ТИРЛӘН, Белорет р‑нындағы ауыл

ТИРЛӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Тирлән а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Белорет т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Тирлән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Тирлән һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 6632 кеше; 1920 — 7218; 1939 — 11631; 1959 — 13962; 1989 — 8055; 2002 — 5747; 2010...

ТИРЛӘН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

ТИРЛӘН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Тирлән йылғаһында (Ағиҙел й. басс.). Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Белорет р‑ны Тирлән а. эргәһендә уның тамағынан 8,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаныңһыу йыйыу майҙаны 519 км2 (йылға басс. 98%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 147 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы...