Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЮШАТЫР, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЮШАТЫР, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Мораптал т. юл ст. Т. табан 10 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 327 кеше; 1959 — 252; 1989 — 168; 2002 — 200; 2010 — 222 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ЮШАН

ЮШАН (Veronica), һаҫығ үлән ­һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 14 төрө үҫә: имәнлек Ю., кейеҙле Ю., һаҙ Ю., эре Ю., яҙ Ю. һ.б. Бер, ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки...

ЮША, һырт

ЮША, Башҡортостан­ (Көньяҡ)­ Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Инйәр һәм Кесе Инйәр йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 9 км, киңлеге 1—3 км, абс. бейеклеге 1109,8 м (Ҡайынтүбә тауы). Һыртта бейеклеге 857—1109 м булған 5 түбә айырылып тора. Рельефы уртаса бейеклектәге...

ЮША СВИТАҺЫ

ЮША СВИТАҺЫ, аҫҡы рифейҙыңурындағы стратиграфик бүлексәһе. А.И.Иванов тарафынан айырып күрһәтелә (1937). Ултырмалар Иванов (1937, 1956), О.П.Горяинова (1940), В.И.Козлов (1989) һ.б. тарафынан тасуирлана. Ю.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийы сиктәрендә күҙәтелә: көнбайыш өлөшөндә — Межгорье ҡ. аша көньяҡ‑көнбайышта...

ЮХИН Иван Петрович

ЮХИН Иван Петрович (4.7.1935, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Грачи а. — 14.5.2016, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (2000). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985). Г.П.Юхиндың ағаһы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Благовар р‑нындағы БашҮБК ис. с‑зда агроном булып эшләй. 1968 й. алып БНИИСХ‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р,...

ЮХИН Геннадий Петрович

ЮХИН Геннадий Петрович (2.1.1948, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Грачи утары), инженер­-механик. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). И.П.Юхиндың ҡустыһы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй. 1971 й. алып БДАУ‑ҙа:...

ЮХА

ЮХА, башҡорт мифологияһында­ яуыз йән эйәһе. Хөрәфәти­ хикәйәләр, “Юха”, “Юлбат” әкиәттәре, “Урал­ батыр” эпосының проза версияһы һ.б. персонажы. Хөрәфәттәр­ б‑са, 500—1000 йәшкә еткән аждаһа ­Ю. әүерелә (ғәҙәттә аждаһа Ю. йәшенә тиклем йәшәмәй, сөнки уны болоттар Ҡаф­тауына алып китә). Кешеләрҙе ашай;...

ЮСЫҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ЮСЫҠ, Э ш т и й ә к, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Асауҙыбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта Юҫыҡ й. (Беүә й. басс.) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 467 кеше; 1920 — 595; 1939 — 615; 1959 — 467; 1989 — 211; 2002 — 200; 2010 — 183 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЮРЬЕВ Виктор Леонидович

ЮРЬЕВ Виктор Леонидович (19.1. 1951, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2014), РФ‑тың почётлы авиатөҙөүсеһе (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Технология һәм производствоны...

ЮРЬЕВ Валерий Петрович

ЮРЬЕВ Валерий Петрович (30.11. 1939, Сәмәрҡәнд ҡ.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1976), проф. (1978). Ленинград химия‑фарм. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Чимкент химия‑фарм. з‑дында, 1968 й. башлап Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның Химия фәндәре ин‑тында (Чимкент ҡ.) эшләй. 1969 й. алып Химия ин‑тында (Өфө): 1970...

ЮРТОВ Авксентий Филиппович

ЮРТОВ Авксентий Филиппович [8.2.1854, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Аҡташ улусы Кәләй а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) — 20.4.1916, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Андреевка а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Илтирәк а.], мәғрифәтсе, педагог, этнограф. Н.И.Ильминскийҙың­ уҡыусыһы. Ҡазан башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһын...

