Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТҮБӘ УРТА МӘКТӘБЕ

ТҮБӘ УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1923 й. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1931 й. алып 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. — 2‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1938 й. — 2‑се урта мәктәп, 1976 й. башлап 1‑се урта мәктәп м‑н берләштерелгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. Компьютер...

ТҮБӘ РУДНИГЫ

ТҮБӘ РУДНИГЫ, һибелмә ятҡылыҡтарҙан, алтынлы окисланған мәғдәндәрҙән алтын табыу һәм уны эшкәртеү б‑са пр‑тие. Ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү 1916 й. башлана (ҡара: Таналыҡ-Баймаҡ алтын приискылары). 1933 й. “Башзолото” тресы составында Байҡара һәм Түбә мәғдән идаралыҡтары ойошторола (1953—58 йй. “Южуралзолото”...

ТҮБӘ

ТҮБӘ, т ү п ә, т ө б ә к, 1) ырыу, ырыу бүленеше йәки башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошонда ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмө. 2) Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ төбәктәрендә — ырыу йәки араның таралып ултырыу терр‑яһы; башҡорт улусының бер өлөшө. “Түбә” төшөнсәһе байтаҡ төрки халыҡтарҙа таралған....

ТУШҠЫР, Балтас р‑нындағы ауыл

ТУШҠЫР, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Тушҡыр й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1533 кеше; 1920 — 1675; 1939 — 1447; 1959 — 882; 1989 — 638; 2002 — 522; 2010 — 436...

ТУШҠЫР МӘСЕТЕ

ТУШҠЫР МӘСЕТЕ, Себер даруғаһы Танып улусы Тушҡыр а. (хәҙ. БР‑ҙың Балтас р‑ны) 17 б. аҙ. төҙөлгән, тип фараз ителә, 1805 й. алып беренсе йәмиғ мәсете. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет ағастан, бер ҡатлы, тура дүртмөйөш рәүешендә, төньяғынан күтәрмәле һәм көньяҡтан михраблы (намаҙ...

ТУЧКЕВИЧ Владимир Максимович

ТУЧКЕВИЧ Владимир Максимович (16.12.1904, Австро‑Венгрия, Яноуцы а. — 25.7.1997, С.‑Петербург), физик. СССР ФА акад. (1970). Соц. Хеҙмәт Геройы (1984). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1966). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1919). Киев ун‑тын тамамлағандан...

ТУХАЧЕВСКИЙ Михаил Николаевич

ТУХАЧЕВСКИЙ Михаил Николаевич (4.2.1893, Смоленск губ. Следнево а. — 12.6.1937, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Маршалы (1935). Дворян. Беренсе донъя, Граждандар һәм 1920 й. совет‑поляк һуғыштарында ҡатнашыусы. Александр хәрби уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1914), рус армияһында хеҙмәт итә....

ТУФАН Хәсән Фәхри улы

ТУФАН Хәсән Фәхри улы (27.11. 1900, Ҡазан губ. Иҫке Кирәмәт а. — 10.6.1981, Ҡазан), шағир. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1914—18). “Йырҙар, шиғырҙар” (1958), “Дауыллы йылдар лирикаһы” (1970), “Лирика” (1980; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Шиғриәтенә юғары гражданлыҡ, яңғырау...

ТУФ

ТУФ (итал. tufo), вулкан урғылыуының ҡаты продукттарынан (көл, лапилли, бомбалар, тау тоҡомдарының һыныҡтары) һәм цементтан торған тау тоҡомо. Т. һыныҡтар тигеҙһеҙ һәм сортланмаған, цемент — ваҡ бөртөклө вулкан материалы, балсыҡлы һәм ташлы матдә. Т. вулкан‑кластик материалдар күләме 90%‑тан ашыу тәшкил...

ТУТАҒАС, Балтас р‑нындағы ауыл

ТУТАҒАС, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Һикеяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Тутағас күле (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 612; 1939 — 670; 1959 — 660; 1989 — 379; 2002 — 364; 2010 — 308 кеше....

