Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УМАРТАСЫЛЫҠ СТАНЦИЯҺЫ

УМАРТАСЫЛЫҠ СТАНЦИЯҺЫ, ДУАХП. Башҡорт бал ҡортон һаҡлау, селекциялау һәм үрсетеү, интенсив технологиялар булдыру һәм умартасылыҡ продукцияһын етештереү б‑са эштәр башҡара. 1930 й. Йоматау а.х. техникумы (ҡара: Йоматау аграр техникумы) базаһында Башҡ‑н зона умарт‑ҡ тәж. ст. булараҡ ойошторола, 1933 й....

УМАРТАСЫЛЫҠ СОВХОЗЫ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

УМАРТАСЫЛЫҠ СОВХОЗЫ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Красноусол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 10 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 210 кеше; 1989 — 138; 2002 — 162; 2010 — 169 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар....

УМАРТАСЫЛЫҠ

УМАРТАСЫЛЫҠ, бал ҡорттарын бал, бал ҡорто балауыҙы һ.б. продукттар (бал ҡорто ағыуы, инә ҡорт һөтө, прополис һ.б.) алыу, ш. уҡ энтомофиль а.х. культураларын һеркәләндереү өсөн үрсетеү; малсылыҡ тармағы. У. үҫешендә бер нисә этап айырыла: ҡырағай У. (бал һәм балауыҙ алыу), солоҡ У. (ҡара: Солоҡсолоҡ),...

УЛЬЯНОВ Пётр Васильевич

УЛЬЯНОВ Пётр Васильевич (2.6. 1952, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка ҡсб), тренер. Самбо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (1993), дзюдо б‑са бөтә Рәсәй категориялы судья (1997) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1974). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1998). РФ‑тың физик культура...

УЛЬЯНОВ Илья Кузьмич

УЛЬЯНОВ Илья Кузьмич (28.7.1931, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Кожай‑Андреев а.), хужалыҡ эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1985). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Медногорск баҡыр‑көкөрт комб‑тының (Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а.) ярҙамсы хужалығында, 1955 й. алып БАССР‑ҙың А.х. министрлығында...

УЛЬЯНОВ Илья Иванович

УЛЬЯНОВ Илья Иванович (яҡынса 1744 й. — 1775, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ., хәҙ. Палдиски ҡ., Эстония), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казагы. 1773 й. нояб. аҙ. Пугачёв тарафынан артиллерия орудиелары һәм боеприпастар етештереү һәм ебәреүҙе ойошторор өсөн...

УЛЬТРАТАУЫШ ТЕХНИКАҺЫ

УЛЬТРАТАУЫШ ТЕХНИКАҺЫ, ультратауыш тулҡындарын (18 кГц алып 1 ГГц тиклем йышлыҡтағы ҡайталыусан тирбәлеүҙәр) генерациялау, тапшырыу, ҡабул итеү һәм эшкәртеү өсөн ҡоролмалар һәм приборҙар. У.т. объектҡа йоғонто яһауының схемаһы (туранан‑тура, технологик мөхит аша, ҡатнаш юл м‑н), конструкцияһы (автоматлаштырылған...

УЛЬТРАТАУЫШ ДИАГНОСТИКАҺЫ

УЛЬТРАТАУЫШ ДИАГНОСТИКАҺЫ, организмды ультратауыш техникаһы ҡулланып тикшереү. Анатомик дефекттарҙы, ят есемдәрҙе, шештәрҙе, травмаларҙы һ.б. асыҡлай. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы (бауыр, үт ҡыуығы, ашҡаҙан аҫты биҙе һ.б.), кесе янбаш (аналыҡ, түллек) ағзалары, ҡалҡан биҙе, һөт биҙҙәре, яралғы һ.б. төр У.д. айырыла....

УЛУС, 11 б. — 20 б. башында Рәсәйҙә адм.‑терр. берәмек

УЛУС, 11 б. — 20 б. башында Рәсәйҙә адм.‑терр. берәмек; ауыл халҡының үҙ‑ара ойошоу формаһы. 13—16 бб. У. дәүләт, батша һарайы, баяр, монастырь биләмәләрендә булған. Реформалар (19 б. 60—80‑се йй.) ваҡытында һәр У. улус идаралары, улус судтары һәм улус сходтары булдырылған. Башҡортостанда У. Рәсәйгә...

УЛУС СХОДЫ

УЛУС СХОДЫ, Рәсәйҙә улустарҙағы крәҫтиәндәр идараһының бойороҡ биргән органы (ҡара: Урындағы үҙидара). 1861 й. 19 февр. “Крепостной бойондороҡлоҡтан сыҡҡан крәҫтиәндәр тураһында дөйөм положение”ға ярашлы (тәүҙә 1797 й. — удел крәҫтиәндәре, 1838 й. дәүләт крәҫтиәндәре м‑н идара итеү өсөн индерелгән)...

УЛУС СУДЫ

УЛУС СУДЫ, 1861—1917 йй. Рәсәйҙә крәҫтиән суды органы. Башҡортостанда “Башҡорттар тураһында положение”ға ярашлы булдырылған. “Улус суды тураһында ваҡытлы ҡағиҙәләр”гә ярашлы 1889 й. һәм 1912 й. үҙгәртелгән. Улус сходы тарафынан 4—12 судья 1 йылға һайлап ҡуйылған (1889 й. башлап 3 йылға). У.с. ағзалары...

