Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАЙТАНТАУ ЗАКАЗНИГЫ

ШАЙТАНТАУ ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник (2010 й. алып). 1971 й. һунар йәнлектәре, һирәк осраған хайуан һәм үҫемлек төрҙәре популяцияһын һаҡлау маҡсатында ойошторола. Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а. көнбайышҡа табан 32,5 км алыҫлыҡта Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә, Шайтантау тау массивында урынлашҡан....

ШАЙТАНТАУ

ШАЙТАНТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау массивы, БР‑ҙың Ейәнсура, Хәйбулла р‑ндары һәм Ырымбур өлк. терр‑ялары буйлап Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығышындағы Һаҡмар һәм Ҡоруйыл йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 45 км, киңлеге 10—15 км (иң киң урыны — 20 км), абс....

ШАЙТАН ТЕКӘНЕ

ШАЙТАН ТЕКӘНЕ (Onopordum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Европа­ла, Төньяҡ Африкала һәм Көнбайыш Азияла таралған. Башҡортостанда сәнсеүсән Ш.т. үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, үрмәксе ауына оҡшаған, төклө, сәнскеле ҡанатлы, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы, бейеклеге...

ШАЙТАН ТАЯҒЫ

ШАЙТАН ТАЯҒЫ, с ә н с к ә к (Carduus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала, Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: бөҙрә Ш.т., Термер Ш.т., элмәле Ш.т. Йыуан, шыма тамырһабаҡлы ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тура, йыуан, ябай йәки...

ШАЙТАН ҠАЛАСЫҒЫ

ШАЙТАН ҠАЛАСЫҒЫ, Өфө ҡаласығы I, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы терр‑яһында Лысая тауында урынлашҡан. 18 б. П.С.Паллас тарафынан тасуирланған. 1878 й. Ф.А.Нефёдов, 1910—12 йй. В.В.Гольмстен һәм Д.Н.Эдинг, 1973 й. Ю.А.Морозов өйрәнгән. Яҡынса...

ШАЙТАН КҮБӘЛӘКТӘРЕ

ШАЙТАН КҮБӘЛӘКТӘРЕ, төн күбәләктәре (Noctuidae), күбәләктәр ғаиләһе. Яҡынса 35 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 700‑ҙән ашыу төрө осрай: йәйғор күбәләк, кәбеҫтә Ш.к., өндәшле Ш.к., ужым Ш.к. һ.б. Ҡанат йәйеме 2,3—4,3 см (эре Ш.к. — 9 см тиклем); алғылары — оҙонса, өсмөйөшлө,...

ШАЙТАН КҮБӘЛӘГЕ

ШАЙТАН КҮБӘЛӘГЕ (Endromis versicolora), күбәләктәр отрядының шайтан күбәләктәре ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта таралған. Ҡанаттарының йәйеме 30—75 мм, төк һымаҡ тәңкәләр менән ҡапланған. Алғы ҡанаттары ерән‑көрән (инә күбәләктәрҙеке аҡһыл) төҫтә, уртаһында ике ҡара тар һыҙыҡ,...

ШАЙТАН ЗАВОДЫ

ШАЙТАН ЗАВОДЫ, 1727 й. Шайтан й. (Чусовая й. ҡушылдығы) буйында А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан тимер етештереү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1769 й. алып Яковлевтар, 1862 й. — Н.А.Стенбок‑Фер­мор һәм урың вариҫтары. Үрге Исәт тау округына ингән. 1727 й. эшләй башлай. 1760...

ШАЙТАН ЗАВОДТАРЫ,

ШАЙТАН ЗАВОДТАРЫ, Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Оло Шайтан й. (Чусовая й. ҡушылдығы) буйында Н.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан нигеҙ һалынған, тип фараз ителә, Түб. Шайтан суй­ын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды 1732 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1731), Үрге Шайтан ярҙамсы...

