Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШТОКМАН Георгий фон

ШТОКМАН Георгий фон, хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1739). Ихтилалды (1747) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығында ландмилиция ҡарамағында хеҙмәт итә. 1742 й. июленән Ырымбур экспедицияһында (1734–44) ҡатнаша, уның барышында Ырымбур ҡ. нигеҙ һалыуға һәм төҙөүгә етәкселек итә. 1747 й. Ырымбур...

ШТОК‑РОЗА

ШТОК‑РОЗА (Alcea), мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, Урта диңгеҙ буй­ында, Урта, Үҙәк һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла һәм уларға сиктәш булған Евразия һәм Африка терр‑яларында таралған. Башҡортостанда йыйырсыҡлы Ш.‑р. үҫә. Йыуан тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ,...

ШТЕХЕР Геннадий Гиляриевич

ШТЕХЕР Геннадий Гиляриевич (6.10. 1891, Өфө — 24.5.1970, шунда уҡ), педагог, халыҡ мәғарифы эшмәкәре. Пед. ф. канд. (1954). Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1917). 1920 й. алып Өфө халыҡ мәғарифы ин‑тының уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са про­ректоры, 1924 й. башлап Өфө физика ин‑тының биология бүлеге, 1929 й. — Һамар...

ШТЕЙНБЕРГ Эмануил Соломонович

ШТЕЙНБЕРГ Эмануил Соломонович (15.3.1919, Одесса ҡ. – 2.6. 1973, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. элемтәсеһе. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Одесса элемтә инженерҙары ин‑тын тамамлаған. 1942 й. алып Үзбәк ССР‑ының Радиотрансляция селтәрҙәре дирекцияһында эшләй: Сурхан‑Даръя филиалы...

ШТЕЙНБЕРГ Исаак Захарович

ШТЕЙНБЕРГ Исаак (Исаак‑Нахман) Захарович (13.7.1888, Витебск губ. Динабург ҡ. — 2.1.1957, Нью‑Йорк ҡ., АҠШ), революция хәрәкәте эшмәкәре. Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы. Гейдельберг ун‑тын тамамлаған (Германия, 1910). 1911 й. алып Мәскәүҙә присяжный ярҙамсыһы, 1915 й. ғин. “Наша жизнь” (“Беҙҙең...

ШТЕЙНБЕРГ Валерий Эмануилович

ШТЕЙНБЕРГ Валерий Эмануилович (1.5.1944, Термез ҡ.), педагог. Техник ф. канд. (1980), пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1979), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). Э.С.Штейнбергтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Технология һәм двигателдәр производствоһын ойоштороу...

ШТЕЙН Владимир Михайлович

ШТЕЙН Владимир Михайлович (3.2. 1940, Мәскәү — 14.10.2000, шунда уҡ), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). ГИТИС эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курстарын тамамлаған (1968; етәксеһе С.В.Образцов). 1958 й. алып төрлө үҙешмәкәр театр коллективтарының художество етәксеһе, 1970 й. — С.В.Образцов...

ШТЕГМАН Вильгельм Христианович

ШТЕГМАН Вильгельм Христианович (1866, Лифляндия губ. Пернов ҡ. — 1942, Өфө), пианист, органсы, педагог. Штутгарт консерваторияһын тамамлағандан һуң (Германия, 1892; орган класы б‑са педагогы И.Файст, фп. — Д.Прукнер) Псков, Ҡазан ҡҡ. концерт һәм пед. эшмәкәрлек алып барған. 1916 й. башлап Өфөлә: Урыҫ...

ШТӘНДЕ, Балтас р‑нындағы ауыл

ШТӘНДЕ, И т ә ү ә ш, Балтас р‑нындағы ауыл, Штәнде а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Итәүәш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 807 кеше; 1920 — 891; 1939 — 915; 1959 — 757; 1989 — 686; 2002 — 657; 2010...

ШТАМПЛАУ

ШТАМПЛАУ, машиналар эшләүҙә металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү төрө, деталь йәки уның әҙерләмәһе сығанаҡ әҙерләмәне штамп ярҙамында пластик деформациялау юлы м‑н яһала. Сығанаҡ әҙерләмәнең төрө б‑са күләмле һәм табаҡлы; әҙерләмәнең һәм штамптың йылыныу т‑раһы һәм деформацияланыу тиҙлеге режимы б‑са...