УЛУС ИДАРАҺЫ

УЛУС ИДАРАҺЫ, Рәсәйҙә улустарҙа крәҫтиән идаралығының башҡарма органы (ҡара: Урындағы үҙидара). 1861 й. 19 февр. “Крепостной бойондороҡлоҡтан сыҡҡан крәҫтиәндәр тураһында дөйөм положение”ға ярашлы (тәүҙә 1797 й. — удел крәҫтиәндәре, 1838 й. дәүләт крәҫтиәндәре м‑н идара итеү өсөн индерелгән), Крәҫтиән...

УЛУС

УЛУС, Монгол империяһы, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы һ.б. дәүләттәр составында адм.‑терр. берәмек. У. башында улусбәк йәки әмир торған. Башҡортостан Монгол империяһына ингән осорҙа уның терр‑яһы Жуси У.; Алтын Урҙала — Батый хан У. (Волга й. алып Яйыҡ й. тиклем) һәм Шәүбән хан У. (Яйыҡтан...

УЛТЫРТЫЛҒАН ЙЫРЫН‑ҺЫҘА АҒАСТАРЫ

УЛТЫРТЫЛҒАН ЙЫРЫН‑ҺЫҘА АҒАСТАРЫ, эрозия процестарының артабанғы үҫешенә юл ҡуймау өсөн булдырылған һаҡлағыс урман ағастары. У.й.‑һ.а. тупраҡты нығыта, уның йыуылыуына юл ҡуймай, ҡар иреүҙе һәм ер өҫтө аҡмаһын көйләй, йырындарҙың үҫемлектәр м‑н тәбиғи ҡапланыуына һәм файҙаланылмаған ерҙәрҙе хужалыҡ әйләнешенә...

УЛТЫРМАЛАР

УЛТЫРМАЛАР (геол.), боронғо ултырма ҡатламдар (тау тоҡомдары) һәм хәҙ. кәүшәк ултырма тоҡомдар. Термин тоҡомдар комплексының стратиграфияһын йәки йәшен билдәләү (мәҫ., өфө ярусы У.), уларҙа булған файҙалы ҡаҙылмаларҙы теркәү (нефтле, күмерле У.), барлыҡҡа килеү ысулын (аллювиаль, күл, ел У.) күрһәтеү...

УЛТЫРМА

УЛТЫРМА, к и с у л т ы р ы у, башҡорттарҙа йәш ҡыҙ һәм ҡатындарҙың бергә йыйылып күмәкләп эш эшләү һәм ял итеү өсөн үткәргән традицион йолаһы. У., ғәҙәттә, эш көндәрендә берәй ҡатындың (яңғыҙ йәки ире өйҙә булмағанда) өйөндә ҡул эше м‑н шөғөлләнеү (ҡара: Сигеү, Бәйләү), традицион йыһаз кәрәк‑ярағы эшләү,...

УЛТЫРАҠ ТОРМОШ

УЛТЫРАҠ ТОРМОШ, хужалыҡ итеү (башлыса игенселек) йәки етештереү (һөнәрселек) барышында оҙаҡ ваҡыт йәшәү урынын алмаштырмай бер терр‑яла йәшәгән халыҡтың йәшәү рәүеше. Кешенең төрлө тәбиғәт шарттарында таралып ултырыуы һәм ҙур терр‑яларҙы үҙләштереүе төрлө күсеп йөрөү м‑н үҫешкән хужалыҡ‑мәҙәни типтар...

УЛОЖЕННЫЙ КОМИССИЯ

УЛОЖЕННЫЙ КОМИССИЯ, Я ң ы У л о ж е н и е п р о е к т ы н т ө ҙ ө ү к о м и с с и я һ ы, Собор уложениеһы сыҡҡандан һуң ғәмәлгә ингән Рәсәй империяһы ҡанундарын кодификациялау өсөн 1767—69 йй. булған Юғары Сенат ҡарамағындағы учреждение. Императрица Екатерина II 1766 й. 14 дек. манифесы м‑н булдырыла....

УЛОЖЕННЫЙ КОМИССИЯ

УЛОЖЕННЫЙ КОМИССИЯ, Я ң ы У л о ж е н и е п р о е к т ы н т ө ҙ ө ү к о м и с с и я һ ы, Собор уложениеһы сыҡҡандан һуң ғәмәлгә ингән Рәсәй империяһы ҡанундарын кодификациялау өсөн 1767—69 йй. булған Юғары Сенат ҡарамағындағы учреждение. Императрица Екатерина II 1766 й. 14 дек. манифесы м‑н булдырыла....

УЛИЦКАЯ Людмила Евгеньевна

УЛИЦКАЯ Людмила Евгеньевна (21.2.1943, Дәүләкән ҡ.), яҙыусы, сценарист. МДУ‑ны тамамлаған (1967). 1960—62 йй. СССР Мед. ФА‑ның Педиатрия ин‑тында, 1967—69 йй. СССР ФА‑ның Дөйөм генетика ин‑тында (икеһе лә — Мәскәү) эшләй. У. ижады донъяға үҙенсәлекле ҡарашы, кеше тәбиғәтен нескә тасуирлауы м‑н айырылып...