ТУТ БӘШМӘКТӘРЕ

ТУТ БӘШМӘКТӘРЕ (Uredinales), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр рәте. Яҡынса 5 мең төрө билдәле, бөтә ерҙә лә таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең облигат паразиттары (тере күҙәнәктәрҙең эслеге м‑н туҡлана): бер (спора осороуҙың бөтә формалары ла...

ТУТ

ТУТ, үҫемлектәрҙең тут бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуы. Вегетатив ағзаларҙа ҡыҙғылт көрән пустулалар барлыҡҡа килә, эпидермис тишелгән осраҡта уларҙан бәшмәк споралары ҡойола. Иген, техник культуралар, ҡырағай үләндәр, ағас һәм ҡыуаҡтар зарарлана. Ауырыу үҫемлектәрҙең матдәләр алмашыныуы боҙола,...

ТУҪНАҠТАР

ТУҪНАҠТАР, башҡ. йәмғиәтенең социаль структураһында бойондороҡло халыҡ категорияһы. Оҙаҡҡа йәки ғүмерлеккә башҡ. байҙарының (йышыраҡ игенселек үҫешкән төбәктәрҙә; ҡара: Игенселек), йәки ҡалала йәшәгән урыҫтарҙың ҡул аҫтына эләккән аҫабабашҡорттар Т. булып киткән. Т. үҙ хужалығы булмағанға күрә яһаҡ...

ТУСЫБАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

ТУСЫБАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Тусыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 22 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 90 км алыҫлыҡта Шурпанғош й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 881 кеше; 1920 — 1019; 1939 — 862; 1959 — 778; 1989 — 467; 2002 — 464; 2010 — 381 кеше....

ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич

ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич (27.10.1918, Вятка губернаһы Белогорье а. — 24.12.1986, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Дүртөйлө ҡсб, хәҙер Дүртөйлө ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. 1941 й. Иран походында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. 1940 й. башлап...

ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич

ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич (27.10.1918, Вятка губернаһы Белогорье а. — 24.12.1986, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Дүртөйлө ҡсб, хәҙер Дүртөйлө ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. 1941 й. Иран походында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. 1940 й. башлап...

ТУРТЫҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ТУРТЫҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Вояҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Вояҙы й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 727 кеше; 1939 — 623; 1959 — 563; 1989 — 169; 2002 — 125; 2010 — 84 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ТУРОВЦЕВ Михаил Михайлович

ТУРОВЦЕВ Михаил Михайлович (29.6.1905, Тамбов губ. Козлов ҡ. — 29.1.1965, Өфө), тупраҡ белгесе. А.х. ф. канд. (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1951). 1933 й. алып Башҡ‑н тупраҡ-ботаника бюроһында (Өфө) эшләй. 1937 й. башлап Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү тәж. станцияһында:...

ТУРНЕЙ ЯРУСЫ

ТУРНЕЙ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Фамен ярусында ята, визе ярусы м‑н ҡаплана. 19 б. 60‑сы йй. Бельгияла айырып күрһәтелә, исеме Турне ҡ. алынған. БР‑ҙың платформалы өлөшөндә һәм Уралдың көнбайыш битләүендә (бында турней быуатында Кама‑Кинәле бөгөлдәре системаһы үҫеше ултырма тоҡомдар...

ТУРМАЛИН

ТУРМАЛИН (нем. Turmalin), ҡулсалы силикаттар ярым класы минералы, XY3Z6[Si6O18][BO3]3(OH,F)1+3, унда X — Na, Ca, K; Y — Mg, Fe2+, Mn, Li, Al; Z — Al, Mg, Fe3+. Сикле компоненттары булған изоморф рәттәре хас: шерл (Y — Fe2+), дравит (Y — Mg), эльбаит (Y — Li, Al) һ.б. Кристалдары призма формаһында, сферик...