Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШӘЙБӘКОВ Риф Нәсибулла улы

ШӘЙБӘКОВ Риф Нәсибулла улы (21.6.1937, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Түб. Тимкә а. — 12.12.2015, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2005). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлаған (Өфө, 1970). 1960 й. алып Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында, 1973 й. башлап һәм 1982 й. — “Уфимкабель” з‑дында, 1974—76...

ШӘЙӘХМӘТОВ Фазулла Зәйнулла улы

ШӘЙӘХМӘТОВ Фазулла Зәйнулла улы [22.4.1929, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ишкен а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 10.11.2002, ш. уҡ р‑ндың Рәсүл а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1941—94 йй. Учалы р‑нының “Коммунар” к‑зында эшләй: 1943—46 йй. тракторсы ярҙамсыһы, 1948 й. алып тракторсы, 1959—89 йй. трактор бригадаһы...

ШӘЙӘХМӘТОВ Өлфәт Шәйхизаман улы

ШӘЙӘХМӘТОВ Өлфәт Шәйхизаман улы (15.4.1956, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Яңы Ҡатай а.), физик. Техник ф. д‑ры (2002), проф. (2003). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 2001 й. алып финанс‑иҡт. эштәре б‑са проректор,...

ШӘЙӘХМӘТОВ Илдар Тимерғасим улы

ШӘЙӘХМӘТОВ Илдар Тимерғасим улы (21.10.1951, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Иҫке Ҡырғыҙ а.), агроном, иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2001). БАХИ‑ны (1978), Свердловск юғары партия мәктәбен (1989) тамамлаған. 1978 й. алып Илеш р‑нында эшләй: “Уңыш” к‑зының баш агрономы, 1980 й. башлап...

ШӘЙӘХМӘТОВ Изғам Фазлыәхмәт улы

ШӘЙӘХМӘТОВ Изғам Фазлыәхмәт улы (8.7.1942, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Шатмантамаҡ а.), биохимик. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Өфөнөң 113‑сө урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1975 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1996 й. башлап БДУ‑ла уҡыта (2002—09...

ШӘЙӘХМӘТОВ Ғиндулла Шириаздан улы

ШӘЙӘХМӘТОВ Ғиндулла Шириаздан улы [15.8.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. РФ мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1992). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын (1953), БДУ‑ны (1961) тамамлаған. 1953 й. алып Ҡурған өлк. Искәндәр, 1957 й. — Ғафури р‑нының...

ШӘЖӘРӘ

ШӘЖӘРӘ (ғәр. шаджара — ағас), төрки, монгол һ.б. халыҡтарҙа ҡәбиләнең, ырыуҙың, ғаиләнең телдән йәки яҙма рәүештә теркәлгән генеалогия тарихы; көнсығыш әҙәбиәттең тарихи‑функциональ жанры. Ш. төҙөү ырыу экзогамияһына бәйле. Башҡорттарҙа номиналь (ырыу башлығынан йәки төҙөүсенән алып ир‑егеттәр яғынан...

ШӘҒӘЛИЕВ Рамаҙан Нурғәли улы

ШӘҒӘЛИЕВ Рамаҙан Нурғәли улы (1.2.1935, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны Мөслим а. — 20.2.2010, Силәбе ҡ.), шағир. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). 1959—95 йй. “Мечел” мәҙәниәт һәм техника һарайының (Силәбе) “Айгөл” татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы етәксеһе....

ШӘҒӘЛЕ ШАҠМАН БЕЙ

ШӘҒӘЛЕ ШАҠМАН БЕЙ, тамъян ҡәбиләһе башлығы. Тамъяндарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтар б‑са, Аҙнай бей, Бикбау бей, Иҫке бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли м‑н бергә көньяҡ‑көнбайыш башҡорттарының Рус дәүләте составына инеү (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы)...

ШӘБАҒЫШ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ШӘБАҒЫШ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Шәбағыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 310; 1989 — 415; 2002 — 530; 2010 — 581 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ШАШКА БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ

ШАШКА БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Ишембай ҡ. урынлашҡан. 1990 й. Профсоюздар спорт йәмғиәтенең Шашка б‑са ДЮСШ булараҡ ойошторола, 2000 й. алып Шашка б‑са респ. балалар һәм үҫмерҙәр олим­пия резервы махсус спорт мәктәбе. Мәктәптә 280‑дән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 12 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008)....

ШАШИН Валентин Дмитриевич

ШАШИН Валентин Дмитриевич (16.6. 1916, Баҡы — 22.3.1977, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1943). 1931 й. алып “Сызраньнефть” тресында токарь; 1932 й. башлап “Ишимбайнефть” тресында: бы­раулау мастеры, отряд нач.; 1942 й. — “Туймазанефть” тресында: быраулау төркөмө...

ШАҺМАНОВ Тәлғәт Ғиндулла улы

ШАҺМАНОВ Тәлғәт Ғиндулла улы (6.5.1959, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Оло Моҡас а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1982) Мәләүез р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1987 й. алып “Совет Башҡортостаны” гәз. хәбәрсеһе, 1990 й. — Мәғарифта милли мәсьәләләр...

ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы

ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы [10.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 29.12.2011, С.‑Петербург], химик. Химия ф. д‑ры (1972), проф. (1974). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989)....

ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы

ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы [10.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ районы) — 29.12.2011, Санкт‑Петербург ҡ.], химик. Химия фәндәре докторы (1972), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ...

ШАҺИМӘРҘӘНОВ Фазыл Вәлиәхмәт улы

ШАҺИМӘРҘӘНОВ Фазыл Вәлиәхмәт улы [1906, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 3.8.1968, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. ВКП(б) ҮК эргәһендәге Партия ойоштороусылары юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1937). 1928 й. алып ВКП(б)‑ның Мәсәғүт кантон ком‑ты инструкторы, ойоштороу...

ШАҺИӘХМӘТОВА Светлана Георгиевна

ШАҺИӘХМӘТОВА Светлана Георгиевна (8.8.1939, Өфө), композитор, педагог. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2011), БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1977). Композиторҙар союзы ағзаһы (1964). Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1964; А.С.Леман класы) 1967 й. тиклем һәм 1972—2013 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта,...

ШАҺАПОВ Владислав Шәйхуләғзәм улы

ШАҺАПОВ Владислав Шәйхуләғзәм улы (17.3.1948, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Ҡото а.), механик. БР ФА акад. (2012), физика‑матем. ф. д‑ры (1989), проф. (1993). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1974 й. алып БДУ‑ла эшләй, 1984 й. — СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Физика һәм матем. бүлегендә өлкән ғилми хеҙм‑р. 1988—96 йй....

ШАҺАБЕТДИНОВ Филарет Һаҙый улы

ШАҺАБЕТДИНОВ Филарет Һаҙый улы [12.2.1947, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Әхмәр а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны)], рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2014). Рәссамдар союзы ағзаһы (1977). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; педагогы К.П.Чару­гин). 1969 й. алып Өфөлә, 1971 й. — Белово ҡ. йәшәй һәм эшләй. 1974 й. башлап...

ШАХТЁР", стадионы

“ШАХТЁР”, Күмертау педагогия колледжы стадионы. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1956 й. “Башкируголь” пр‑тиеһының “Ш.” стадионы булараҡ асыла, 1996 й. хәҙ. статусын ала. 2 футбол майҙаны (100×67, 102×65 м), еңел атлетика йүгереү юлы (400 м), трибуналары (3400 урын), бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү өсөн секторҙары,...