ШАЙТАН

ШАЙТАН (ғәр.), 1) ҡара: Иблес. 2) башҡорт мифологияһында яуыз көс, ендәр затынан. Кеше йәки башҡа тере йән эйәләре сүрәтендә күренә. Ҡайһы бер хөрәфәттәр б‑са, ғаиләләре м‑н тирмәләрҙә, икенселәре б‑са — күмәкләшеп мәмерйәләрҙә йәшәй. Йоҡлағанда ауыҙынан ут сыға. 40 көнө тулмаған бәпестәрҙе урлай, урламаһын...

ШАЙМОРАТОВА Әсмә Сабир ҡыҙы

ШАЙМОРАТОВА (Хәбибуллина) Әсмә Сабир ҡыҙы [9.12.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 11.1.1992, Өфө], йырсы (лирик‑колоратура сопраноһы). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1950). Башҡорт сәнғәт технику­мын (1932) һәм Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын (1942; М.В.Владимирова...

ШАЙМОРАТОВ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ШАЙМОРАТОВ, Б и ш т ә к ә, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Шайморатов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта Иштиле й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1838 ке­ше; 1920 — 2685; 1939 — 1803; 1959 — 1094; 1989 — 812; 2002 — 982; 2010 — 776 кеше....

ШАЙМОРАТОВ УРТА МӘКТӘБЕ

ШАЙМОРАТОВ УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑нында урынлашҡан. 1912 й. Биштәкә земство урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1924 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1940 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1964 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1967 й. хәҙ. статусын...

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы (15.8.1899, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Биштәкә а., хәҙер БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов а., — 23.2.1943, Украина ССР‑ының Петровское ҡсб ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Генерал‑майор (1942). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы....

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы (15.8.1899, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Биштәкә а., хәҙер БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов а., — 23.2.1943, Украина ССР‑ының Петровское ҡсб ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Генерал‑майор (1942). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы....

ШАЙҘАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ШАЙҘАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 62 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Шайҙалы й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 101 кеше; 1959 — 368; 1989 — 178; 2002 — 108; 2010 — 48 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй...

ШАЙДАКОВ Владимир Владимирович

ШАЙДАКОВ Владимир Владимирович (17.10.1955, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1978) “Башнефть” ПБ‑нда эшләй. 1979 й. алып ӨНИ‑лә: 1987 й. — “Азимут” ҒПП‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 й. — бүлек мөдире, 1991 й. — ген. дир. урынбаҫары. 1993...

ШАЙБАЛЫ ХОККЕЙ

ШАЙБАЛЫ ХОККЕЙ, спорт төрө, махсус разметкалар яһалған майҙансыҡта сәкәндәр һәм шайба м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Ш.х. 1953 й. Өфөлә 628‑се з‑д (ҡара: “БЭТО”) һәм 656‑сы Дәүләт союз з‑ды (ҡара: “Электроаппарат”) эргәһендәге тәүге командалар төҙөлөүгә бәйле үҫешә. 1955 й. “Б” класындағы СССР чемпионатында...

ШАИМОВА Маһинур Әйүп ҡыҙы

ШАИМОВА Маһинур Әйүп ҡыҙы (14.6.1905, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ҡуйһары а., хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Бикҡол а., — 25.11.1991, ш. уҡ өлкәнең ш. уҡ р‑ны Ҡолой а.), халыҡ йырсыһы. Ш. репертуарында бәйеттәр, мөнәжәттәр, сеңләүҙәр, “Ағиҙелкәй буйы”, “Арғужа”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Тәфтиләү”,...

ШАДРИНСК ӨЙӘҘЕ

ШАДРИНСК ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Исәт провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Пермь губернаһы (өйәҙгә Пермь наместниклығы Далмат өйәҙенең бер өлөшө ҡарай), 1919 й. — Екатеринбург губернаһы составына инә. 19 б. аҙағында төньяҡта — Пермь губернаһының Ҡамышлы...