Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХЛОРАМИНДАР

ХЛОРАМИНДАР, молекулаларында N—Cl бәйләнеше булған берләшмәләр. Улар эсенә аммиактың(дөйөм формулаһы NH3-xClx, бында x=1—3; органик булмаған Х.), аминдарҙың(RNHCl йәки RNCl2, бында R – органик ҡалдыҡ; органик Х.), карбон һәм сульфокислоталар амидтарының (дөйөм формулалары ярашлы рәүештә RCONHCl , RSONHCl...

ХЛОР

ХЛОР (Chlorum), Сl, Д.И.Менделеев периодик системаһының VII төркөм химик элементы, галогендарға ҡарай. 2 тотороҡло һәм 7 радиоактив изотобы бар. Минералдар (галит, карналлит, сильвин, сильвинит, бишофит һ.б.), метеориттарҙағы тимер хлориды, Донъя океанында һәм ер аҫты тоҙло һыуҙарында хлорид-ион рәүешендә,...

ХЛОПИН Иван Никитович

ХЛОПИН Иван Никитович [3.12. 1929, БАССР-ҙың Өфө кантоны Түб. Ләмәҙ а. (БР-ҙың Иглин р-ны) — 28.2.2013, Үрге Өпәле ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1951 й. алып Үрге Өпәле ҡ. эшләй: 1954 й. башлап Өпәле никель комб-тында шахта мейестәренә тейәүсе, 1961—80 йй. звено етәксеһе. Х. етәкс. 8-се биш йыллыҡ...

ХЛЁСТКИН Рудольф Николаевич

ХЛЁСТКИН Рудольф Николаевич [27.6.1939, БАССР-ҙың Воскресенск р-ны ш. уҡ исемле а. (БР-ҙың Мәләүез р-ны) — 19.4.2011, Өфө], химик-технолог. Техник ф. д-ры (1983), проф. (1984). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте...

ХЛЁСКИН Николай Артемьевич

ХЛЁСКИН Николай Артемьевич (1891, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Богоявленск а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол а. — 9.8.1960, Өфө), химик. 1911—19 йй. Мәскәү юғары техник уч‑щеһында уҡыған. 1915—17 йй. Рәсәй Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтендә (Мәскәү) противогаздар етештереү оҫтаханалары һәм складтары мөдире,...

ХЛЕБОДАРОВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл

ХЛЕБОДАРОВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл, Александровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мә­ләүез т. юл ст. Т.-Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта Үсҡаныш й. (Нөгөш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 617 кеше; 1920 — 1163; 1939 — 347; 1959 — 808; 1989 — 414; 2002 — 350; 2010 — 253 кеше. Урыҫтар йәшәй...

ХЛЕБОДАРОВКА МӘМЕРЙӘҺЕ

ХЛЕБОДАРОВКА МӘМЕРЙӘҺЕ, П о д а р о ч н ы й. Мәләүез р-ны Хлебодаровка а. көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Баш Алатау һыртының көнбайыш битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Рәшәткә тибындағы лабиринт булдырған төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш, көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш...

ХЛЕБНИКОВА Татьяна Дмитриевна

ХЛЕБНИКОВА Татьяна Дмитриевна (8.1.1961, Өфө), биотехнолог. Химия ф. д-ры (2001), проф. (2010). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй: 2002 й. алып юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү үҙәге дир. урынбаҫары, 2015 й. башлап директоры. Фәнни хеҙмәттәре 1,3-дигетероциклоалкандарҙы синтезлау...

ХЛАМИДИОЗ

ХЛАМИДИОЗ, башлыса бәүел-енес системаһын зарарлаған урогениталь инфекцион ауырыу. Тыуҙырыусылары — Chlamydia заты микроорганизмдары: C. trachomatis, C. pneumoniaе, C. рsittaci. Көнкүрештә тығыҙ аралашыу һәм енси бәйләнеш ваҡытында инфицирланған кешеләрҙән, яралғыға ҡарын эсендә йоға. Ауырыуҙың таралып...

ХЛАДОНДАР, ҡара: Фторорганик берләшмәләр

ХЛАДОНДАР, ҡара: Фторорганик берләшмәләр. 

ХИХЛУХА Лев Васильевич

ХИХЛУХА Лев Васильевич (6.12. 1937, БАССР-ҙың Туймазы р-ны Туймазы эшселәр ҡсб, хәҙ. Туймазы ҡ.), архитектор. Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре акад. тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1994). РСФСР-ҙың (1989) һәм БР-ҙың (1994) атҡ. архитекторы, РФ-тың почётлы төҙөүсеһе (1998) һәм архитекторы (2002). Архитекторҙар...

