Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УРЫҪТАР

УРЫҪТАР (үҙ атамаһы русские), халыҡ, Рәсәйҙең төп халҡы. У. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 145 155 мең, РСФСР‑ҙа — 119 865 мең; 2002 й. РФ‑та — 115 869 мең кеше тәшкил итә. БАССР‑ҙа 1989 й. У. һаны 1548,3 мең; БР‑ҙа 2002 й. 1490,7 мең кеше була. Республиканың бөтә ҡалаларында йәшәйҙәр, Белорет, Благовещенск,...

УРЫҪ‑БАШҠОРТ ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

УРЫҪ‑БАШҠОРТ ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә 19 б. 60‑сы йй. — 1918 й. башҡорт балалары өсөн башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу учреждениелары (ҡара: Башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр). Башҡорттар тупланып йәшәгән торама пункттарҙа (Өфө, Ырымбур, Пермь, Ҡазан, Вятка һ.б. губерналар) таралыу ала. Бер класлы уч‑щеларҙың...

УРЫҪ‑БАЙБАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл

УРЫҪ‑БАЙБАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Камай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 136 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 247 кеше; 1920 — 449; 1939 — 507; 1959 — 228; 1989 — 73; 2002 — 111; 2010 — 107 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға 1699...

УРЫҪ ЮРТАҠ ТОҠОМО

УРЫҪ ЮРТАҠ ТОҠОМО, еңел аттар тоҡомо. Тоҡом эсендә еген (ҙур) һәм спорт (уртаса) төрҙәре бар. 19 б. аҙ. — 20 б. 1‑се ярт. Рәсәйҙә Орлов юртаҡ тоҡомо бейәләрен Америка юртаҡ тоҡомо айғырҙары м‑н ҡасырып сығарыла, ҡатнаш тоҡомдар “үҙ эсендә” үрсетелә, ш. уҡ Орлов юртаҡ тоҡомо һәм Америка юртағы айғырҙары...

УРЫҪ ЮРМАШ, Өфө р‑нындағы ауыл

УРЫҪ‑ЮРМАШ, Өфө р‑нындағы ауыл, Урыҫ‑Юрмаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 31 км һәм Юрмаш т. юл ст. Көнс. табан 2 км алыҫлыҡта Юрмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 797 кеше; 1920 — 1168; 1939 — 991; 1959 — 868; 1989 — 798; 2002 — 1120; 2010 — 1198 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

УРЫҪ ШВЕЙЦАРИЯҺЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы

УРЫҪ ШВЕЙЦАРИЯҺЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2010). Бәләбәй р‑нының Урыҫ Швейцарияһы, Үтәй, Глуховской шифаханаһы аа. һәм Глуховская т. юл ст. араһында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 550 га. Ҡазан ярусы тоҡомдарынан (балсыҡ, эзбизташ һ.б.) һалынған үҙәндәр һәм Швейцарий,...

УРЫҪ ШВЕЙЦАРИЯҺЫ, Бәләбәй р-нындағы ауыл

УРЫҪ ШВЕЙЦАРИЯҺЫ, Бәләбәй р-нындағы ауыл, Максим Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнc. 26 км һәм Глуховская т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 139 кеше; 1959 — 187; 1989 — 228; 2002 — 238; 2002 — 225 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға...

УРЫҪ ҺАҪЫҠКҮЛЕ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

УРЫҪ ҺАҪЫҠКҮЛЕ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 889 кеше; 1920 — 989; 1939 — 1225; 1959 — 838; 1989 — 397; 2002 — 395; 2010 — 338 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс...

УРЫҪ ФОЛЬКЛОРЫ

УРЫҪ ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы урыҫтары фольклорына тотош Рәсәй традицион урыҫ халыҡ ижады үҙенсәлектәре хас. Урыҫ халҡынан йыйылған материалдарҙың бер өлөшөн ысынбарлыҡты төрлө яҡтан һәм тәрән сағылдырған әкиәттәр тәшкил итә (тылсымлы, көнкүреш һ.б.). У.ф. Башҡортостандың төрлө геогр. объекттары...

УРЫҪ ФИЛОСОФИЯҺЫ

УРЫҪ ФИЛОСОФИЯҺЫ, донъя философияһының тарихи, йөкмәтке һәм идея үҙенсәлеген тәшкил иткән бер өлөшө. У.ф. 11 б. барлыҡҡа килә һәм христиан дине (ҡара: Христианлыҡ) ҡабул итеүгә бәйле. 19 б. классик У.ф. формалаша. Уға антропоцентризм, онтологизм, тарихилыҡ, философик фекерҙе үҙенсәлекле итеп белдереү...

УРЫҪ ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР

УРЫҪ ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР. Башҡорттарҙың урыҫтар м‑н оҙайлы бәйләнеше һөҙөмтәһендә башҡорт теленә үтеп ингән. Урыҫ теленән иртә, башҡ. әҙәби теле формалашҡанға тиклемге, һәм һуң үҙләштерелгән һүҙҙәргә бүленә. Иртә У.т.ү.һ. башҡ. теленең орфоэпия нормаларына буйһона: урыҫ һүҙҙәре протеза (урыҫса...

