Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭТНИК МӘҘӘНИӘТ

ЭТНИК МӘҘӘНИӘТ, билдәле этносҡа хас матди һәм рухи мәҙәниәт элементтары йыйылмаһы. Этногенез һәм этник тарих барышында формалаша, этностың төп билдәләренең береһе булып тора. Башҡорттарҙың традицион Э.м. йолалар, традициялар, тел (ҡара: Башҡорт теле), дин, йола хоҡуғы нормалары, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте,...

ЭТНИК ҠАТЛАМ ТӨРКӨМДӘРЕ

ЭТНИК ҠАТЛАМ ТӨРКӨМДӘРЕ, айырым халыҡ төркөмөнөң ҡатлам өҫтөнлөктәре һәм бурыстарын (ҡара: Казак ҡатламы), йәки этностың ҡатлам статусын алыуға бәйле бүленә. Э.ҡ.т. этник (мәҙәни‑тел) һәм соц. берлек араһында билдәле булмаған урын биләй. Термин 20 б. аҙ. Р.Ғ.Кузеев тарафынан индерелә. Ҡатлам бер этностың,...

ЭТНИК ДӨЙӨМЛӨК, ҡара: Этнос

ЭТНИК ДӨЙӨМЛӨК, ҡара: Этнос. 

ЭТҠОЛАҠ

ЭТҠОЛАҠ (Symphytum), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда да­рыулы Э. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ҡытыршы төклө үлән. Һабағы ҡырлы, тарбаҡлы, төҙ, бейеклеге 30—100 см. Япрағы эре, оҙонса‑йомортҡа...

ЭТҠОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ЭТҠОЛ, Ю л д а ш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 55 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡ­мар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 529 кеше; 1920 — 604; 1939 — 442; 1959 — 386; 1989 — 386; 2002 — 422; 2010 —...

ЭТҠОЛ, Дәүләкән ҡ. эсендәге ауыл

ЭТҠОЛ, ауыл, 20 б. башынан Дәүләкән ҡ. эсендә урынлашҡан. Ауылға 1797 й. Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Төрөкмән а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны 1‑се Төрөкмән а.) башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Этҡол Боҫҡонов исеме м‑н аталған. 1865 й....

ЭТҠОЛ 2‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЭТҠОЛ 2‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ниғәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 84 км алыҫлыҡта Таулы, Рәжәп йй. (Һаҡмар й. басс.) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 974 кеше; 1920 — 615; 1939 — 2037; 1959 — 1003; 1989 — 1034; 2002 — 1012; 2010 — 853 кеше. Башҡорттар...

ЭТҠОЛ 1‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЭТҠОЛ 1‑се, Я м а ш, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, 1‑се Этҡол а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Ҡышлауар й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 630 кеше; 1920 — 794; 1939 — 743; 1959 — 926; 1989 — 963; 2002 — 1071; 2010 — 926 кеше....

ЭТКӨСӨК, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ЭТКӨСӨК, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Әбет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Нөгөш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 364 кеше; 1920 — 431; 1939 — 377; 1959 — 341; 1989 — 281; 2002 — 286; 2010 — 235 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Восточный...

ЭТКИНА Эсфирь Исааковна

ЭТКИНА Эсфирь Исааковна (26.9. 1950, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) 1976 й. тиклем Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында эшләй (1974 й. алып бүлек мөдире). 1979 й. башлап БДМУ‑ла (1992 й. алып балалар ауырыуҙары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ЭТКЕНӘ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ЭТКЕНӘ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Эткенә а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Яңауыл й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1366 кеше; 1920 — 1398; 1939 — 1217; 1959 — 723; 1989 — 696; 2002 — 748; 2010 — 675 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

ЭТИМОЛОГИЯ

ЭТИМОЛОГИЯ (гр. etymon — һүҙҙең төп мәғәнәһе һәм ...логия), тел ғилеменең һүҙҙәрҙең килеп сығышын өйрәнгән бүлеге. Э. өйрәнеү объекты — телдең һүҙлек составы сығанаҡтары һәм формалашыу процесы, боронғо осор (ғәҙәттә яҙмаға тиклемге) теленең һүҙлек составын реконструкциялау. Фоно‑семантик закондарға...