ШТАЙГЕР Готлиб Христианович

ШТАЙГЕР Готлиб Христианович (28.11.1924, Одесса өлк. Первомайский ҡсб — 16.11.2017, Белорет ҡ.), төҙөүсе. РСФСР‑ҙың проф.‑техник белем биреү отличнигы (1965). 1941—93 йй. (өҙөклөк м‑н) “Башуралстрой” тресында төҙөлөш‑монтаж идаралығы ташсыһы, 1972 й. алып ташсы‑монтажсы, 1973 й. башлап 2‑се төҙөлөш...

ШТАБЕЛЬ Альфред Артурович

ШТАБЕЛЬ Альфред Артурович (3.9. 1926, Һамар ҡ. – 6.11.2002, Өфө), график. БР‑ҙың халыҡ (2002), БАССР‑ҙың атҡ. (1976) рәссамы. Журналистар союзы (1958), Рәссамдар союзы (1974) ағзаһы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1955; педагогы Я.С.Хаст). 1957–87 йй. “Һәнәк” ж. художество мөхәррире....

ШРАМЧЕНКО Павел Платонович

ШРАМЧЕНКО Павел Платонович, дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1876). Дворяндарҙан. Нежин юридик лицейын (Чернигов губ.) тамамлағандан һуң Киев хәрби губернаторы канцелярияһында хеҙмәт итә: 1855 й. алып столоначальник ярҙамсыһы, 1865 й. — өлкән столоначальник. 1866 й. башлап Дәүләт канцелярияһында...

ШРАГЕР Дмитрий Степанович

ШРАГЕР Дмитрий Степанович (Давид Соломонович; 6.9.1919, Иркутск губ. Баргузин ҡ. — 7.3.2009, Стәрлетамаҡ ҡ.), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ГИТИС эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курстарын тамамлаған (1969). 1968—69 йй....

ШӨҢГӘККҮЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл

ШӨҢГӘККҮЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Оло Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 588 кеше; 1939 — 1320; 1959 — 1257; 1989 — 2127; 2002 — 2553; 2010 — 2975 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002)....

ШӨҢГӘККҮЛ, Дим й. басс. күл

ШӨҢГӘККҮЛ, Дим й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Шишмә р‑ны Шөңгәккүл а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Шөңгәккүл заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 2,4 км2, диам. — 1,6 км; һаҙланыу һөҙөмтә­ һендә күл 4 өлөшкә бүленгән. Аҫҡы пермгә ҡараған шишмә (алевролиттар, аргиллиттар,...

ШӨҢГӘККҮЛ ЗАКАЗНИГЫ

ШӨҢГӘККҮЛ ЗАКАЗНИГЫ. 1952 й. Шөңгәккүл тәбиғи комплексын һәм уның терр‑яһын һаҡлау өсөн зоол. заказник булараҡ ойошторола, 1965 й. алып тәбиғәт ҡомартҡыһы, 1995 й. хәҙ. статусын ала. Шишмә р‑ны Шөңгәккүл а. төньяҡ­көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 240 га. Заказник...

ШӨҒӘЙЕПОВ Вәкил Шакир улы

ШӨҒӘЙЕПОВ Вәкил Шакир улы (29.8.1936, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Әлкә а. — 28.6.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), милли музыка ҡоралдары яһау оҫтаһы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Ҡазан художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1963) 77‑се урта мәктәптең рәсем һәм һыҙым уҡытыусыһы, 1966 й. алып...

ШОСТАКОВИЧ Дмитрий Дмитриевич

ШОСТАКОВИЧ Дмитрий Дмитриевич (25.9.1906, С.‑Петербург — 9.8.1975, Мәскәү), композитор, пианист, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. СССР‑ҙың (1954), БАССР‑ҙың (1964) халыҡ артисы. Сәнғәт ғилеме д‑ры (1965), проф. (1939). Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Ленинград консерваторияһын тамамлаған (1923, Л.В.Николаевтың...

ШОРТГОРН ТОҠОМО

ШОРТГОРН ТОҠОМО, һыйыр малының ит‑һөт йүнәлешле тоҡомо. Тоҡом эсендәге типтары: ит һәм һөт‑ит. 18 б. Англияла урындағы ҡыҫҡа мөгөҙлө малдарҙы голланд һәм галловей тоҡомдарын башлап ҡасырыу юлы м‑н яҡшыртыу һәм малдарҙы ит һәм һөт продуктлылығы б‑са һайлап алыу һөҙөмтәһендә сығарыла. Рәсәйгә Ш.т. малы...