УРЫҪ ТЕЛЕ

УРЫҪ ТЕЛЕ, славян телдәренең береһе (көнсығыш славян төркөмсәһе). РФ‑тың, Белоруссияның дәүләт теле; Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың рәсми теле; БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Европаның һәм Азияның башҡа илдәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 250 млн ашыу кеше (1990); БР‑ҙа — 3,9 млн ашыу...

УРЫҪ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ

УРЫҪ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, р у с и с т и к а, урыҫ теле, уның системалары йыйылмаһы, тарихы, хәҙ. торошо һәм йәшәүе, башҡа телдәр м‑н үҙ-ара бәйләнеше һ.б. т‑дағы фән. Башҡортостанда У.т.ғ. сығанаҡтары 20 б. 40‑сы йй. аҙ. барып тоташа, был ваҡытта урыҫ теле б‑са тикшеренеүҙәр башлыса ғәмәли йүнәлешле була:...

УРЫҪ ПРАВОСЛАВИЕ СИРКӘҮЕ

УРЫҪ ПРАВОСЛАВИЕ СИРКӘҮЕ, М ә с к ә ү п а т р и а р х а т ы, Поместный автокефаль сиркәүе. Рәсәйҙә христианлыҡ ҡабул ителгәндән һуң Константинополь Православие сиркәүе митрополияһы булараҡ ойошторола, 1448 й. алып автокефаль, 1589 й. – патриарх идараһы. 17 б. 2‑се ярт. У.п.с. бүленә (ҡара: Старообрядсылыҡ)....

УРЫҪ ЛАПТАҺЫ

УРЫҪ ЛАПТАҺЫ, спорт төрө, туп һәм бита м‑н халыҡ команда уйыны. Уйындың маҡсаты — уйынса юғарыға ырғыткан тупты бита м‑н ҡаршы яҡҡа булдыра алған тиклем алыҫыраҡ һуғып, ҡаршы яҡҡа йүгерергә, ҡаршы яҡтар тупты тотоп йүгереүсегә тейҙерергә тейеш. Уңышлы йүгереп килгән өсөн командаға мәрәй өҫтәлә. Тейешле...

УРЫҪ ЙӨК ТОҠОМО

УРЫҪ ЙӨК ТОҠОМО а т т а р ы. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Рәсәйҙә урындағы еген аттарын Бельгия ардендары һ.б. йөк тоҡомдары м‑н ҡасырып сығарылған. Эре булмаған, килешле төҙөлөшө, ныҡлы һөйәкле һәм яҡшы үсешкән мускулатуралы хайуан. Маңлайы киң. Муйыны ҡыҫҡа, мускуллы, мундаһы тәпәш һәм киң, арҡаһы һәм...

УРЫҪ ДРАМА ТЕАТРЫ

УРЫҪ ДРАМА ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1861 й. башлап төрлө антрепризаларҙан һәм һәүәҫкәр труппаларҙан формалаша. 1930 й. алып Өфө урыҫ драма театры, 1939 й. – Урыҫ дәүләт драма театры, 1951 й. – Респ. урыҫ драма театры. 1998 й. акад. исеме бирелә, 2006 й. БР‑ҙың Урыҫ дәүләт акад. драма театры. У.д.т....

УРЫҪ ДИАЛЕКТОЛОГИЯҺЫ

УРЫҪ ДИАЛЕКТОЛОГИЯҺЫ, урыҫ теленең диалекттарын өйрәнгән урыҫ тел ғилеме бүлеге. У.д. сығанаҡтары 18 б., М.В.Ломоносов хеҙмәттәренә барып тоташа, ул мәскәү, төньяҡ һәм бәләкәй урыҫ диалекттарын айырып күрһәтә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге терр‑яһында урыҫ теленең диалекттарын фәнни нигеҙҙә айырымлап күрһәтеү...

УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕ

УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕ. Башҡортостандың У.ә. 19 б. алып үҫешә башлай. 1812 й. Т.С.Беляевтың “Ҡуҙыйкүрпәс, бер ҡурайсы тарафынан башҡорт телендә яҙылған һәм 1809 йылда Рифей тауҙары үҙәндәрендә урыҫ теленә тәржемә ителгән башҡорт повесы” (“Куз‑Курпяч, башкирская повесть, писанная одним курайчем и переведённая...

УРЫНДАҒЫ ҮҘИДАРА

УРЫНДАҒЫ ҮҘИДАРА, адм.‑терр. берәмектәр халҡының дәүләт тарафынан бирелгән хоҡуҡтарға ярашлы үҙ аллы йәки һайланма органдар аша идара итеү системаһы. Башҡорттарҙа ҡәбилә йәки ырыу эсендә үҙидара бейҙәр, тархандар, аҡһаҡалдар ҡулында булған. Улар йыйын һәм ҡоролтай ҡарарҙарына таянып эш иткән, ижт. мөнәсәбәттәр...