Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАШ ТОҘ

ТАШ ТОҘ, галит, аш тоҙо, 1) хлоридтар ярым класы минералы, NaCl. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, һирәк осраҡта тығыҙ һәм сүсле. Төҫһөҙ, аҡ, һирәгерәк һары, зәңгәр, ҡыҙыл һ.б. төҫтә, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2, тығыҙлығы 2200 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Мурт, һыуҙа эрей,...

ТАШ КҮМЕР

ТАШ КҮМЕР, үҫемлектәрҙән барлыҡҡа килгән ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма. Ялтыр, ярым тоноҡ йәки тоноҡ йөҙлө ҡара һәм һоро‑ҡара төҫтәге тығыҙ тау тоҡомо булып тора. Ҡатлам һәм линзалар рәүешендә ята. Т.к. сәнәғәттә классификациялағанда уның төп технологик үҙенсәлектәрен (яныу йылылығы, осоусан матдәләрҙең...

ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР

ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың эретмә файҙаланып таштан һалынған төҙөлөш конструкциялары (биналарҙың эске һәм тышҡы стеналары, фундаменттар, терәк стеналар, колонналар, тоташтырғыстар һ.б.). Бинаның (ҡоролманың) төҙөлөш схемаһына бәйле терәк (үҙенең, ҡаплауҙарҙың, түшәмдәрҙең ауырлығын,...

ТАШ ЙЫЛАНЫ

ТАШ ЙЫЛАНЫ (Elaphe dione), туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған йылан. Евразияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 110 см тиклем, һомғол, ян‑яғында — шыма, арҡаһында бер аҙ ҡырлы ҡау м‑н ҡапланған. Арҡаһы һорғолт йәки һорғолт көрән төҫтә, кәүҙәһе буйлап бер аҙ күренгән көрән төҫтәге 4 буй һыҙаты бар, ҡорһағы һорғолт...

ТАШ БЫУАТ

ТАШ БЫУАТ, эш һәм һуғыш ҡоралдары яһау өсөн башлыса таш ҡулланылған тарихи-мәҙәни осор. Өс осорға бүлеп йөрөтөлә: палеолит, мезолит, неолит. Т.б. Көньяҡ Уралда Ағиҙел буйы мәҙәниәте, Ағиҙел мәҙәниәте, Гарин мәҙәниәте, Илмырҙа мәҙәниәте, Йәнгел мәҙәниәте, Соҡор мәҙәниәте, Суртанды мәҙәниәте, Ташбулат...

ТАШ АБАҒАҺЫ

ТАШ АБАҒАҺЫ (Asplenium), таш абағаһы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. Яҡынса 680 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: башаҡ һымаҡ Т.а. (ярым төрө — төклө Т.а.), йәшел Т.а., ҡая Т.а., төньяҡ Т.а. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы, ҡара төҫтәге тәңкәләр менән ҡапланған күп...

ТАҺИРОВА Майя Афзал ҡыҙы

ТАҺИРОВА Майя Афзал ҡыҙы (8.2. 1931, Өфө — 9.6.2003, шунда уҡ), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БР‑ҙың халыҡ (2001) артисы. А.М.Таһировтың ҡыҙы. Ленинград хореография уч‑щеһын (1949; педагогы А.Я.Ваганова), ГИТИС‑ты (1975) тамамлаған. 1949—72 йй. БДОБТ солисы, 1978—2000 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге...

ТАҺИРОВА Клара Фоат ҡыҙы

ТАҺИРОВА Клара Фоат ҡыҙы (24.1. 1957, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Шауъяҙы а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2008), проф. (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Кабель” КБ‑нда (Өфө) эшләй. 1984 й. алып ӨДАТУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге нефть сығарыуҙа мәғлүмәт‑үлсәү, идара итеү системаларын уйлап табыуға...

ТАҺИРОВА Әнисә Абдулла ҡыҙы

ТАҺИРОВА Әнисә Абдулла ҡыҙы [15.12.1941, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1966), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1981) тамамлаған....