ХИУА ПОХОДЫ

ХИУА ПОХОДЫ (1839—40), Рәсәйҙең Урта Азияла дәүләт һәм иҡт. мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында рус ғәскәрҙәренең Хиуа ханлығына ҡаршы хәрби хәрәкәттәре. Ырымбур айырым корпусы көстәре тарафынан алып барыла. 1839 й. 14—17 нояб. Ырымбурҙан Хиуаға табан ген.-адъютант В.А. Перовский етәкс. составына 1-се (2 рота),...

ХИТРИДИОМИЦЕТТАР

ХИТРИДИОМИЦЕТТАР (Chytridiomycetes), бәшмәктәр класы. 3 тәртибе (бластокладия, моноблефарида, хитридий һымаҡтар), яҡынса 1000 төрө билдәле, киң таралған. БР-ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Х. төп билдәһе — үҫеш циклында ҡамсыға оҡшаш шыма еп м-н күҙәнәкле стадия­лар (зооспоралар, гаметалар) булыу. Күбеһенсә...

ХИТАП

ХИТАП (ғәр.), халыҡҡа йәки айырым соц. төркөмгә йүнәлтелгән, тормош күренештәренә ижт. һәм әхлаҡи баһа биргән әҙәби жанр, шиғри монолог-мөрәжәғәт. Х. формалашыуына йырау һәм сәсәндәрҙең ижади традициялары йоғонто яһаған. Х. төп үҙенсәлеге – дидактик йүнәлешле бу­лыуы. Йөкмәткеһе һәм функцияһы б-са ҡобайырға...

ХИСМӘТУЛЛИНА Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы

ХИСМӘТУЛЛИНА Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы [24.11.1927, БАССР-ҙың Өфө кантоны Ябалаҡлы а. (БР-ҙың Шишмә р-ны) — 18.2.2004, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). 1945—48 йй. Шишмә р-нының Суҡраҡлы 7 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 60—80-се йй. БАССР МС-ы­ның ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком-ты, “Башҡортостан ҡыҙы”...

ХИСМӘТУЛЛИНА Зөһрә Рәшит ҡыҙы

ХИСМӘТУЛЛИНА Зөһрә Рәшит ҡыҙы (4.5.1964, Ҡаҙаҡ ССР-ының Гранитогорск ҡсб), физиолог. Биология фәндәре докторы (2009). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2016). БДУ-ны тамамлаған (1988), 1982 й. алып (өҙөклөк менән) шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап...

ХИСМӘТУЛЛИНА Зарема Рим ҡыҙы

ХИСМӘТУЛЛИНА Зарема Рим ҡыҙы (13.6.1966, Өфө), дерматовенеролог. Мед. ф. д-ры (2007), проф. (2009). БР-ҙың атҡ. табибы (2013), БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ-ны тамамлаған (1990), 1994 й. алып шунда уҡ эшләй (2008 й. башлап дерматовенерология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге БР-ҙа микотик...

ХИСМӘТУЛЛИН Рәшит Сәғит улы

ХИСМӘТУЛЛИН Рәшит Сәғит улы (7.12.1944, Приморье крайы Себучар станцияһы а.), юрист. Юридикф.д-ры (2002). БР-ҙың атҡ. юрисы (2000). Свердловск юридик ин-тын тамамлаған(1972). 1971 й. алып Стәрлетамаҡ район халыҡ суды судьяһы, 1975 й. – рәйесе. 1980 й. башлап БАССР Юғары суды судьяһы, 1985 й. алып (өҙөклөк...

ХИСМӘТУЛЛИН Мәғәфүр Хисмәтулла улы

ХИСМӘТУЛЛИН Мәғәфүр Хисмәтулла улы [10.1.1915, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Ҡобау а. (БР-ҙың Иглин р-ны) — 5.10.2004, Өфө], йырсы (лирик-драматик тенор), режиссёр. РСФСР-ҙың халыҡ (1965) һәм атҡ. (1955) артисы, БАССР-ҙың халыҡ (1953) һәм атҡ. (1949) артисы. 1931—34 йй. Башҡорт сәнғәт техникумында...

ХИСМӘТУЛЛИН Марат Мәғәфүр улы

ХИСМӘТУЛЛИН Марат Мәғәфүр улы (31.7.1938, БАССР-ҙың Иглин р-ны Яңы Ҡобау а. — 21.2.2018, Өфө), йырсы (баритон), режиссёр. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1991). М.Х.Хисмәтуллиндың улы. Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин-тын (Мәскәү, 1967; Г.Г.Аден класы), ГИТИС-ты (1976; И.М.Туманов курсы) тамамлаған. 1967 й....