Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАЛБАЗЫ, ауыл, Ауырғазы р‑нының үҙәге

ТАЛБАЗЫ, ауыл, Ауырғазы р‑нының (1932—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Талбазы а/с үҙәге. Өфөнән К. 80 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Өфө—Ырымбур, Талбазы—Красноусол, Дәүләкән—Талбазы автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,7; 1920 — 1,8; 1939 — 3,2; 1959 — 3,0;...

ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ

ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ. Ауырғазы р‑нында урынлашҡан. 1836 й. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1900 й. алып урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы, 1919 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — өлгөлө башланғыс мәктәп, 1933 й. — урта мәктәп (1992 й. башлап №1), 2001 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2 компьютер...

ТАЛБАҘЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ТАЛБАҘЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Ҡарасайылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Һарыш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1517 кеше; 1920 — 1850; 1939 — 1450; 1959 — 726; 1989 — 378; 2002 — 403; 2010 — 363 кеше. Башҡорттар,...

ТАЛАС, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ТАЛАС, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Бүреҡаҙған а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1060 кеше; 1920 — 1491; 1939 — 1531; 1959 — 1323; 1989 — 927; 2002 — 897; 2010 — 895 кеше. Башҡорттар,...

ТАЛАЛАЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ТАЛАЛАЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Подлесный а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 28 км һәм Ҡуғанаҡ т. юл ст. Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 616 кеше; 1920 — 779; 1939 — 677; 1959 — 617; 1989 — 457; 2002 — 591; 2010 — 590 кеше. Урыҫтар,...

ТАЛ ҠУСҠАРЫ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТАЛ ҠУСҠАРЫ, Ҡ у с ҡ а р, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Гусев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 176 кеше; 1939 — 207; 1959 — 212; 1989 — 383; 2002 — 381; 2010 — 464 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ТАЛ КҮБӘЛӘГЕ

ТАЛ КҮБӘЛӘГЕ (Apatura iris), күбәләктәр отрядының нимфалидтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Үҙәк һәм Төньяҡ Англия, Скандинавия, Көньяҡ Европанан башҡа Евразияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см, ата күбәләктеке — күкһел шәмәхә төҫмөрлө ҡара көрән, инәһенеке асыҡ көрән төҫтә. Алғы ҡанаты аҡ таплы, артҡыһы...

ТАЛ

ТАЛ (Salix), тал һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 24 төрө үҫә. Япраҡ ҡойоусы, ике өйлө ағас, ҡыуаҡ, ваҡ ҡыуаҡ, бейеклеге 0,5—30 м, 100—150 йылға тиклем үҫә. Япрағы бөтөн, япраҡ ҡолаҡсындары бар,...

ТАҠЫЯ

ТАҠЫЯ, башҡорт ҡатын-ҡыҙының түңәрәк традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Эслеген киндер туҡыманан ҡуйғандар, ситен һәм уртаһын ҡыҙыл туҡыма м‑н тышлағандар. Т. өҫкө яғын тотошлай көмөш тәңкә м‑н биҙәгәндәр, уртаһына металл көмбәҙ ҡуйып, уның тирәләй 3 рәт ҡыҙыл мәрйен теккәндәр. Сите буйлап...

ТАҠШАН ДӘРБИШЕВ

ТАҠШАН ДӘРБИШЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһының Һалйот улусы башҡорто. Мәғдән сығарыу һәм уны Рәүҙе заводына ташыу м‑н шөғөлләнгән. Исәт провинцияһында һәм Екатеринбург ведомствоһының Ташлы заводтары тирәһендә һуғышҡан. 1799 й. 4‑се башҡ. кантоны...

ТАҠҺЫР, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТАҠҺЫР, Т е л ә н с е, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Гусев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 220 кеше; 1920 — 275; 1939 — 207; 1959 — 215; 1989 — 363; 2002 — 332; 2010 — 398 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТАҠТАШ Һаҙый

ТАҠТАШ Һаҙый (ысын исеме Таҡташев Мөхәмәтһаҙый Хәйрулла улы; 20.12.1900, Тамбов губ. Сургодь а. — 8.12.1931, Ҡазан), шағир. “Күмелгән ҡоралдар” (1927) драмаһы, “Мөхәббәт тәүбәһе” (1927), “Алһыу” (1929) һ.б. поэмалар авторы. “Сырҡыды ауылы”, “Дауылдан һуң”, “Быуаттар һәм минуттар” (бөтәһе лә — 1924)...

ТАҠТА ЯРЫУ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

ТАҠТА ЯРЫУ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, ағас эшкәртеү сәнәғәтенең бүрәнәнән ағас‑таҡта (бурса һ.б.) етештергән тармағы. Таҡта ярыу з‑дтары һәм урман хужалыҡтары, урман сәнәғәте хужалыҡтары составындағы цехтарҙан тора. Таҡта ярыу цехтарында бүрәнәне һәм бурсаны буйға ярыу, ш. уҡ ҡыры киҫелмәгән таҡта бысыу һәм осон...

ТАҠСУРА, Благовар р‑нындағы ауыл

ТАҠСУРА, Благовар р‑нындағы ауыл, Таң а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 27 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 42 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 470 кеше; 1920 — 479; 1939 — 455; 1959 — 328; 1989 — 221; 2002 — 194; 2010 — 173 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20...

ТАҠМАҠ

ТАҠМАҠ, бейеү йыры; башҡ. муз.-шиғри фольклор жанры. Т. тәүге яҙмаһы 19 б. аҙ. С.Г.Рыбаков тарафынан яҙып алына (өлгөләре “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында бирелгән), фонографҡа 1929—31 йй. И.В.Салтыков тарафынан яҙыла. Тәүге тапҡыр “Башҡорт халыҡ йырҙары”...

ТАҠМАЗА

ТАҠМАЗА, башҡ. фольклоры жанры, рифмаға һәм ритмға һалынған юмористик характерҙағы әҫәр. Алогизмға ҡоролған шаярыу диалогы, мөрәжәғәт, ғәҙәттән тыш хәл‑ваҡиғалар теҙмәһе, көлкөлө эпизод булып күҙ алдына баҫа: “Һуйыр инем өйрәк, /Ҡунаҡтарым күберәк. /Һуйыр инем ҡаҙ, /Ҡунаҡтарым аҙ. /Һуйыр инем күркә,...

ТАҠАТЫ

ТАҠАТЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Ғафури р‑ндары буйлап Таҡаты й. (Еҙем й. ҡушылдығы) киңлек бүлеменән Айыулы й. (Рәүҙәк й. ҡушылдығы) башына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 20 км, киңлеге 5—6 км, абс. бейеклеге 657 м. Бейеклектәре 485—657 м еткән 5...

ТАЙЫШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ТАЙЫШ, Э т ҡ о л, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 160 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 537 кеше; 1920 — 481; 1939 — 390; 1959 — 394; 1989 — 309; 2002 — 328; 2010 — 343 кеше....

ТАЙЫШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ТАЙЫШ, И ҫ к е Т а й ы ш, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 721 кеше; 1920 — 801; 1939 — 309; 1959 — 281; 1989 — 221; 2002 — 194; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТАЙЫШ ЗАВОДЫ

ТАЙЫШ ЗАВОДЫ, 1741 й. Ҡазан даруғаһының Бүләр улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Тайыш й. (Вятка й. басс.) буйында С.Е.Иноземцев тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Иноземцев, 1751 й. алып И.С. һәм П.Е. Иноземцевтар, 1796 й. — И.И.Иноземцев, 1800 й. — С.И.Иноземцев...