Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАЙЫШ ЗАВОДЫ

ТАЙЫШ ЗАВОДЫ, 1741 й. Ҡазан даруғаһының Бүләр улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Тайыш й. (Вятка й. басс.) буйында С.Е.Иноземцев тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Иноземцев, 1751 й. алып И.С. һәм П.Е. Иноземцевтар, 1796 й. — И.И.Иноземцев, 1800 й. — С.И.Иноземцев...

ТАЙТОЯҠ

ТАЙТОЯҠ (Asarum), алма үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 60, башҡа мәғлүмәттәр б‑са 100‑гә тиклем төрө бар, Евразия һәм Төньяҡ Америка урмандарында таралған. Башҡортостанда европа Т. үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 5— 10 см, тамырһабағы йәйелеүсән тармаҡлы. Һабағы түшәлеүсән, ҡыҫҡа, 2—3...

ТАЙСИНОВ Солтан Нурғәле улы

ТАЙСИНОВ Солтан Нурғәле улы [27.11.1906, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Гәйнәямаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 3.9.1982, Өфө], агроном‑тупраҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (1948), проф. (1949). РСФСР‑ҙың (1968), БАССР‑ҙың (1951) атҡ. фән эшмәкәре. Һамар а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) шунда уҡ эшләй. 1933—82 йй. БАХИ‑ла:...

ТАЙСИНОВ Марат Ғәли улы

ТАЙСИНОВ Марат Ғәли улы [10.1. 1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Гәйнәямаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны)], педагог. Пед. ф. д‑ры (1986), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) Миәкә р‑нының Яңы Омельники...

ТАЙСИН Вафир Нурислам улы

ТАЙСИН Вафир Нурислам улы [6.8. 1927, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Амангилде а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 10.1.1995, Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). 1943 й. алып Әбйәлил р‑нында эшләй: Әлмөхәмәт МТС‑ы тракторсыһы, 1949 й. башлап трактор бригадаһы бригадиры, 1957 й. — трактор-баҫыусылыҡ...

ТАЙНАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Тайнаша/с үҙәге

ТАЙНАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Тайнаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 82 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1301 кеше; 1920 — 1004; 1939 — 904; 1959 — 622; 1989 — 584; 2002 — 557; 2010 — 487 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ТАЙМЫРҘА, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ТАЙМЫРҘА, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Таймырҙа а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 106 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1138 кеше; 1920 — 1125; 1939 — 1089; 1959 — 874; 1989 — 536; 2002 — 571; 2010 — 661 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

ТАЙМЫЙ, Салауат р‑нындағы ауыл

ТАЙМЫЙ, А т а у, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 49 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 78 км алыҫлыҡта Атау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2566 кеше; 1920 — 2434; 1939 — 1736; 1959 — 1228; 1989 — 666; 2002 — 706; 2010 —...

ТАЙМАҪ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ТАЙМАҪ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Таймаҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 33 км һәм Күмертау т. юл ст. Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 933 кеше; 1920 — 966; 1939 — 920; 1959 — 676; 1989 — 409; 2002 — 297; 2010 — 313 кеше....

ТАЙМАҪ ШӘИМОВ

ТАЙМАҪ ШӘИМОВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһының Ҡара-Табын улусы башҡорто. Тархан, батыр. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1731—32 йй. А.И.Тәвкилев илселеге составында Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе йөҙөндә булған, төньяҡ ҡаҙаҡтарҙың Рәсәй подданныйлығын алыуына булышлыҡ иткән....

ТАЙМАҪ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ

ТАЙМАҪ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ, Көйөргәҙе р‑ны Яңы Таймаҫ а. урынлашҡан. 18 б. аҙ. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1923 й. — башланғыс мәктәп, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1938 й. — урта мәктәп, 2010 й. хәҙ. статусын ала. 2001 й. Р.Ғ.Солтангәрәев исеме бирелә....

ТАЙҠАШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ТАЙҠАШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яугилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 39 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 80 км алыҫлыҡта Тайҡаш күле (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 530 кеше; 1920 — 1341; 1939 — 1101; 1959 — 955; 1989 — 638; 2002 — 565; 2010 — 547 кеше....

ТАЙГАНОВ Артём Сергеевич

ТАЙГАНОВ Артём Сергеевич (26.1. 1985, Нефтекама ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2004). 20‑се ДЮСШ (Өфө) тәрбиәләнеүсеһе, 2004 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры И.С.Романов). Күреү б‑са инвалидтар араһында 800 м йүгереүҙә донъя чемпионаттарының...

ТАЖЪЯПРАҠ

ТАЖЪЯПРАҠ, б р а х и а к т и с (Brachyactis), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда керпек Т. үҫә. Ҡаты ҡылдар м‑н ҡапланған бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, төбөнән алып тармаҡлана (ботаҡтары ябай, ҡыҫҡа), ҡуйы япраҡлы, бейеклеге...

ТАЖУРИЗИНА Зөлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы

ТАЖУРИЗИНА Зөлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы (26.6.1932, Түбәнге Новгород крайы Красная Горка а. — 10.3.2022, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1995). МДУ‑ны тамамлаған (1955). 1956 й. алып Таулы Алтай педагогия институтында, 1958 й. — 3‑сө Стәрлетамаҡ киске (сменалы) эшсе йәштәр...

ТАЖИ Мөхитдин Язар улы

 ТАЖИ (Тажитдинов) Мөхитдин Язар улы [3.4.1906, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Кәртәле а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 11.8.1991, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). 1929—33 йй. “Башҡурдистан” (ҡара: “Башҡортостан”) гәз., 1936—38 йй. һәм 1950—53 йй. ТТӘИ, 1939 й. алып БАССР ХКС эргәһендәге Сәнғәт...

ТАЖЕТДИН (Тажетдинов) Тәлғәт Сафа улы

ТАЖЕТДИН (Тажетдинов) Тәлғәт Сафа улы (12.10.1948, Ҡазан ҡ.), дин әһеле, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе (1980 й. алып), Шәйех-әл-ислам (1990 й. алып), Рәсәйҙең Баш мөфтөйө (1992 й. алып). Мир‑Араб мәҙрәсәһен (Бохара ҡ., 1973), Әл-Әзһәр университетын (Ҡаһирә ҡ., 1978) тамамлаған. 1973...

ТАЖДАРОВА Нәғимә Әхмәҙулла ҡыҙы

ТАЖДАРОВА (Әхмәҙуллина) Нәғимә Әхмәҙулла ҡыҙы (25.5.1888, Ҡазан губ. Утар-Аты а. — 16.3.1947, Ҡазан), актриса. РСФСР‑ҙың атҡ. (1940), ТАССР‑ҙың халыҡ (1939) артисы. 1915 й. алып “Сәйяр” труппаһы, Граждандар һуғышы йылдарында фронт бригадалары, 1922 й. башлап Үрнәк татар‑башҡорт театры, 1926 й. — Татар...

ТАҘТҮБӘ, Дыуан р‑нындағы ауыл

ТАҘТҮБӘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Вознесенка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 4639 кеше; 1920 — 2785; 1939 — 1692; 1959 — 1636; 1989 — 1234; 2002 — 1259; 2010 — 1148 кеше. Урыҫтар...

ТАҘТҮБӘ

ТАҘТҮБӘ, О л о Т а ҙ т ү б ә, ҡалдыҡ тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Дыуан р‑ны Таҙтүбә һәм Вознесенка аа. араһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 403,7 м. Формаһы көмбәҙ рәүешендә, түбәһе яҫы. Һаҡмар ярусының таҙтүбә горизонты стратотибынан торған тоҡомдарҙан ғибәрәт. Т. иртә пермгә ҡараған Урал алды диңгеҙ...