ТАҺИРОВ Хәмит Харис улы

ТАҺИРОВ Хәмит Харис улы (31.1. 1957, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), ветеринар врач. А.х. ф. д‑ры (2005), проф. (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Ҡурған өлк. Әлмән р‑нының “Әлмән” с‑зында ветеринар врач, 1980 й. алып “Малышевский” с‑зында баш ветеринар врач. 1984—2000 йй. Бөтә Рәсәй ит малсылығы...

ТАҺИРОВ Фәхрәзи Әхмәҙиә улы

ТАҺИРОВ Фәхрәзи Әхмәҙиә улы [23.5.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Бәләкәй Үтәш а. (БР‑ҙың Ғафури р ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1975). 1948 й. алып “Башкирэнерго” район энергетика идаралығының (Өфө) Үҙәк электр селтәрҙәрендә электромонтёр, 1953 й. — мастер, 1964—88...

ТАҺИРОВ Нуриәғзәм Таһир улы

ТАҺИРОВ Нуриәғзәм Таһир улы [9.1.1888, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ләүеш (Ҡужа) а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — ?], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1911). 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә, див. муллаһы; 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла, див. комиссары....

ТАҺИРОВ Афзал Мөхитдин улы

ТАҺИРОВ Афзал Мөхитдин улы [25.10.1890, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Абдрахман а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) — 27.9.1937, Мәскәү], яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. совет әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәре (1934). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. “Мәржәниә” (Ҡазан, 1905—06), “Хөсәйениә”...

ТАХИНДАР

ТАХИНДАР (Tachinidae), ике ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 5 мең төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 60‑ҡа яҡын төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 3—20 мм. Кәүҙәһе ҡарағусҡыл һоро төҫтә, ҡуйы ҡаты төктәр менән ҡапланған. Башы йомро, хәрәкәтсән, эре фасеткалы күҙҙәре бар. Мыйыҡсалары ҡыҫҡа,...

ТАХАЕВ Хәлил Йән улы

ТАХАЕВ Хәлил Йән улы [17.2.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 28.5.1986, Өфө], иҡтисадсы‑географ. Геогр. ф. канд. (1947). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1978), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1968). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Совет‑партия мәктәбен (Томск...

ТАУЫҠ ҺЫМАҠТАР

ТАУЫҠ ҺЫМАҠТАР (Galliformes), ҡоштар отряды. 7 ғаиләһе (1‑һе юҡҡа сыҡҡан), яҡынса 270 төрө билдәле. БР‑ҙа ҡор һәм фазандар ғаиләһенә ҡараған 6 төрө бар. Ултыраҡ йәки күсеп йөрөүсе, һирәк осраҡта күсәр, ваҡ (бүҙәнә, кәүҙә оҙонлоғо 18 см тиклем, ауырлығы 70—155 г), уртаса (ата ҡор 55 см тиклем, 900—1500...

ТАУТӨМӘН

ТАУТӨМӘН, Иглин р‑нындағы ауыл, Таутөмән а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Лабау й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 460 кеше; 1920 — 550; 1939 — 2743; 1959 — 3253; 1989 — 1968; 2002 — 2094; 2010 — 2219 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар...

ТАУТИШӘР

ТАУТИШӘР (Androsace), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Евразияла, һирәкләп Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Мендәр рәүешле кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе бер, ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки түшәлеүсән,...

ТАУЛЫҠАЙ ТОРАМАҺЫ, археологик ҡомартҡыһы

ТАУЛЫҠАЙ ТОРАМАҺЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а. көньяҡ- көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. һул ярында урынлашҡан. 1972 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1973 й., 1975 й. Ю.А.Морозов өйрәнә. Майҙаны яҡынса 12 мең м2, 700 м2 тикшерелгән. 4 торлаҡ (оҙонлоғо...

ТАУЛЫҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ

ТАУЛЫҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ, “И м а н и с т и”, урта уҡыу йорто. 19 б. уртаһында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Түб. Таулыҡай а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Хәйриә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис, мәсеттең имам‑хатибы етәкселек...