ЭТИЛЕНДИАМИН

ЭТИЛЕНДИАМИН, 1,2‑диаминоэтан, Н2NC2Н4NH2, алифатик амин. Аммиак еҫле, һауала төтәгән төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 10,9°С, tҡайнау 117°С, тығыҙлығы 899 кг/м3; һауа м‑н ҡу­шылмаһының шартлау сиге күләмгә 3,82 — 19,6%, үҙенән‑үҙе янып китеү т‑раһы 403°С. Һыуҙа, спиртта, ацетонда эрей, эфирҙа — сикле эрей, углеводородтарҙа...

ЭТИЛ СПИРТЫ

ЭТИЛ СПИРТЫ, этанол, С2Н5ОН, бер атомлы алифатик спирт. Хайуандарҙың һәм кешеләрҙең туҡымалары, ҡаны составында бар; әсегән емеш һәм еләктәрҙә барлыҡҡа килгән углеводтарҙың спиртлы әсеү продукты. Яна торған үҙенсәлекле еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү — 114,15°С, tҡайнау 78,39°С, тығыҙлығы 794 кг/м3, үҙенән‑үҙе...

ЭТИКЕТ

ЭТИКЕТ (фр. etiquette), аралашыуҙың билдәле ситуацияларында үҙеңде тотоуҙың уңайлы моделдәрен тәҡдим иткән һәм кешеләрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәтенең тышҡы сағылышын көйләгән нормалар һәм ҡағиҙәләр йыйылмаһы. Хәрби, дипломатик, дөйөм граждан, һөнәри һ.б. төрҙәргә бүленә. Гуманизм, эстетизм принциптарына нигеҙләнә,...

ЭТИКА

ЭТИКА (гр. әхлаҡтың асылын, килеп сығышын, тарихи үҫеше һәм йәшәү ēthika), законлыҡтарын өйрәнгән философия фәне. Э. термины б.э.т. 4 б. боронғо грек философы Аристотель тарафынан индерелә. Норматив (кеше тормошоноң әхлаҡ, йәшәү мәғәнәһе проблемаларын, рухи бурысын өйрәнә) һәм ғәмәли (үлем язаһы, эвтаназия,...

эти статьи ещё не переведены

  Перевод статей на эту букву ещё не завершён.

ЭТӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

ЭТӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Этәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 13 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 120 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 757 кеше; 1920 — 926; 1939 — 833; 1959 — 686; 1989 — 551; 2002 — 544; 2010 — 506 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ЭТАНОЛАМИНДАР

ЭТАНОЛАМИНДАР, дөйөм формулаһы RR’NCH2CH2OH [R=R’=H — моноэтаноламин (2‑аминоэтанол, этаноламин, коламин), R=H,R’=CН2СН2ОН — диэтаноламин (иминодиэтанол), R= =R’=CH2CH2••OH — триэтаноламин (нитрилотриэтанол)] булған амин спирттары. Ҡайһы бер Э. (моноэтаноламин) һәм уларҙың сығарылмалары (мәҫ., холин)...

ЭТАЛОНДАР

ЭТАЛОНДАР (фр. etalon), үлсәү берәмегенең күсермәһен алыу, һаҡлау һәм тапшырыу өсөн техник сара. Дәүләт һәм халыҡ‑ара; метрологик тәғәйенләнеше б‑са — беренсел, икенсел, эш, сағыштырыу һәм башҡа Э. айырыла. Халыҡ‑ара Э. Халыҡ‑ара үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр бюроһында (Севр ҡ., Франция) һаҡлана һәм күҙәтеп...