ЮРМЫЙ, башҡорт ҡәбиләһе

ЮРМЫЙ, башҡорт ҡәбиләһе. Там­ғаһы­. Этник яҡтан Волга болғар­ҙарына­ барып ­тоташа. “Юрмый” этнонимы болғарҙарҙа, венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо венгрҙар),­ сыуаштарҙа­ билдәле. Ю. формалашыуына йәнәй, ­ҡатай, ­юрматы­ ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 12—13 бб. ҡәбилә Ялан Зәй һәм Шишмә йй. (Кама...

ЮРМАШ, йылға

ЮРМАШ, йылға, Өфө й. һул ҡушылдығы. Иглин р‑ны Мамаевка а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта Крупинский төбәгенән башлана. Иглин һәм Өфө р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Өфө р‑ны Фёдоровка а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртә (Урыҫ‑Юрмаш һәм Бурцев аа. араһындағы...

ЮРМАШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ЮРМАШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 398 кеше; 1959 — 424; 1989 — 224; 2002 — 214; 2010 — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡарағай урта мәктәбе...

ЮРМАТЫНИ

ЮРМАТЫНИ, рифейҙың урта хроностратиграфик бүлексәһе. Йәше 1350±50—1030±30 млн йыл. Йыуылыу һәм ауышыу мөйөштәренең ярашмауы м‑н бөрйәниҙә ята, ҡаратауи м‑н ҡаплана. Б.М.Келлер тарафынан юрматы серияһы булараҡ айырып күрһәтелә (1952), исеме СССР кембрий алдын бүлгеләүҙең дөйөм мәсьәләләре б‑са Бөтә Союз...

ЮРМАТЫ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ЮРМАТЫ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Пугачёв а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 53 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Үләй й. (Һуҡайлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 856 кеше; 1920 — 675; 1939 — 511; 1959 — 574; 1989 — 604; 2002 — 748; 2010 — 749 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ЮРМАТЫ, башҡорт ҡәбиләһе

  ЮРМАТЫ, башҡорт ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡармыш, мишәр‑Ю., нуғай‑Ю., тәлтем, тәтегәс, юрматы. Там­ғалары: . Этник яҡтан Волга болғарҙарына барып тоташа. “Юрматы” этнонимы болғарҙарҙа, венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо­венгрҙар),­сыуаштарҙа билдәле. Ю. формалашыуына нуғайҙар, йәнәй,­ҡатай, ­юр­мый ҡәбиләләре...

ЮРМАТЫ, ауыл, 1940 й. Ишембай ҡ. составына инә

ЮРМАТЫ, ауыл, 1940 й. Ишембай ҡ. составына инә, 1962 й. алып 18‑се комб‑т (ҡара: “Газпром­ неф­техим­ Салават”) төҙөлөүгә бәйле ауыл халҡы башҡа торама пункттарға күсерелә. Ауылға 1924 й. Стәрлетамаҡ­ кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Түб. Бурансы/Яңы Бурансы а. кешеләре нигеҙ һала. 1924 й. 42 йортта...

ЮРМАТЫ КАНТОНЫ

ЮРМАТЫ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Бәләкәй ­Башҡортостан ­составында ойошторола. Кантонға Стәрлетамаҡ­ өйәҙенең 20 улусы инә. Төньяҡта — Табын­ кантоны, көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай­ кантоны ­һәм Бөрйән‑Түңгәүер­ кантоны, көньяҡта — Ҡыпсаҡ ­кантоны­ һәм Ете­ ырыу­ кантоны, көнбайышта Өфө­ губернаһы­ һәм...

ЮРМАТАУ, Башҡортостан­ (Көнь­яҡ)­ Уралындағы һырт

ЮРМАТАУ, Башҡортостан­ (Көнь­яҡ)­ Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Кесе Нөгөш й. башының киңлегенән алып Серәкәй й. (Ағиҙел й. басс.) киңлек бүлеменә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 25 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 4—5 км, төньяҡ өлөшөнөң — 10 км тиклем, абс. бейеклеге 854...